Башҡортостан Хөкүмәте, республика Башлығы Радий Хәбиров йылдан-йыл баҡсасыларға ярҙам сараларын көсәйтә. Был йүнәлештә аныҡ эштәр һиҙелә башланы. Мәҫәлән, республикала етештерелгән картуфтың 86 проценты шәхси ихаталарҙа үҫтерелә. Ауыл хужалығы предприятиелары Совет заманында “икенсе икмәк”те күпләп ултыртһа, хәҙер сит илдән индерелгән эре һәм иртә өлгөрә торған картуфҡа көнәркәшлек итә алмай, был эш һүрелгәйне. Әммә донъялағы һуңғы ваҡиғаларҙы иҫәпкә алып, хужалыҡтар быйыл картуфты күберәк сәсте. Ситтән ингән аҙыҡ-түлекте үҙебеҙҙә етештереү – бөгөн көн ҡаҙағына һуҡҡан мәсьәлә.
Ошо көндәрҙә вице-премьер – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов үҙмәшғүл булып теркәлгән һәм йәшелсә, айырыуса картуф үҫтергән ауыл халҡына субсидия биреү кәрәклеген белдерҙе.
Әлбиттә, был эшкә тотоноп киткәндәрҙең күбеһе артабан сәсеү майҙанын арттырыу тураһында уйланасаҡ. Илшат Фәзрахманов белдереүенсә, был йәһәттән дә уларҙың тәҡдиме уйланылған. Һәйбәт орлоҡ булмай тороп, мул уңышҡа өмөт итеп булмай: орлоҡ һатып алыуға ла үҙмәшғүлдәргә ярҙам күрһәтеләсәк.
Шулай итеп, власть даирәләренең баҡсасыларға йөҙ менән боролоп, уларҙың аһ-зарын ишетеүе ҡыуандыра. Баҡсасылыҡ ширҡәттәренең оҙаҡ йылдар тупланып килгән мәсьәләләре – юлһыҙлыҡ, электр сымдарының иҫкереүе, ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын сығарыу, автобустар етешмәүе һәм башҡаһы хәл ителә башланы. Яҙғыһын республикала үткән Бөтә Рәсәй баҡсасылары йыйынында сығыш яһаған Радий Хәбировтың һүҙҙәре өмөт һәм дәрт уята.
Минең баҡса эштәре менән шөғөлләнеүемә, үҙ еремдән бер ни тиклем килем алып йәшәүемә егерме йылдан ашыуыраҡ. Был йәһәттән бүлешер тәжрибәм бар. Бөгөн шул хаҡта һөйләйем.
Ике баҡсам бар: өй эргәһендә һигеҙ сутый һәм ауыл ситендәге баҡсаларҙа ете сутый тирәһе. “Ул тиклем ерҙе нимә эшләтәһең? Көсөңдө юҡҡа түгәһең”, – тигән кәңәштәрҙе йыш ишетәм. Әммә баҡсамдан баш тартырға йыйынмайым, сөнки минең өсөн ул – килем сығанағы.
Өфө эргәһендәге ауылда йәшәйем. Баҡса миңә гел ярҙамсы булды. Емеш-еләкте хеҙмәттәштәремә һатам, күберәк булып китһә, баҙарға ла сығам. Бынан тыш, тауыҡ, ҡуяндарға ла йәшелсәне тап ошонда үҫтерәм һәм ашатыуға сығымды кәметәм. Ҡабаҡ, ташҡабаҡ, топинамбур, картуф, кишер, сөгөлдөр – ситтәге баҡсамда шуларҙы күберәк сәсәм. Һыу һибеүҙе бик талап итмәгән йәшелсә шунда ултыртыла.
Иртә яҙҙан баҡса үҫтереүгә төплө әҙерләнәм. Тәү сиратта бында йәшелсә – һуған, әнис, редисты помидор менән аралаштырып ултыртам. Тәүгеләре өлгөрөү менән һатыуға сығарам, помидорға ла иркенләп үҫергә урын ҡала. Тәмләткес үлән һатып ҡына ла 15 – 20 мең һум тирәһе аҡса эшләйем.
Һатыу эшен иртә яҙҙан башлайым. Был алымға һатып алыусыларым үҙҙәре этәрҙе. Емеш-еләгемде тәмләп ҡарағандар ҡарағат, ҡурай еләге, крыжовник, ҡара ҡурай еләге кеүек емештәрҙең үҫентеһен һорайҙар. Улар өсөн көҙҙән махсус рәүештә үҫенте әҙерләп ҡуям да иртә яҙҙан алып барып бирәм. Үҫентеләрҙең хаҡын ҡыйбат итмәй, 250 – 300 һумға һатам. Әле ҡара бөрлөгән (ежевика) үҫтереү менән шөғөлләнергә хыялланам. Был еләк үҙе тәмле, үҙе мул уңыш бирә. Ә үҫентеләре ҡыйбат. Бер айышына төшөнөп алһаң, һәйбәт килем алырға була.
