Бөтә яңылыҡтар
Баҡса
31 Март 2023, 20:42

Помидор үрсетмәләрен ауырытмаҫ өсөн

Помидор үрсетмәһе имен үҫһен өсөн уны ҡоротҡостарҙан һәм ауырыуҙарҙан һаҡлау саралары күрелә. Үрсетмә сирҙәре бер нисә төрлө була: бәшмәктәр, бактериялар, вирустар, ғәҙәттә, зарарланған орлоҡ, сифатһыҙ тупраҡ, үрсетмәне тәрбиәләү ҡағиҙәләрен боҙған осраҡта барлыҡҡа килә, ә йоғошһоҙ ауырыуҙар – өҫтәмә туҡландырыуҙы дөрөҫ эшләмәү йә туҡланыу элементтары етешмәү сәбәпле.

Иң йыш осраған бер нисә сирҙән ҡара һабаҡ (черная ножка) бик хәүефлеләрҙән һанала, сөнки уның бөтә үрсетмәне һәләк итеүе ихтимал. Ул тупраҡ бәшмәктәренән яһала. Сирле һабаҡ тамырҙың муйын тапҡырында ҡарая, нәҙегәйә, тамыр системаһы үҫеүҙән туҡтай. Үрсетмә тупраҡтан еңел генә һурылып сыға.

Помидор үрсетмәһе япраҡтарында ҡайһы берҙә һорғолт сыбар таптар барлыҡҡа килә. Был да бәшмәк сире. Таптар яңынан-яңы япраҡтарға күсә, улар ҡойола. Ауырыу юғары дымлылыҡ һәм юғары һауа температураһы шарттарында бик тиҙ тарала.

Бындай күңелһеҙлектәргә юлыҡмаҫ өсөн орлоҡто ла, тупраҡты ла, үрсетмәләрҙе лә тәғәйен препараттар менән эшкәртергә, зарарһыҙландырырға кәрәк. Әгәр ауырыу билдәләре күренә башлаһа, мөмкин тиклем тиҙерәк сара күреү зарур.

Айырым стакандарҙа ултырған үрсетмәләр ауырыһа, уны стаканы менән ҡуша ташлайҙар, ә дөйөм һауытта ултырғанын күршеләренә зыян килтермәй генә һурып йә ҡырҡып алалар. Ҡалған үрсетмәне “Фитоспорин” менән эшкәртәләр.

Һыуҙы һирәгерәк һәм йылытыбыраҡ, “ФитоКислинка” өҫтәп һибәләр, сөнки помидор үрсетмәләре туҡланыу элементтарын яҡшыраҡ үҙләштерһен өсөн әҙ әселекле реакция кәрәк. Һыуҙы, тупраҡ өҫтө ике-өс сантиметр тәрәнлектә кипкәндә генә, аҙнаһына ике тапҡыр һибеү ҡулай. Үрсетмәнең япраҡтары артҡан һайын, һыуҙы ла күберәк һибәләр. Һыуһыҙлыҡтан үрсетмә япраҡтары һулый башлауына юл ҡуймау хәйерле, юғиһә был насар эҙемтәгә килтерә.

“Богатый-Микро Медь”, “Цинк” һиптереү файҙалы. Ярты балғалаҡ препаратты бер литр һыуҙа болғатып, һиптергесле шешәгә ҡойорға ла япраҡтарҙы еүешләтеп кенә сығырға. Быны кискә ҡарай эшләйҙәр.

“Фитоспорин-М” ҡулланыу ҙа үрсетмә үҫешенә, тамырҙары, япраҡтары нығыныуға ыңғай йоғонто яһай. Ярты балғалаҡ препаратты биш литр йылымыс (25-30 градус) һыуға иретеп, үрсетмәләргә һибәләр (үрсетмә ултырған бер стаканға 50 миллилитр йә дөйөм һауыттағы бер төпкә 20 миллилитр иҫәбенән).

- Ирина ЕРМОЛАЕВА

Читайте нас: