Силәбе өлкәһендә башҡорт теле уҡытыусыларының беренсе съезы үтте. Конференцияла төбәктең биш районынан һәм Ҡурған өлкәһенән уҡытыусылар ҡатнашты. Түңәрәк өҫтәл артында педагогтар әсә телен уҡытыуға ҡағылышлы темалар тураһында һөйләште.
Сарала Башҡортостандан да ҡунаҡтар ҡатнашты. Улар уҡыу процесына яңы технологияларҙы индереү тураһында сығыш яһаны. Мәҫәлән, “Майнкрафт” нигеҙендә ҡоролған “Зәрҡүм” уйыны силәбеләрҙә лә ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты.
Әлеге көндә Силәбе өлкәһенең күпселек мәктәптәрендә башҡорт теле түңәрәк булараҡ ҡына алып барыла. Был уңайһыҙлыҡтар тыуҙыра, тип билдәләне тел уҡытыусылары. Улар килеп тыуған мәсьәләләрҙе бергәләп хәл итеү өсөн өлкәнең башҡорт теле уҡытыусыларының ассоциацияһын ойошторорға ҡарар итте. Етәксе итеп Ҡамса Мортазин һайланды.
Фото: "Уралым" медиа-үҙәге.