Аныҡ тәҡдимдәрҙе көйләргә кәрәк.
Дәүләкән районы – башҡорт күпләп йәшәгән төбәктәрҙең береһе. Йылға буйҙарын, күлдәрҙе үҙ иткән ата-бабаларыбыҙҙың Мең, Табын, Ҡаңны ырыуы, хатта меңдәр араһында таралған Юрмый ырыуы вәкилдәре лә йәшәй был ерҙә. Шуға ла төбәктә үтәсәк ҡоролтайға 300-гә яҡын делегат саҡырылғайны, район мәҙәниәт йорто халыҡ менән тулды, тиһәк тә була: 252 делегат сараны үҙ күҙҙәре менән күҙәтте.
Сараны асып, район хакимиәте башлығы урынбаҫары, Дәүләкән районы ҡоролтайы рәйесе Зиннур Ғайсин атҡарылған эштәр менән таныштырҙы, киләсәккә пландар хаҡында ла әйтеп үтте, шул уҡ ваҡытта килеп тыуған проблемаларҙы ла билдәләне. Әлеге лә баяғы башҡорт ҡоролтайҙарындағы тел мәсьәләһе ул. Йәшерәк быуын балаларына ата-бабалар телен өйрәтеүҙән баш тарта. Йәнә лә йылдың-йылы ауылдарҙа, ҡалаларҙа балалар һаны кәмей. Бер көн килеп уҡытырға кеше ҡалмауы ла ихтимал.
Зиннур Нурғәли улы үҙенең “Дәүләкән районы ҡоролтай башҡарма комитеты тарафынан 2016 –2019 йылдарҙа башҡарылған эштәрҙе йомғаҡлау” тип аталған сығышында төбәктә йәштәр өсөн саралар әүҙем ойошторолоуын, урындағы эшҡыуарҙарҙың ярҙамға килергә әҙер тороуын хуплап телгә алды. Бынан бер нисә йыл элек мәғрифәтсе, шағир, I Бөтә Рәсәй мосолмандар съезында ҡатнашҡан Сафуан Яҡшығоловтың исемен мәңгеләштереү эштәренең әүҙемләшеүен әйтте. Яңы Яппар зыяратында шағирҙың ҡәбер ташын яңыртыу, былтыр китабын сығарыу халыҡ тарафынан да йылы ҡабул ителеүен билдәләне. Был эштә әүҙемлек күрһәткән Ҡырҡөйлө-мең башҡорттарының ҡор башы Филүс Хәлиуллинға, шулай уҡ башҡорт телен уҡытыу эшен алып барған уҡытыусыларға рәхмәт белдерҙе. Ата-әсәләр менән тағы ла әүҙемерәк эш алып барыу зарурлығын билдәләне.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы аппараты етәксеhе Заһир Ишкин үҙ сығышын Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының эшмәкәрлеге менән таныштырып, V ҡоролтай алдынан Башҡорт халҡының үҫеш стратегияһын булдырыу, унда һәр башҡорттоң ҡатнашыу хоҡуғы булыуы тураһында әйтте. “Халыҡ көсөн – халыҡ өсөн” тигән лозунг менән барған эштәр милләттең киләсәген хәстәрләп, төп йүнәлештәрҙе билдәләү өсөн башҡарыла. Заман етеҙ тиҙлек менән алға елә, шуға күрә ошо аттан төшөп ҡалмау өсөн, башҡорт халҡы, үҙ яҙмышын үҙ ҡулына алып, үҙе хәл итергә тейеш киләсәк көнөн. Бының өсөн, әлбиттә, яңы фекерҙәр, яңы алымдар кәрәк. “Ата-бабаларыбыҙ йолаларына тоғро ҡалып, беҙ милләтебеҙ асылын һаҡлап ҡалырға, шул уҡ ваҡытта заман талаптарына ла яуап бирә алырлыҡ ғәмәлдәр башҡарырға бурыслыбыҙ!” – тине Заһир Закир улы.
Дәүләкән район советы секретары вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы, Дәүләкән районы башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты ағзаһы Рәмзиә Әминева сарала ҡатнашыусыларҙы район етәкселеге менән берлектә эшләргә, шулай уҡ милләт мәнфәғәтенә ҡағылышлы мәсьәләләрҙә тартынып тормай мөрәжәғәт итергә саҡырҙы.
