Бынан ике йыл элек Ялта ҡалаһының Ливадия һарайы паркында шундай яҙмаға тап булдым: “Мазитов Гали Ахметович (1912 – 1993) – 1944, Герой Советского Союза”. Яҡташ булғас, ҡолаҡҡа салынған исем бит инде. Шулай ҙа шикләнә биреңкерәп, телефон аша интернеттан кемлеген ҡарайым һәм Йәрмәкәй районының Яңы Шах ауылында тыуған милләттәшемдең үҙен күргәндәй булып ҡыуанам. Етмәһә, Ҡырым башҡорттары ҡоролтайы етәксеһе Даларис ағай Имелбаев батыр яҡташыбыҙҙың ҡаһарманлығы, ошонда йәшәүе хаҡында һөйләп алып китте. Бына бит: ҡаланың сағыу урындарының береһендә батырҙары менән дан ҡаҙанған милләтемдең ғәййәрлеген тағы ла бер тапҡыр иҫкә төшөрөп, Ғәли Әхмәт улы Мәжитовтың исеме яҙылып, һүрәте ҡуйылған!
Ошолар хаҡында һөйләүҙән башланым сығышты Йәрмәкәй районы башҡорттары ҡоролтайында. Был сараға уларҙы Бөтә донъя башҡорттарының 5-се ҡоролтайы алдынан атҡарылған эштәргә байҡау яһарға, киләсәккә пландар ҡорорға һәм делегаттар һайлау маҡсаты менән йыйҙылар.
Йәрмәкәй районында бөгөн 4989 башҡорт йәшәй. Әлбиттә, һөйләштәре үҙенсәлекле, беҙ әләм итеп күтәргән башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектына тартым, ә рухтары башҡорт уларҙың.
Район хакимиәте башлығы Илшат Райманов, мәҫәлән, йылан ырыуы башҡорто. Быны төбәк халҡы яҡшы белә булып сыҡты, сөнки ырыуығыҙ ниндәй тигән һорауға зал тотошлайы менән тиерлек: “Йылан!” – тип яуап бирҙе. Унан тыш, бында Байлар ырыуына ҡараған ауылдар ҙа бар. Мәҫәлән, Турай. “Башҡорт ырыуҙары тарихы” китабының исем туйы Йәрмәкәй районында үткән, шуға күрә был ырыу паспортына торошло йыйынтыҡ халыҡ араһында таралып өлгөргән.
Илшат Әмир улы килгән ҡунаҡтарҙы район ҡул оҫталарының эше менән таныштырыуҙан башланы. Ниндәй генә ҡыҙыҡлы, үҙенсәлекле сувенирҙар юҡ бында! Ептәрҙән туҡып эшләнгән Башҡортостан әләме лә, таҫмаларҙан ҡайып яһалған Башҡортостан гербы ла иғтибарҙы йәлеп итә. Башҡортостан яҙыусыларының юбилейҙары уңайынан уҙғарылған ижади конкурстар, конференциялар тупланмалары ла күңел һалып эшләнгән.
Йәрмәкәй районы хакимиәте башлығы Илшат Райманов төбәк башҡорттары ҡоролтайы эшенең башынан аҙағына тиклем ҡатнашып, һәр сығышты ентекле тыңлап, эшлекле фекерҙәрен әйтә барҙы.
Райондың мәҙәниәт йортонда барған сарала ҡатнашыусылар башта төбәк ҡоролтайы етәксеһе Алина Сәлимгәрәеваның отчетын тыңланы. Ул районда сығып килгән “Етегән” гәзитенең башҡорт рухын тәрбиәләүҙәге роле тураһында ла әйтеп китте. Ниҙән ҡайһы бер райондарҙа сыҡҡан башҡорт гәзиттәре ябыла башлағандыр, әммә сәбәп халыҡтың үҙендә түгеллеге лә асыҡлана. Йәрмәкәй районында башҡорт гәзите сығыуҙан туҡтамаҫ тип өмөт итәйек, сөнки халыҡта ихтыяж бар, төбәк етәкселеге лә ҡеүәтләп тора.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы етәксеһе урынбаҫары Азамат Сирбаев үҙ сығышында төбәк халҡын “Башҡорт халҡының үҫеш стратегияһы”н булдырыуҙа әүҙем ҡатнашырға саҡырҙы. Ул йәнә лә бер кешенең эшлекле шәп тәҡдиме тотош милләткә файҙа килтерер ғәмәл булыуы хаҡында ла әйтте.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡорт халҡы тарихы комиссияһы етәксеһе Нурислам Ҡалмантаев Башҡортостан Автономияһы уңайынан төбәктәрҙә күберәк саралар уҙғарырға һәм күмәк эшкә ҙур иғтибар бүлергә саҡырҙы. “Беҙҙең халыҡ ырыу менән йәшәгән. Элек өмәләр була торғайны, ана шул йоланы яңынан тергеҙергә кәрәк!” – тине ул.
Саралар шулай уҡ Йәрмәкәй үҙәкләштерелгән китапхана директоры Лилиә Ғиззәтуллина, Тарҡазы ауылы белем биреү мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Гөлсәсәк Шәймәрҙәнова, “Ҡояшҡай” балалар баҡсаһының башҡорт теле уҡытыусыһы Мәғдәнис Сиражева сығыш яһаны һәм үҙ өлкәһендә башҡорт телен алып барыу тураһында әйтте. Телде өйрәнеү иң тәү сиратта башҡорт халҡының үҙенә бәйле. Телде өйрәнһәк, һөйләшһәк, бер кем дә беҙгә килеп, тыя алмай. Дәүләт закондары беҙҙең яҡлы, шуға күрә, хөрмәтле ата-әсәләр, телде һаҡлап ҡалыу өсөн ғариза кәрәк икән, ғариза яҙығыҙ, йыйылышҡа саҡыралар икән, унда килеп балағыҙҙың киләсәген хәстәрләгеҙ!
Сара һуңында әүҙем йәмәғәт ағзаларына район хакимиәте башлығы Илшат Райманов Рәхмәт хаттары тапшырҙы. Уға Әбүзәр Мөхәмәтйәнов, Ратмир Муллағәлиев, Рәмис Ғәбиҙуллин, Розалия Миңлебаева, Мәғдәнис Сиражева лайыҡ булды. Районда башҡорт теле дәүләт теле булараҡ ҡына түгел, ә туған тел булараҡ та өйрәнелһен ине. Бөгөн Йәрмәкәй районында башҡорт булмаған 1278 баланың 1027-һе башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәнә. Был һәйбәт, әммә туған тел булараҡ башҡорт балаларының үҙ теленә ынтылып үҫеүе шарт. Ғөмүмән, башҡаларға телде өйрәтергә тырышҡансы, беҙгә, башҡорттарға, үҙ телебеҙҙе бар тулылығында, һәр диалектын белеп өйрәнһәк, яҡшыраҡ булыр ине! Матур сығыштар, төплө фекерҙәр ишетеп ҡайттыҡ беҙ Йәрмәкәй еренән. Улар Башҡортостан Республикаһын бар иткән халыҡ вәкиле. Милли асылды яҡлайбыҙ, тип торалар.
Халҡыбыҙ мәнфәғәтендәге ниәттәребеҙ тормошҡа ашһын!