Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт донъяһы
16 Апрель 2019, 17:17

Башҡортлоғоң ғәмәлеңдә сағылһын!

Һуңғы тапҡыр халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса Бишбүләк районында 5730 башҡорт йәшәй. Тарихи ваҡиғаларға күҙ һалһаң, Һарайлы-мең башҡорттары әлеге Татарстан территорияһында 1753 йылда Күл-иле, Мең башҡорттарынан ер алып, был ерҙәргә ҡайтып ултырған.

Һуңғы тапҡыр халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса Бишбүләк районында 5730 башҡорт йәшәй. Тарихи ваҡиғаларға күҙ һалһаң, Һарайлы-мең башҡорттары әлеге Татарстан территорияһында 1753 йылда Күл-иле, Мең башҡорттарынан ер алып, был ерҙәргә ҡайтып ултырған. Дүсән, Айыт, Шатмантамаҡ, Елболаҡ – XVIII – XIX быуаттарҙа барлыҡҡа килгән башҡорт ауылдары. Бөгөн төбәктә һөйләш бер ни тиклем үҙгәрһә лә, “Башҡорт ырыуҙары тарихы” китабын алып уҡыған, шәжәрәләрен барлай башлаған, өйрәнгән халыҡ үҙенең милли асылын таный.


Бишбүләк районы башҡорттары ҡоролтайы Бикҡол ауыл советына ҡараған Дүсән ауылында үтте. “Ҡоролтай үткәреү урыны итеп юҡҡа ғына Дүсән ауылы һайланманы. Милләттәштәребеҙ күпләп ошо ауыл тирәһендә йәшәй. Кәрим Хәкимов исемендәге күп функциялы мәҙәниәт үҙәгендә байтаҡ сараларыбыҙ уҙа”, – тине район хакимиәте башлығы урынбаҫары вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Артур Зарипов.


Һеҙ шәхестәр үҫтергән төбәктән!


Ун бер ауыл советынан йыйылған де­легаттарҙы, Бөтә донъя башҡорттары ҡо­рол­тайынан килгән вәкилдәрҙе Аҙнай ауылының “Хазина” фольклор ансамбле инәйҙәре йыр-бейеү менән ҡаршы алды. Аһ, халҡыбыҙҙың яҡты сырайлы инәйҙәре! Ауыр кәүҙәләрен еңел итеп бейеп китеү­ҙәре үҙе ни тора! Әйтерһең дә, ғүмергә бер ҙә хәсрәт күрмәгәндәр. Әйтерһең дә, ҡайғының ни икәнен дә белмәгәндәр – бәхет сәсеп, ниндәй рухи ҡеүәт менән башҡара улар бейеүҙәрен, йырҙарын!


Райондың ҡул оҫталары күргәҙмәләре күҙҙең яуын алырлыҡ. Заманса итеп эшләнгән яҫтыҡтар айырыуса ҡыҙыҡлы күренде. Милли аштарҙан да айырым күргәҙмә эшләгән бишбүләктәр.


Ҡоролтай эшен район башҡорттары ҡо­ролтайы рәйесе Ришат Әхмәтшин асып ебәрҙе. Ул атҡарылған эштәр буйынса отчет бирҙе, алда торған пландар менән уртаҡлашты. Сараға башҡорт ауылдарынан һайланған делегаттарҙан тыш, тирә-яҡ ауылдарҙан 100-ҙән артыҡ кеше килгәйне.


Ҡоролтай ултырышын дауам итеп, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы аппараты етәксеһе урынбаҫары Азамат Сирбаев сығыш яһап, Башҡорт халҡының үҫеш стратегияһын төҙөүҙә һәр кемде әү­ҙем ҡатнашырға саҡырҙы: “Был һан­дарҙан торған, берәүгә лә ҡыҙыҡ булмаған бер документ икән тип уйламағыҙ. Кире­һенсә, уны булдырыуҙа халыҡҡа мөрәжә­ғәт итеп, беҙ уларҙың аҫыл фекерҙәрен, киләсәкте күҙаллаған тәҡдимдәрен ишетергә, эш барышында ҡулланырға теләйбеҙ! Был – беҙҙең уртаҡ эшебеҙ!”– тине ул. Азамат Зиннур улы шулай уҡ Бөтә донъя башҡорттарының V ҡо­ролтайына һайланасаҡ делегаттарҙың байрам өсөн түгел, ә эш өсөн йыйы­ласағын белдерҙе.


Азамат Сирбаев төбәктең әүҙем ағза­ла­рына Бөтә донъя башҡорттары ҡорол­та­йының Рәхмәт хатын тапшырҙы. “Хазина” фольклор төркөмө ағзалары ла бар ине араларында: Люция инәй Мырҙа­хановаға – 78, Рая инәй Лоҡмановаға – 77 йәш. Ауылыбыҙҙың ғына түгел, районы­быҙҙың йөҙөк ҡаштары, ти улар хаҡында аҙнайҙар.


Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы­ның Башҡорма комитеты ағзаһы, Башҡорт халҡы тарихы комиссияһы етәксеһе, тарихсы Нурислам Ҡалмантаев ҡорҙа ҡатнашыусыларҙың иғтибарын Мең ырыуы, Һарайлы-мең башҡорттары тарихына йүнәлтте. “Шәжәрәләрҙе төҙөргә кәрәк. Халыҡтың бар үткәне, милли асылы уларҙа ярылып ята!” – тине ул һәм сарала ҡатнашыусыларҙың барыһын да нәҫел ағасын төҙөргә, бигерәк тә мәктәптәрҙә был эште киң йәйелдерергә саҡырҙы.


