Әле төбәктәргә V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына әҙерлек йыйындары үтеп тә бөтмәгән, ә илештәр бар эштәренә йомғаҡ яһап, республиканың 100 йыллығына бағышлап, төбәктәге яңы ҡоролтай етәксеһе, танылған йырсы, халыҡ йырҙарын башҡарыусы Илшат Сибәғәтуллин етәкселегендә “Быуаттар ауазы – шиғри юлдарҙа” тип аталған шиғыр конкурсы уҙғарып та ебәрҙе.
Сара алдынан “Арғымаҡ” төркөмө Илеш районының Иҫке Күктау ауылы мәҙәниәт йортона йыйылған уҡыусыларға ҙур концерт күрһәтте. Ҡурай, думбыра моңдарын берсә аптырап та, берсә ҡыуанып та тыңланы балалар. Башта ғәжәпһенгән кеүек булһалар ҙа, аҙаҡ ҡушылып йырланылар, бейергә лә төшөп киттеләр. Шундай матур тамашаның шаһиты булдыҡ!
Был конкурс башланған көндәрҙә республика халҡы Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаевты һуңғы юлға оҙатҡайны, шуға күрә сараның тап уның “Башҡортостан бында башлана” шиғыры менән башланып китеүе символик мәғәнәгә эйә кеүек булды, тетрәндерҙе хатта. Ҡужбахты мәктәбе уҡыусыһы Элиза Ҡазыханова бик тырышып уҡыны был әҫәрҙе:
Яйыҡ туғайынан Сөн ярына,
Йәйрәп ятҡан ерҙең күңелеңә
Һәр ҡарашы, беләм, ҡәҙерле.
Ҡайтҡан һайын һыйынырһың миңә,
Берсә көлөп, берсә уйланып.
Тик мин һуҡмаҡтарҙан ғына түгел,
Башланам бит һинән, уланым...
Сарала утыҙға яҡын бала ҡатнашып, һәр береһе башҡорт теленә, әҙәбиәтенә булған тәрән һөйөүен белдерҙе. Салауат Юлаев, Рәшит Ниғмәти, Рәми Ғарипов, Назар Нәжми, Фәүзиә Рәхимғолова, Кәтибә Кинйәбулатова, Александр Филиппов, Мостай Кәрим, Ирек Кинйәбулатов, Гөлфиә Юнысова, Рауил Шаммас, Ринат Хәйри, Әхмәр Үтәбай, Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина, Зөһрә Рәхмәтуллина шиғырҙары гөлләмәһенән торған сара үҙе бер моң балҡышына әүерелде. Ҡайһы төбәктә генә булһам да, шуға иғтибар итәм: балалар шиғырҙарҙы бик матур уҡый. Бөгөнгө заман балаһы был эштең тәртибен, тасуири һөйләүҙең әһәмиәтен аңлай.
Шулай итеп, Илнара Ризуанова, Шамил Мифтахов, Элиза Ҡазыханова Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Рәхмәт хаты менән бүләкләнде. Ә Лениза Корчагина, Ралина Йәнгирова, Лүзиә Филимонова, Александра Охонская, Элина Баязитова төрлө номинацияларҙа бүләкләнде. Өсөнсө урынға – Лиана Ғабдуллина, Илһам Ғарифуллин, икенсе урынға Гөлшат Сибәғәтуллина, Анастасия Мөсәғитова лайыҡ булды. Улар туған телгә, ергә арналған шиғырҙарҙы еренә еткереп уҡып, баһалама ағзаларын таң ҡалдырҙы. Балалар араһында башҡорт милләтенән булмағандар ҙа бар ине, әммә уларҙың да башҡортса оҫта итеп шиғыр һөйләүенә һоҡланмау мөмкин түгел ине. Рәхмәт яуһын һеҙгә, ҡәҙерле уҡыусылар. Ә инде беренсе урынға Әхмәр Үтәбайҙың “Башҡортостан” шиғырын бик матур итеп уҡыған Руслан Вәлкәев лайыҡ булды:
Башҡортостан – ҡурай иле,
Башҡортостан – ҡумыҙ теле,
Башҡортостан – ҡымыҙ сере.
Бындай шиғырҙы бары тик тыуған ерен яратҡан, туған тел моңон тойған уҡыусы ғына шундай аһәңле итеп уҡый алалыр. Афарин, Руслан! Лайыҡлы еңеү!
Иҫке Күктау мәктәбендә хәлдәр нисек?
