Ошо көндәрҙә баш ҡала башҡорттары ҡорға йыйылды.
М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында 300 делегат ике сәғәттән ашыу Өфө ҡалаһы башҡорттары йәшәйешенә ҡағылышлы мәсьәләләр хаҡында фекер алышты. Улар күтәреп сыҡҡан һорау-тәҡдимдәр бар халҡыбыҙға ҡағыла ине.
Мәктәп уҡыусылары шиғыр һөйләй. Рәми Ғарипов, Зәйнәб Биишева, Рауил Бикбаевтың “Халҡым! Телем! Илем!” тип өҙөлөп, әсенеп яҙған шиғыр юлдары... Президиум һәм тамаша залы тулып ултырған йыйында ҡатнашыусыларҙы ла ошо өс төшөнсәнең яҙмышы өсөн борсолоу бер ҡорға туплаған. Борсолоу, һүҙ һөйләү – бер. Быларҙы тәү сиратта эш менән аҡлау мөһим.
Ҡоролтайҙың рәсми өлөшөндә барыһын да Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров исеменән Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Илшат Тажетдинов сәләмләне һәм бындай сараның республиканың 100 йыллығына тура килеүенең ҙур мәғәнәгә эйә булыуы хаҡында һөйләп үтте.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы) Башҡарма комитеты рәйесе Данир Ғәйнуллин үҙенең сығышында хатта ошо театр бинаһы аҫтында ла ата-бабаларыбыҙҙың һөйәктәре ятыуын, бөгөнгө сараның баһалап бөткөһөҙ әһәмиәтле тарихи ваҡиға икәнен билдәләне.
“Беҙ бик күп! Киләсәктә беҙҙе ҙур эштәр көтә, алда ҙур маҡсаттар тора. Республикабыҙҙа яңы етәкселек, яңы алымдар”, – тине ул.
Өфө ҡалаһында тәүге тапҡыр Ҡоролтай булдырылыуын, был сараның тарихи әһәмиәтен Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Эльвира Айытҡолова ла билдәләп үтте. Ул үҙ сығышында һуңғы йылдарҙа көнүҙәк булып торған тел мәсьәләһенә лә иғтибар бүлде, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡайһы бер ата-әсәләрҙең үҙ балаларына туған телде өйрәтергә теләмәүе, ҡала шарттарында телде һаҡлап ҡалыу мөһимлеге хаҡында һөйләне.
“Башҡортта башҡортлоҡто уятыу мөһим”
Көн тәртибе буйынса артабан ҡала шарттарында башҡорт мөхитен, милли һәм рухи күсәгилешлекте тәьмин итеү, туған телде, мәҙәниәтте һаҡлау, йәш быуында илһөйәрлек, телһөйәрлек, белемгә ынтылыш тәрбиәләү хаҡында фекер алышыу ҡаралғайны.
– Бындағы ҡатнашыусыларҙың күбеһенең балалары үҙҙәрен Өфө башҡорттары тип әйтә ала. Улар туған телдә һөйләшә. Беҙ баш ҡалаға килгән йылдарҙа бөтөнләй икенсе төрлө ине. Ул осорҙа тыуған башҡорттар туған телһеҙ ҡалыуға дусар ителгәйне. Был хәл беҙгә генә түгел, совет осорондағы бар милләттәргә лә ҡағыла.
Ҡайһы берәүҙәрҙең, ҡала шарттарында туған телдәр кәрәкмәй, улар бөтөп бара тигәне менән һис килешеп булмай. Киреһенсә, беҙ яңырыу кисерәбеҙ, үҙ тамырҙарыбыҙға ҡайтабыҙ. Һуңғы 30 йылда Өфөлә күпләп башҡорт мәктәптәре асылды, уларға бөгөн ихтыяж тағы ла ҙурыраҡ. Мәҙәни ихтыяжды ҡандырған театрҙарыбыҙ бар. Өфө ҡалаһындағы милләттәштәребеҙҙең рухи ихтыяжына яуап биргән бик күп башҡорт баҫмалары эшләп килә, – тине үҙ сығышында билдәле йәмәғәт эшмәкәре, “Киске Өфө” гәзитенең баш мөхәррире Гөлфиә Янбаева. Ул шулай уҡ үҙенең телмәрендә, ни өсөн туған телдә үткән саралар ваҡытында залда күп урындар буш ҡала, туған телдә баҫылған гәзит-журналдарға яҙылғандарҙың һаны аҙ, тигән һорауҙарға ла яуап эҙләне. Гөлфиә Гәрәй ҡыҙының фекеренсә, барыһына ла беҙҙең халыҡтың битарафлығы, вайымһыҙлығы ғәйепле. Был хаҡ һүҙҙәр өҫтөндә уйланырлыҡ урын бар.
Тарихсы, тележурналист Салауат Хәмиҙуллин сығышын Өфө II ҡаласығына арнаны.
– Өфө II ҡаласығы – Урал һәм Волга буйы өлкәһенең быуаттар буйына торған эре административ һәм сауҙа үҙәктәренең береһе. Был борон-борондан Көньяҡ Уралдың цивилизациялы донъяның бер өлөшө булғанын иҫбатлай, – тине ул.
Салауат Ишмөхәмәт улы шулай уҡ XII быуатта ғәрәп географы Әл-Иҙриси үҙенең төҙөгән картаһында биш башҡорт ҡалаһын билдәләгәне, шуларҙың береһенең хәҙерге Өфө урынында ултырыуы хаҡында ла бәйән итте. Был, һис шикһеҙ, уның элек-электән тап башҡорт ҡалаһы булыуына дәлил.
Өфө ҡалаһы башҡорттары йәшәйеше хаҡында һүҙ йөрөткәндә, иң мөһим мәсьәләләрҙең береһе – мәғариф. М. Кәрим исемендәге 158-се ҡала башҡорт гимназияһы директоры Гөлназ Әхмәҙиева фекеренсә, милли мәғарифты бөгөн юғары, башҡа өлкәләр менән конкурент булырлыҡ кимәлгә күтәреү мөһим. Бының өсөн ул ата-әсәләр талаптарына яуап бирергә, юғары уҡыу йорттары менән даими рәүештә хеҙмәттәшлек итергә тейеш. Гөлназ Ғафир ҡыҙы күтәреп сыҡҡан сираттағы мәсьәлә – баш ҡалабыҙҙа милли мәктәптәр етмәүе. Әлеге ваҡытта эшләп килгән һигеҙ милли белем усағы ғына аҙ, уларҙың кәм тигәндә ун бишкә тиклем артыуы зарур. Ошо урында сығыш яһаусыны күп делегаттар хупланы, президиумдан да “Октябрь проспекты буйлап 15 километр арауығында бер башҡорт мәктәбе юҡ” тигән фекер ишетелде.
Гөлназ Ғафир ҡыҙының уҡытыусыларға илдең, республиканың халыҡ уҡытыусыһы тигән маҡтаулы исем бирергә, уларҙың һөнәри байрамдарында ҡала урамдарында урынлашҡан баннерҙарҙа фотоһүрәттәрен ҡуйырға тигән тәҡдимдәре залдағылар тарафынан алҡыштарға күмелде.
Бер олоно, бер кесене тыңла, тиҙәр. Ҡоролтай делегаттары Фатима Мостафина исемендәге 20-се Өфө ҡала башҡорт гимназияһы уҡыусыһы Илхан Әхмәтйәновтың һүҙҙәрен айырыуса ҙур иғтибар менән тыңланы. Үҫмер егет уҡыу йортонда “Осҡон” балалар ойошмаһының әүҙем эшләп килеүен, ғаиләлә тик башҡортса аралашыуҙарын, Башҡорт дәүләт академия драма театрында ҡуйылған ҡайһы бер спектаклдәрҙә уйнауын бәйән итеп киткәс, әлеге көндә күптәрҙе борсоған мәсьәләгә лә туҡталды, “тиҫтерҙәремдең күбеһе башҡорт телен дәрестәрҙә генә иҫенә төшөрә” тигән һүҙҙәре хәтерҙә айырыуса уйылып ҡалды...
Режиссер, “Йөрәк һүҙе” проекты авторы Наилә Сәфәрғолова трибунанан башҡорт мәҙәниәте буйынса быға тиклем күҙ йомоп килгән байтаҡ мәсьәләләрҙе яңғыратты:
– Һәр башҡортта башҡортлоҡто уятыу – мөһимдәрҙән-мөһим мәсьәлә. Баш ҡалабыҙҙа уҙғарылған ҡайһы бер тамашаларҙа милли рух юҡ кимәлендә. Мәҙәни саралар исем өсөн генә үткәрелергә тейеш түгел. Туған телебеҙ мәсьәләһе ҡәтғи торған мәлдәрҙә мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре окоптарҙа боҫоп ятмаймы икән?.. Тел бөтһә, милли театрҙар ҙа бөтәсәк бит.
Наилә Әбделхәй ҡыҙы үҙ тәҡдимдәре менән дә уртаҡлашты. Мәҫәлән, Өфөлә ҡурай паркы булдырыу хаҡында. “Республикабыҙҙы, Өфөнө ҡарарға килгән туристар өсөн унда көн һайын ҡурай моңо яңғырап торһон”, – тине ул.
Эшҡыуар, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының ТОС, ер мөнәсәбәттәре, хоҡуҡ, эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса комиссия рәйесе Иршат Аҫылғужин тарафынан төплө көнүҙәк фекерҙәр яңғыраны. Хәҙерге башҡорт йәштәрен эшҡыуарлыҡҡа күпләп ылыҡтырыу мөһим, ошо юҫыҡта эш күптән башланған. Мәҫәлән, тиҙҙән “Бизнес Ҡоролтай” тигән форум үтәсәк.