Быға тиклемге яҙмаларҙа ла әйтеп киткәнем булды: Бишбүләк районы баш ҡаланан әллә ни алыҫ та түгел, әммә башҡорт зыялылары бында һирәк килә. Әүҙемерәк йөрөргә кәрәк Булат Имашев, Фәтих Кәрим, Ғабдулла Әхмәтшин кеүек шәхестәрҙе биргән ергә! Ана, Сафуан Яҡшығолов уҡыуҙарын улар ниндәй дәррәү күтәреп алып үткәреп ебәрҙе! Миәкә районы – күрше генә төбәк: унда ғәм халыҡ йыл да Аҡмулла көндәренә йыйыла. Бәлки, төбәкте күтәрер, күрһәтер өсөн бында даими рәүештә ойошторолоп килгән сара кәрәктер! Әммә башҡорттар күпләп йәшәгән төбәк иғтибарҙан ситтә ҡалырға тейеш түгел.

Телгә килгәндә...


Ана яңыраҡ уҙғарылған башҡорт халыҡ ижадын һаҡлап ҡалыуға, үҫтереүгә һәм пропагандалауға йүнәлтелгән фестиваль кеүек. Уны Республика халыҡ ижады үҙәге ойоштора. Бишбүләк мәҙәниәт һарайында үткән быйылғы конкурс ғалим, фольклорсы, филология фәндәре докторы, С. Юлаев ордены кавалеры, С. Юлаев һәм Ж. Кейекбаев, М. Аҡмулла исемендәге премиялар лауреаты Әхмәт Сөләймәновтың яҡты иҫтәлегенә бағыш­ланған. Иҫән саҡта сарала Әхмәт Мөхә­мәтвәли улы баһалама рәйесе булараҡ ҡатнашҡан. Төрлө милләттәр йәшәгән Бишбүләк районы исеменән бында “Хазина” (башҡорт халыҡ фольклор), “Мерчен” (сыуаш халыҡ ансамбле), “Аҡ ҡалфаҡ” (татар халыҡ ансамбле), “Шут” хореография, “Живая вода” урыҫ халыҡ ансамблдәре сығыш яһаған. Алда әйт­кәнемсә, аҫаба башҡорттарҙың “Хазина”­һы Гран-приға лайыҡ булған. Республиканы бар иткән, уға исем биргән халыҡ иң шәбе булырға тейеш. Лайыҡлы еңеү.


Әйткәндәй, бында башҡорт телен тә­рән­дән өйрәнгән ике генә мәктәп бар – Ҡа­ныҡай һәм Дим мәктәптәре филиалы бул­ған Б. Имашев исемендәге Аҙнай баш­ланғыс мәктәбе. Төбәктең һигеҙ белем усағында башҡорт милләтле бала белем ала. Дәүләт теле булараҡ бында башҡорт телен 2663 баланың 1868-е өй­рә­нә. Район­да туған телдәрҙе 53 уҡы­тыусы уҡыта, шуларҙың 28-е – башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыу­сылары. Район­да уларҙың методик берләшмәһе лә булды­рылған. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡы­тыу­сыларын Сөмбөл Әсфәндиәрова етәкләй. Ф. Кә­римов уҡыуҙарында күрше район балалары ла ҡатнаша икән. Төбәк уҡыусылары “Урал батыр” эпосын яттан һөйләү кеүек республика конкурстарында ла үҙҙәрен һынап ҡарай, әммә тағы ла әүҙемерәк булырға кәрәк.


Район хакимиәте башлығы Наил Ғата­уллин менән осрашыуҙа “Дим буйҙары” район гәзитенең ябылыуына бәйле сәбәп­тәрҙе һораныҡ. Баҡтиһәң, халыҡ яҙы­лырға риза, гәзитте йортона алдырып уҡырға теләй. Әйткәндәй, был хаҡтағы фекер район башҡорттары ҡо­рол­тайы резолю­цияһына ла инеп китте. Район исеменән Бөтә донъя башҡорт­тарының V ҡоролта­йына делегаттар һайланды. Шулай уҡ район ҡоролтайы ағзалары ла яңыртылды.

Шағир Фәтих Кәримдең шундай шиғыр юлдары бар:

Һөйләр һүҙҙәр күптәр улар,

Иренмәйсә һөйләһәң;

Оҙон һүҙҙең ҡыҫҡаһы шул:

Күп йәшәргә теләһәң,

Үҙең турала уйлама,

Илең турала уйла,

Илең турала уйлаһаң,

Ғүмерең оҙон була.


Ошонан да ҡеүәтлерәк итеп ниндәй һүҙҙәрҙе әләм итеп алып була ха­лыҡ мәнфәғәте өсөн хеҙмәт иткәндәргә!

Теләгән кеше эшләй, ҡоро һүҙ менән түгел, ә халҡы өсөн башҡарған ғәмәлдәре менән дан тота.


Ана бит Айыт мәктәбе бына инде ни­сән­сегә башҡорт яҙыусыларының, шә­хес­тәренең исемдәрен мәңгеләштереү бу­йынса эш алып бара. Бөгөн генә ул беҙ балаларға бәләкәй тип ҡарайбыҙ, ә бит ун-ун биш йыл эсендә тотош яңы бы­уын үҫеп сыға. Уларҙың күңеленә милли рухты, милли аһәңде бөгөн һалырға кәрәк!



Бишбүләк районы
Читайте нас: