Сәскә үҫтерергә яратыусылар сағыу төҫтәре менән күҙҙәрҙе ҡамаштырған, матур һәм әрһеҙ петунияларға өҫтөнлөк бирә. Тиҙҙән уларҙы ултыртырға ла ваҡыт етә. Түбәндә был турала бер аҙ кәңәштәр тәҡдим итәбеҙ.
Сәсеүгә 24 сәғәт ҡалғас, тупраҡты яҡшылап дымландырырға кәрәк. Был осракта орлоҡтарҙы тигеҙ итеп һалыу мөмкин буласаҡ. Орлоҡтарҙы сәсер алдынан ҡоро ҡом менән бутау ҙа хәйерле.
Петунияны сәсәбеҙ һәм пульверизаторҙан һыу һиптерәбеҙ. Өҫтән быяла йәки полиэтилен менән ҡаплайбыҙ. Әҙер «түтәл»де йылы урынға ҡуябыҙ. Көн һайын елләтеп алырға онотмайбыҙ. Петуния – яҡтылыҡ яратҡан үҫемлек. Кес кенә шытымдар күренеү менән, яҡтылыҡты арттырыу кәрәк. Һис юғы ул 14-16 сәғәтте яҡтыла үткәрергә тейеш. Һыуҙы иһә баштараҡ шприц менән һибеү дөрөҫ булыр. Петунияның дүрт-алты япрағы барлыҡҡа килеү менән һирәкләп ултыртырға мөмкин тигән һүҙ. Улай эшләргә теләмәһәгеҙ, үрсетмә сәскән ваҡытта уҡ орлоҡто айырым стакандарға ултыртырға кәңәш ителә.
Петуния 24-25 градус йылыла тиҙ шытып сығасаҡ. Сәскәнең гибрид төрҙәре йылыға айырыуса талапсан. Артыҡ йылы булһа, сирләп китергә, температура түбәнәйһә – шытмаҫҡа мөмкин. Шуны ла онотмағыҙ: орлоҡтарға башланғыс осорҙа өҫтәмә яҡтылыҡ кәрәк. Бының өсөн фитолампа ҡулланырға була. Был осраҡта мартта сәскән петунияғыҙ май уртаһынан башлап октябрь аҙағына тиклем шау сәскәлә ултырыр. Ваҡытында һыу һибеп, ике аҙнаға бер мәртәбә шыйыҡ ашлама менән туҡландырып торорға онотмағыҙ.
Был кәңәштәргә ҡолаҡ һалһағыҙ, йәй буйы баҡсағыҙҙы йәмләп петунияларығыҙ сәскәләргә күмелер.
Сығанаҡ: "Файҙалы кәңәштәр" төркөмөнән.
Фото: dreamstime.com