Артабан апрель аҙағында картуф ултыртам. Үҫентеһе күренә башлау менән уны күмеп ҡуям. Шулай итһәң, картуфҡа ҡырау ҡурҡыныс түгел. Иртә өлгөрә торған сортҡа өҫтөнлөк бирәм, сөнки ул өлгөрөү менән йәнә баҙар юлын тапайым. Әйткәндәй, картуфты ике тапҡыр, тәүге уңышты йыйыу менән йәнә ултыртам. Унан инде һарымһаҡ менән һуғанды алғас та, шул урынға картуф ултыртабыҙ. Икенсе уңыш һаҡлауға яраҡһыҙ булһа ла, көҙгә тиклем ашауға ярап ҡала. Ә йәш картуфтың хаҡы баҙарҙа ҡыйбат: былтыр килограмы 35 – 40 һум булды. Хатта тәүге аҙнаһында 50 һумға ла барып баҫты. Кеҫәгә 40 мең һум тирәһе аҡса инеп ятты.
Аҡса “һуғыуҙың” тағы бер ысулы – күпләп еләк ултыртыу. Бынан бер нисә йыл элек күрше әбей баҡсаһын ташларға булды. Ерҙе эшкәртергә хәленән килмәй башланы. Шул баҡсаны алдым да буйынан буйына еләк ултырттым. Уны һәйбәт итеп тәрбиәләп торам. Еләк бешеү менән пластик стакандарға йыйып, һатыуға сығарам. Әйткәндәй, һатыуҙың был ысулы күпкә отошлораҡ. Йәһәт кенә һатылып та бөтә, иҙелмәй ҙә, стаканы үтә күренеп торғас, һатып алыусыға ла һайлап алыуы үҙе бер кинәнес. Еләк һатып, 15 – 20 мең килем алам. Еләге бөтөү менән, үҫентеләрҙе ҡырҡып, көҙгөлөккә әҙерләп ҡуям да көҙөн йәнә бер “мыйыҡ”тарҙы алғас, был баҡсамда эшем бөтә.
Емештәрҙән тағы ла ҡыҙыл, аҡ ҡарағатты стаканлап һатыуға сығарам. Шул уҡ ваҡытта йәшелсә, ҡуҙғалаҡ, бөтнөк бәйләмдәрен алам. Ҡара ҡарағат һәм ҡурай еләге лә мул уңыш бирһә, шул сама табыш алам. Былтыр ҡурай еләгенең бер килограмы 250 һумдан төшмәне, ҡарағат та 200 һум булды.
Алманы былтырға тиклем баҙарға сығармай инем. Ауыр ҙа, хаҡы ла әллә ни күп түгел. Ә былтыр уны һатыуҙан ғына ла алты мең һум кеҫәгә төштө. Килограмын 50 һумдан алдылар.
Ошо юл менән алынған табыш аҡсаны йыйыбыраҡ тотоуға булышлыҡ итә. Ҡулға аҡса инеү менән, уны башлыса аҙыҡ-түлеккә тотонам. Шәкәр, дөгө ярмаһы, ҡарабойҙай, туҡмас, боҙолмай торғандарҙан йәнә һабын, кер онтағы һәм башҡаһын ҡыш буйына етерлек итеп алып ҡуябыҙ.
Ҡайһы берәүҙәрҙән ошондай фекер ҙә ишеткәнем бар: йәнәһе, баҙарҙа меҫкенләнеп һатып алыусыңды көтөп тораһың, оҙаҡ һайланалар, әллә күпме яфа сигәһең. Был – ялған фекер. Әгәр тауарың сифатлы, таҙа булһа, икенсе тапҡыр һатып алыусыларың йә үҙҙәре килә, йә күрше-танышын ебәрә. Әллә ҡайҙан танып, һаулыҡ һорашып, тик минән генә тауар алғандар ҙа етерлек. Хатта телефондарҙы алмашып, улар теләгән урынға тауарыбыҙҙы илтеп бирәбеҙ. Был ысул ике яҡ өсөн дә уңайлы.
Былтыр помидор һатып ғына яҡынса 15 – 20 мең һум аҡса эшләнем. Йыл да эре-эре помидорҙарын һатыуға сығарғандарға ҡыҙығып ҡарай инем. Теплица ҡуйҙырғас, үҙем мул уңыш алдым. Иң эре, иң тәмлеләрен һатыуға сығарып ҡараным. Үҙең үҫтергән йәшелсәнең хаҡы һәйбәт – килограммы 120 – 150 һум. Бер килограмм помидорға ни бары дүрт-биш емеш тура килә. Ә сифатлы тауарға ихтыяж бар. Хатта алдан заказ биреп алыусылар булды.
