– Химик препараттар аллергияға килтерә. Ниндәй биологик ысулдар менән колорадо ҡуңыҙына ҡаршы көрәшергә була?
– Баҡсала химик инсектицидтар ҡулланмаҫҡа тырышығыҙ. Нимәгә беҙгә аллергия, онкология, диабет, анемия, ҡан баҫымының күтәрелеүе, иммунитеттың көсһөҙләнеүе, елһенеүҙәр, шешенеүҙәр һәм башҡа ҡурҡыныс сирҙәр? Үҫемлектәрҙе ағыулы химикаттар менән эшкәрткәндә улар ҡоротҡостарҙы ғына үлтерә тип уйламағыҙ. Ағыу тупраҡҡа, үҫемлек тамырҙарына йыуылып төшә, йәшелсә-емештә туплана, улар аша беҙҙең организмға үтеп инә.
Халыҡ сараларын да оноторға ярамай. Колорадо ҡуңыҙына ҡаршы үҫемлеккә ағас көлө һибеп сығырға (бер сутыйға 10 килограмм көл); рәт араларына яңы бысҡы вағы һибергә; картуф ултырта торған соҡорға бер ус һуған ҡабығы һалып ҡалдырырға; үҫемлектәргә бәпембә йә әрем төнәтмәһе һиптерергә (200 грамм үләнде 10 литр эҫе һыуҙа ике сәғәт төнәтеп, үләнен һөҙөп ташлағас, төнәтмәгә бер стакан йәшел һабын ҡушырға) кәңәш ителә.
Картуфты сығарып алғас та сидераттар (тупраҡ структураһын яҡшыртып, уны сәләмәтләндерә торған үҫемлектәр) – ужым арышы, кәрешкә, гәрсис, майлы торма сәсеү яҡшы һөҙөмтә бирә. Арыш менән кәрешкәне – яҙ, гәрсис менән торманы ер туңыр алдынан көҙ сәсеп ҡалдыралар.
Тәбиғи биопрепараттар ҡуңыҙҙарға ҡаршы ҙур көс булып тора. Колорадо ҡарышлауығын биоинсектицидтар бөтөрә. Мәҫәлән, ике компонентлы “Гуми+БТБ Картофель” препаратын ҡулланырға була. Уның составындағы БТБ (битоксибациллин) бактериаль препараты колорадо ҡуңыҙының аш һеңдереү юлдарын зарарлай. Беренсе үрсемдең ваҡ ҡына ҡарышлауыҡтары күренеү менән эшкәртеүҙе башларға кәрәк. “Гуми+БТБ Картофель” препаратын бер миҙгел эсендә өс тапҡыр һиптереү яҡшы. Препарат гумин кислоталары нигеҙендә эшләнгән, ул үҫемлектәрҙең сыҙамлылығын арттыра, уңышын күтәрә, тамырҙарын нығыта. Картуфтың япраҡтары ҡатҡыллана, ә ҡуңыҙ ундай япраҡты яратмай.
Ирина ЕРМОЛАЕВА.
Реклама