Дәүләкән лицей-интернатының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Гөлсәсәк Шәрипова “Милли мөхиттә милли аң тәрбиәләү” тигән сығышында ошо ерлектә башҡорт телен һәм әҙәбиәтен өйрәнеү өсөн ниндәй шарттар тыуҙырылған, ниндәй проблемалар тороуы хаҡында әйтергә тырышты. Һәр хәлдә, шуныһы асыҡ билдәле: районда етәкселек тарафынан туған телде өйрәнеүгә ҡаршылыҡ юҡ, бары тик ата-әсәләрҙең тырышлығы, ниәте кәрәк. Мәктәп директорҙарына бәйле күп нәмә, шуға күрә улар “телде өйрәнеү әллә ни мөһим түгел, яҙмағыҙ ғариза” тип тора икән, туп-тура Башҡорт ҡоролтайына мөрәжәғәт итергә кәрәк. Башҡорт халҡының мәнфәғәтен ҡайғыртҡан берҙән-бер ойошма был. Һәр төбәктә сығыш яһағанда әйткән һүҙҙәрҙе яңынан ҡабатлайбыҙ: зарланыуҙан туҡтап, аныҡ эштәр менән алға атларға, ғәмәлдәрҙе аныҡ тәҡдимдәр менән көйләргә кәрәк!
Дәүләкән районы хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге начальнигы Рәфис Әхмәтрәхимов үҙенең “Райондағы милли-мәҙәни уңыштар һәм ынтылыштар” тигән сығышында төбәктә уҙған милли саралар хаҡында һөйләне. Уңыштар бар, Аллаға шөкөр, етерлек, күҙгә күренеп тора. Башҡортостан автономияһының 100 йыллығына арналған сарала Дәүләкәндең “Әхирәттәр” төркөмө ана нисек сығыш яһаны “Арғымаҡ” этнорок төркөмө менән! Байрам концертының милли, йәнле, халыҡсан, яңы һулышлы сығышы булды ул!
“Башҡорт ауылдарының киләсәге бармы?”
Ҡырҡөйлө-мең ырыуы башҡорттарының ҡор башы Филүс Хәлиуллин сығышын шулай атаны. Шунда уҡ үҙе яуап биреп тә ҡуйҙы: “Бар!” Әлбиттә, милләтебеҙҙә Филүс һымаҡ ир-егеттәребеҙ күберәк булһа, халҡыбыҙҙың киләсәге бар: маҡсатлы, эшлекле, алға ынтылышлы, килеп тыуған проблемаларға хәләл ғәмәле менән яуап биргән ир-егеттәр һәр заманда милләт тотҡаһы булған. Шуны ғына ла миҫал итеп әйтеп китергә була: Ҡырҡөйлө-мең башҡорттары йыйыны ла бит бары тик уйын-көлкөгә ҡоролмаған. Унда йыйылған халыҡ төрлө сараларҙа ҡатнаша, шәжәрәләрен өйрәнеп, күргәҙмәләр ойоштора, китаптар сығара, йыл әйләнәһенә барған сараларҙың еңеүселәре менән таныша, дини, мәҙәни йолаларҙың тергеҙелеүе шаһиты була. Бөгөн Ҡырҡөйлө-мең башҡорттары Ҡәнзәфәр бейҙең исемен мәңгеләштереү идеяһы менән яна. Уның ятҡан урыны ла билдәле хәҙер, әммә ҡәбер ташын нығытып, оло юлдан үтеп барған кешеләр инеп доға ҡылыр урын эшләү мөһим. Ҙур ниәттәр менән янып йөрөй Филүс Хәлиуллин, уны Яңы Яппар ауылына юл һалыу мәсьәләһе лә борсой. Был хаҡта район хакимиәтендә беләләр, яҡын йылдарҙа проблема ыңғай хәл ителер тигән өмөт бар. Нимә генә тимә, нисәмә район йыйылып сара үткәргән төбәк бит ул Яңы Яппар ауылы. Унда юлдың яҡшы булыуы шарт!