Һүҙҙе баҙар һәм һатыуҙан башлағас, тағы ла ошо мәсьәләне күтәргем килә: беҙҙең ише һатыусыларға быға тиклем Өфөлә уңайлы һатыу урыны юҡ ине. Быйыл Баҡсасылар йыйынында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һатыу урындары булдырырға бойороҡ бирҙе. Беҙҙең өсөн иң уңайлы урын – баш ҡаланың Үҙәк баҙары. Кеше күп йөрөй, тауар тиҙ һатылып бөтә. Бынан ун йыл самаһы элек Үҙәк баҙарға тауарыңды алып киләһең дә, санитар экспертиза үткәс, уңайлы урынға ултырып һата инек. Урын өсөн күпмелер түләй торғайныҡ, әммә ул хаҡ үҙен аҡланы.
Һуңғы йылдары иһә был баҙарҙың эргәһенә яҡын барырлыҡ түгел, шуға башҡаларына йөрөргә тура килде. Тәү сиратта, улар эргәһендә туҡталҡа мәсьәләһе ауыр тора – машинаны ҡуйырға яйлы урын юҡ. Икенсе мәсьәлә – тауар хаҡы. Үҙәк баҙар менән сағыштырғанда, күпкә ҡайтышыраҡ. Был һатып алыусы өсөн йәтеш булһа ла, һатыусы өсөн шәп түгел. Быйыл был мәсьәлә хәл ителер тип өмөтләнәбеҙ.
“Урамда һатып тороусыларҙан емеш-еләк, йәшелсә алмағыҙ”, – тип йыш тылҡыйҙар. Был фекер менән дә килешеп бөтә алмайым. Әлбиттә, арала алдарға маташыусылар ҙа бар. Әммә күпселек осраҡта халыҡ баҙарға баҡсаһында үҫтергәнен сығарып һата. Беҙ химия һиптермәй генә, таҙа емеш-еләк, йәшелсә үҫтерәбеҙ. Үҙебеҙҙең балаларға, ейәндәргә ашатҡанды һатып алыусыға ла тәҡдим итәбеҙ. Был насармы ни?!
Булған уңышыңды баҙарға сығарғас, үҙеңә ҡаламы һуң, тип һораусылар ҙа булыр. Хәҙер элекке һымаҡ тиҫтәләгән банка аҙыҡ әҙерләмәйем. Үҙебеҙгә етәрлеген генә ябам. Тоҙло йә һеркә ҡушып маринадланған помидор-ҡыяр бик ашалмай. Туңдырыу камераһы алдыҡ. Барлыҡ еләкте, ҡабаҡ, кәбеҫтәне, хатта помидорҙы шунда һалам. Кәрәк саҡта сығараһың да ашайһың. Сейә, ҡарағат, ҡурай еләге яңы ғына өҙөлгән һымаҡ хуш еҫле була.
Хәҙер һығымта яһарға ваҡыт. Яҙ-йәй айҙарында баҡсала бил бөгөп, яҡынса 100 мең һум аҡса эшләп була. Быға иманым камил. Йыл һайын йәйен бал ҡорто һымаҡ тырышып эшләйем һәм ярайһы килем алам.
Тауыҡтар һанын быйыл бермә-бер арттырҙым. Тауыҡ йомортҡаһы – бик үтемле тауар. Күрше-күлән, хеҙмәттәштәр сиратҡа яҙылып ала. Хатта алып килеп өлгөрөп булмай. Тауыҡтар үҙҙәренә алынған ҡатнаш аҙыҡ хаҡын икеләтә ҡайтарып тора.
Бынан тыш, август-сентябрь айҙарында бәшмәккә сират етә. Бәшмәкте һәйбәт беләм һәм таҙа йыям. Шуға баҙарҙа 30 – 40 минуттан ашыу тормайым. Йәһәт кенә алып бөтәләр. Был да үҙенә күрә бер килем алыу ысулы.
Ғөмүмән, баҡсасыларға кәңәшем шул: һәйбәт сортлы емеш-еләк, ҡыуаҡтар, ағастар, йәшелсә ултыртып, мул уңыш алыуҙы хәстәрләргә һәм артабан түккән көстө аҡсалата ҡайтарыу тураһында уйланырға кәрәк. Һәр ҡыҙыҡһыныу хужаһына килем килтерергә тейеш, шул иҫәптән баҡса ла!
- Бикә ҠОЛСУРИНА