– Башҡорт халҡын үҫтереү буйынса стратегия кеүек, тәғәйен Өфө ҡалаһына ла ҡағылышлы маҡсаттар булырға тейеш. Ул Башҡортостандың ғына түгел, бөтә башҡорттарҙың баш ҡалаһы түгелме ни?! – тине Иршат Мөхәррәм улы һәм күптәрҙе борсоған, күптән хәл итеүҙе талап иткән мәсьәләгә күсте: Өфөлә үҙебеҙҙең йәштәр эшҡыуарлыҡтың бөтә тармаҡтарында ла әүҙем эшләргә тейеш. Миҫал йәки өлгө артынан алыҫ китергә түгел: күрше Ҡазан күптән был йәһәттән сәскә ата.
– Өфөнө төрлө супермаркет кеүек сауҙа нөктәләре баҫып алған. Халыҡ республикабыҙҙың үҙендә етештерелгән ризыҡты ҡулланһын, һатыуға сығарһын, милли ризыҡтарыбыҙ булған ресторандарыбыҙ барлыҡҡа килһен ине. Салауат Юлаев майҙанындағы тирмәләрҙе генә алайыҡ. Уларҙа башҡортса бер ауыҙ һүҙ белмәгән башҡа милләт вәкилдәре эшләй, үҙебеҙҙән бер кем дә юҡ. Салауат рухынан көлөү түгелме был? Үҙебеҙҙең эшҡыуарҙар барлыҡҡа килһен өсөн йәштәргә дәүләт, хөкүмәт тарафынан ярҙам кәрәк, – тине Иршат Аҫылғужин, әсенеп.
Фекер алышыу тамамланғас, Өфө башҡорттары ҡоролтайының резолюцияһы ҡабул ителде. Унда баш ҡала хакимиәтенең “Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында”ғы законды тормошҡа ашырыу буйынса комиссияһы эшен әүҙемләштерергә, халҡыбыҙҙың рухын, телен, мәҙәни үҙаңын һаҡлау буйынса саралар үткәргәндә дәүләт телдәрен берҙәй ҡулланыу кәрәклеген талап итергә, балаларҙы, йәштәрҙе маҡсатлы йәшәргә, республика яҙмышы өсөн яуаплылыҡты үҙ иңенә алырға өйрәтергә, уларҙың кәрәкле һөнәрҙәр һайлауына өлгәшергә, туған башҡорт телен өйрәнеүгә ҡыҙыҡһыныу тыуҙырыу өсөн төрлө тематик кисәләр, форумдар үткәрергә, мәктәпкәсә йәштәге учреждениеларҙа мөмкин тиклем күберәк башҡорт төркөмдәре асыуҙы талап итеп, уларға башҡорт балаларын йәлеп итеү өсөн ата-әсәләр менән аңлатыу эше алып барырға, Өфө II ҡаласығын Өфө ҡәлғәһенә тиклемге тарих булараҡ танырға һәм баш ҡаланың 1500 йыллығын үткәреүгә әҙерлекте башларға, йыл да Өфө көнөн байрам иткәндә “Урал батыр”эпосы геройҙары ҡатнашлығындағы театрлаштырылған тамаша, башҡорт милли кейеме парады уҙғарырға, Өфөләге туған телен белмәгән милләттәштәр өсөн башҡорт теле курстары ойошторорға, баш ҡалала йәшәгән башҡорт ғаиләләрен милли матбуғатҡа яҡынайтырға тигән тәҡдимдәр ҙә индерелде.
Йыйын барышында делегаттар тарафынан ҡабул ителгән резолюцияға тағы Өфө II ҡаласығына Мәскәүҙә һаҡланған үҙ экспонаттарыбыҙҙы кире ҡайтарыу, тик башҡортса йәнһүрәттәр һәм балалар өсөн тапшырыуҙар күрһәткән телеканал асыу, Өфө янындағы Нуғай ауылында башҡорт кластары булдырыу кеүек тәҡдимдәр ҙә өҫтәлде.
Өфө башҡорттары ҡоролтайының тағы ла бер мөһим эше башҡарма комитетҡа ағзалар һайлау ине. 43 кешенән торған комитетҡа урындағы ҡоролтай рәйестәре, әҙәбиәт, мәҙәниәт, мәғариф өлкәһендәге күренекле эшмәкәрҙәр тупланды, рәйес вазифаһы Гөлфиә Янбаеваға йөкмәтелде.
Республикабыҙға 100 йыл тулғанда ошондай тарихи ваҡиғалар көткән өмөт-ышаныстарҙы аҡлаһын, Өфөнөң ҡала башҡорттарына ғына түгел, ә донъяның төрлө тарафтарына һибелгән милләттәштәребеҙ өсөн дә рухи бишек булып тороуын хәтерҙән сығармаһаҡ ине.