Бөтә яңылыҡтар
Баҡса
28 Июнь 2022, 16:00

Ҡыяр кетерҙәп кенә торһон өсөн

Күп баҡсасыларға шундай күренеш таныш: йәйҙең ҡыҙыу мәле, ә баҡсала ҡыяр ҡороп бөткән йәки йәшелсә алып булмай. Төп сәбәп, әлбиттә, ҡыярҙарҙың ауырыуы.

Ҡыяр кетерҙәп кенә торһон өсөн
Ҡыяр кетерҙәп кенә торһон өсөн

Йәшелсәне ултыртҡан саҡта уҡ үҫентеләргә терәк ҡуйыуҙы, өҫкә табан еп һуҙыуҙы күҙалларға кәрәк. Улай иткәндә һабаҡтар ергә ятмай, байтаҡ ауырыуҙар урап уҙа. Бындай ысулдың ыңғай яҡтары бик күп:

- ҡыярҙарға күберәк ҡояш нуры үтеп инә һәм бар яғы ла елләп тора. Хатта япраҡтарға сереткес ауырыу эләккән хәлдә лә, ҡоротҡостар үрсей алмай;

- иртәнге ысыҡ япраҡтарҙа тиҙерәк кибә;

- япраҡтарға төрлө препараттар һиптергәндә лә тигеҙ эләгә, тимәк, файҙаһы күберәк була;

- йәшелсәләр, бигерәк тә оҙонға үҫкәндәре аҙыраҡ зарарлана;

- уңышты йыйыу еңелләшә, үҫентеләр йәшелсәне оҙағыраҡ бирә.

Төрлө бактерия ауырыуҙары таралмаһын өсөн белгестәр “Топаз” препаратын ҡулланырға тәҡдим итә. Ике миллилитрлы бер һауытты 10 литр һыуға ҡушалар. Препарат тиҙерәк иреһен өсөн һыуҙы 30—40 градусҡа тиклем йылытырға мөмкин.

Миҙгеленә ике тапҡыр эшкәртәләр: һабаҡта унлап япраҡ булғас һәм ике аҙнанан һуң. “Фитоспорин-М”, “Гамаир” һәм “Алирин-Б” кеүек дарыуҙар ҙа һәйбәт һөҙөмтә бирә.

“Аҫылған” ҡыярҙарға һыуҙы тик тамырға ғына һибәләр. Рәт араларына ваҡланған һалам, үлән, ағас онтағы һалһағыҙ, сүп үләндәре лә әллә ни борсомаҫ, дым да һаҡланыр.

Фото: Лилиә Нуретдинова. 

Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас: