Сәғирә Ғәбитова Баймаҡ районының Әбделкәрим ауылында йәшәй. Алты йыл хаҡлы ялда. 1984 йылда ошо ауылға килен булып төшкән. Уның социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәһен гел ҡыҙыҡһынып күҙәтеп барам. Ә бына уңған баҡсасының Яңы йылға мандарин емештәрен йыйырға йөрөгәнен уҡып, бәйләнешкә инмәй булдыра алманым.
– Баҡсасылыҡ, һирәк осрай торған үҫемлектәр менән мауығыу күптән килә. Хаҡлы ялға сыҡҡас, был шөғөлөмә ваҡытты күберәк бүлә алам. Илебеҙҙең төрлө төбәктәренән орлоҡтар алып үҫтерәм, кешеләр менән бәйләнешкә сығып, орлоҡ алмашам. Бөгөн ананас, маракуйя, мурая үҫемлектәрен тәрбиәләп ҡуйҙым. Тупраҡты ашландырып, япраҡтарына витаминлы һыу һиптерәм. Үҙемә оҡшаған емеште мотлаҡ сәсеп ҡарайым. Маҡсатым – үҙемдең ҡул көсө менән экзотик үҫемлек үҫтереп, сәскә аттырып, емеш алыу. Йортомда лимон, әфлисүн, ҡәһүә, гранат, ике сейә ҡыуағы, мушмулла ҡыуағы, банан үҫә. Бананға төнгөлөккә өҫтәмә яҡтылыҡ ҡуям.
Сәскәләр, һирәк осрай торған үҫемлектәр үҫтереүҙең төп сере – уны урынынан күсереп ултыртмау. Миңә ҡалһа, гөлдө урынынан күсерһәң, ул яңы мөхиткә яраҡлаша башлай. Тимәк, уға өҫтәмә көс кәрәк була.
Экзотик ағастарым яҙын, көн йылынғас, ишек алдына, йәғни ихатаға күсә. Емештәрҙең ашағандан һуң, орлоҡтарын сәсәм, – тип һөйләй Сәғирә апай.
Уңған хужабикәнең гранат ағасына – 20 йыл самаһы, емештәренән ауыҙ итәләр. Әлеге мәлдә ике төрлө гранат үҫтерә. Улар шау сәскәгә күмелә, емештәре тулылана. “Был ағасты яратмау мөмкин түгел. Сәскә атып, емештәре бешеп етһен өсөн алты ай көтөргә кәрәк. Күптән түгел Әсәйҙәр көнөнә әфлисүн ағасының сәскә атыуын бүләк кеүек ҡабул иттем”, – ти әңгәмәсем.
Мандарин ағасына килгәндә, Яңы йыл алдынан бешеп сығырға тейешле төбөнә – биш-алты йыл. Бер ағастан яҡынса 10 килограмм емеш йыйып алалар.
Л. ҒАФАРОВА