Сара Иҫке Күктау ауылында уҙғас, урындағы белем усағы менән ҡыҙыҡһынмау дөрөҫ булмаҫ ине. Унда бөгөн 122 бала белем ала. Мәктәптә ауыл хужалығы тауарҙарын етештереүҙең яңы технологияларын файҙаланған өсөн улар 2017 йылда “Алтын көҙ-2017” Рәсәй агросәнәғәт күргәҙмәһенең бронза миҙалы менән бүләкләнгән. Бәләкәй фәндәр академияһы сиктәрендә ойошторолған конкурстарҙа ҡатнашып, IX класс уҡыусыһы Айһылыу Ғәлиуллина биология буйынса беренсе урынды яулаған. Хәйер, Рәсәй, республика кимәлендә уҙған сараларҙа лайыҡлы бүләктәр алғандар бихисап был мәктәптә. Белем усағы директоры Флүр Саҙретдинов әйтеүенсә, заманса технологиялар менән йыһазландырылған мәктәптә уҡыусылар өсөн дә, педагогик коллектив өсөн дә бар шарттар ҙа булдырылған.
Ысынлап та, балҡып тора шул уҡыу йорто! Конкурста ҡатнашҡан балалар ҙа үҙҙәренең башҡорт телен, әҙәбиәтен яҡшы белеүҙәрен күрһәтте. Сараның баһалама төркөмө рәйесе, Башҡортостандың халыҡ шағиры Гөлфиә Юнысова конкурста ҡатнашҡан балаларға үҙ китаптарын бүләк итте, балалар яҙыусыһы булараҡ, бәләкәстәр өсөн яҙылған шиғырҙарын уҡып ҡыуандырҙы. Ул үҙе лә сараның бик матур ойошторолоуына, балаларҙың әүҙемлегенә, шиғырҙарҙы бик оҫта уҡыуҙарына һоҡланыуын йәшермәне, һәр еңеүсене арҡаһынан һөйөп, бүләктәр тапшырҙы. Гөлфиә Аҙнағол ҡыҙы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларын да тәбрикләне. Райондың мәғариф бүлеге методисы Земфира Минһажева балаларҙы төбәк исеменән ҡотланы.
Конкурс сиктәрендә китаптар, ҡул эштәре күргәҙмәләре лә ойошторолғайны. Әнисә Саттарованы “Бәйләнештә” социаль селтәренең әүҙем ағзаһы тип беләбеҙ. Ул был сараға иҫ киткес матур ҡурсаҡтары менән килгәйне. Улар байрамдың бер йәме булды. Ҡурсаҡтар ябай түгел: һәр береһенең үҙенең милли кейеме, асылына ярашлы исеме лә бар. Башҡорт ҡыҙы Мәликә менән мин дә фотоға төштөм.
Әнисә ханым башҡорт халҡының милли кейемен махсус китаптар аша өйрәнеп, күлдәкте еренә еткереп теккән. Уның был ҡул эштәре, әйткәндәй, V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайын йәмләр ине. Мәҫәлән, ете башҡорт ҡурсағы эшләп, ете ырыуҙың милли кейемендә тәҡдим итергә була. Фантазияһы бай Әнисә Саттарованың, Бөтә донъя фольклориада сиктәрендә лә был ҡул эштәре матур күренер ине.
Һәр уҡыусы ярышҡа етди әҙерләнгән, шуға күрә еңеүселәрҙе билдәләүе еңел булманы. Шулай ҙа һәр береһен тыңлағанда, ирекһеҙҙән авторы күҙ алдына баҫты. Ралина Йәнгирова Кәтибә Кинйәбулатованың “Әйләнһәмсе һайрар ҡошҡа мин!” шиғырын бигерәк тә нескә тойғоло итеп һөйләне.
Тыуған илем тим дә һүҙ башлайым,
Уны ҙурлап тик бер һүҙ әйткәндә,
Әйләнһәмсе һайрар ҡошҡа мин.
Өйрәнһәмсе һандуғастың телен,
Моңон ота алһамсы йырыма.
Яҙһылыуҡай аҡ сәскәһен тотоп,
Сара Рауил Бикбаевтың шиғыры менән башланды һәм уның “Уралым” әҫәре менән тамамланды. Бына ғына арабыҙҙа йөрөгән Шағир хәҙер инде мәңгелектән беҙгә ватансылыҡ, йола, туған тел, тыуған ер хаҡында васыят булған шиғырҙарын еткереп тора төҫлө. Балалар, алда әйткәнемсә, яҙыусыларҙың әйтергә теләгәнен күңеленә һеңдереп уҡый белде. Башҡортостанына дан йырланы был көндө Илеш районы уҡыусылары. Афарин! Сараны ойошторған район ҡоролтайы етәксеһе Илшат Сибәғәтуллин уҡыусыларға бик матур бүләктәр ҙә әҙерләгән. Шиғырҙар, “Арғымаҡ”тың моңо менән мәңгелеккә хәтергә уйылды был көн.