Дәүләкән районы башҡорт ҡатын-ҡыҙҙар комитеты рәйесе, Дәүләкән ҡалаһының 3-сө башҡорт гимназияһы директоры Рәйлә Дәүләтова үҙенең сығышын “Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте төбәк ойошмаһының Дәүләкән бүлексәһе эшмәкәрлеге” тип атаған, әммә күберәк Башҡортостандың Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары ойошмаһы сараларынан отчет биреүгә арнаны. Уныһы ла кәрәк, бәлки, залда ултырғандарға төп сараларҙың нисек уҙыуы ҡыҙыҡтыр, Дәүләкән районы ҡоролтайына бәйле төбәктә башҡорт ҡатындарының эшмәкәрлеге нисек? Моғайын, киләсәктә был хаҡта ла фекер алышырбыҙ, сөнки, белеүемсә, тыуған районымда ҡатын-ҡыҙҙар хәрәкәте бар. Милли кейемдәр тегеү, йолаларҙы тергеҙеү, саралар уҙғарыу эштәре алып барыла.
Бөтә Рәсәй Йәштәр ҡоролтайының Дәүләкән районы бүлексәһе рәйесе Илмир Әхмәтйәнов үҙенең “Йәштәр араһында тәрбиәүи-әхлаҡ йүнәлешендәге саралар” тигән сығышында дини саралар тураһында һөйләне. Дәүләкән еренең Ярыштауҙа Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм сәхәбәләренең береһе Усмандың ерләнеүе, ата-бабаларыбыҙ Зәйнулла ишан күрһәткән юлдан барыуы тураһында әйтте. Ул шулай уҡ республика кимәлендә үткән дини байрамдарҙа, Зәйнулла ишанға арналған сараларҙа Дәүләкән районы йәштәренең әүҙем ҡатнашыуын билдәләне.
Сара аҙағында V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына делегаттар һайланды – Дәүләкән районынан улар дүрт кеше буласаҡ. Республика етәкселеге талабына яуап биреп, урта, йәш быуын вәкилдәренә өҫтөнлөк бирелде. Бөгөнгө ҡоролтайҙар ултырышы шуның менән дә айырыла: бында халыҡ хәбәр һатырға түгел, ә эше менән халыҡ мәнфәғәтен ҡайғыртҡан шәхестәргә ышанысын белдерер, милләткә файҙалы эштәр атҡарыр өсөн йыйыла.
Шулай уҡ сара һуңында Дәүләкән районы башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитетына яңы ағзалар һайланды. Бынан һуң 17 кеше төбәктең милли ойошмаһында торасаҡ. Зиннур Ғайсин үҙ теләге менән етәксе вазифаһынан баш тартты һәм урынына Ғәрифулла Ҡотлоғәлләмовты тәҡдим итте. Ҡоролтай ағзалары бер тауыштан уның кандидатураһын раҫланы. Әлбиттә, һуңғы йылдарҙа Зиннур Нурғәли улы етәкселегендәге район ҡоролтайы байтаҡ эш башҡарып, халыҡ араһында ҙур абруй ҡаҙанғайны, шуға күрә шәхсән уның был вазифанан китеүенә ҡаршылар ҙа булды. Әммә ул ҡоролтай ағзаһы булып ҡала, шуға күрә ярҙамынан ташламаҫҡа вәғәҙә бирҙе.
Зиннур Нурғәли улын район халҡы бик ихтирам итә. Юҡҡа ғына сара барышында уға күп һорауҙар менән мөрәжәғәт итмәнеләр. Ул Көрмәнкәй клубын йүнәтеү мәсьәләһен хәл итергә ярҙам итәсәген белдерҙе. Шулай уҡ Башҡорт дәүләт университетына, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетына башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары талап ителеүе хаҡында хат менән мөрәжәғәт итергә йыйыныуы тураһында хәбәр итте. Ҡаҙырғол ауылында ла обелиск емерелгән. “Бында мәсьәләләрҙе хәл итеү юлдары бер нисә. “Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү” программаһы аша, халыҡтан аҡса йыйып, район ҡаҙнаһынан бүлеп проблеманы хәл итеү юлдарын эҙләрбеҙ!” – тине ул. Шулай уҡ Иҫке Мерәҫ, Яппар-Йәнбәк, Мерәҫ ауылдарына шоссе юлды йүнәтеү хәстәрлеген дә күрәсәктәр районда.
Халыҡтың йәшәйешен яҡшыртыу юлдарын эҙләгән, уларҙың тауышын ишеткән етәкселәр эшләй Дәүләкән районында, шуға күрә яҡшыға өмөт итәйек, үҙебеҙ ҙә ҡул ҡаушырып ултырмайыҡ, яҡташтар!