Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт донъяһы
14 Июнь 2019, 12:17

Таный бар донъя

Башҡортостан гербы – Башҡортостан билдәһе.

Башҡортостан гербы – Башҡортостан билдәһе.
Беҙ – азатлыҡ тип ҡулына ҡорал алған тоҡомдоң балалары, шуға күрә башҡорт батырҙары тураһында яҙабыҙ, был беҙҙең уҡыусы, ил алдындағы бурысыбыҙ.
2008 – 2010 йылдарҙа күңел­дә 1735 – 1740 йылдарҙағы иң аяу­һыҙ башҡорт яуҙары хаҡында уй йөрө­төл­дө. Ул мөһабәт дастан һыма­ғыраҡ һын­ла­на... Башта Кил­мәк абыҙ, Аҡай батыр, Йо­соп Арыҡов хаҡында тарихи повестар тыу­ҙы. Аҙаҡ – Бәпәнәй абыҙ, Юлдаш мулла, Көҫәп батыр, Төлкөсура Алда­ғолов, Мәндәр Ҡарабай, Аллан­жыя­нғол Ҡотлоғужин старшиналар килә... Уларҙың фиҙакәрлеге әсир итте, шул ҡулға ҡәләм алдырҙы. Улар ил кө­нө өсөн теләктән түгел, ә зарураттан тиң­һеҙ яуға күтә­релгән, бүтәнсә баш эйеп йә­шәр­гә мөмкинлектәре ҡалмағандан иҙеү йыртҡан...
Ҡол булып йәшәүгә ҡарағанда, баштарын юғары сөйөп үлеүҙе хуп күргән... Бәғзеләре бай йәшә­гән, әммә ғәрәсәт ҡупҡанда терпеләй йомолоп ятып ҡалырға, ҡәрҙәштәре, туғандары ыҙаһына күҙ йомоп, дошман менән килешеп йәшәргә выждандары етмәгән. Ерҙә кеше булып йәшәргә, үҙ ерендә үҙҙәре хужа булып йәшәргә теләгән батырҙар!
Повестарҙы “Ватандаш” журналына илтәм. Батырҙар­ҙың рәсеме бармы тигән һорау ҡалҡа. Эҙләргә кәрәк!
Ул саҡта үҙем дә эшләгән “Китап” нәш­риә­тенең баш художнигы, Башҡортостандың дәүләт гербы авторы Фазлетдин Ислаховҡа йүгереп инәм. Ул – яҡташым, Ба­лаҡатай районынан. Уңарса фаразлауым күптән бойомға ашҡан икән: Фазлетдин ағай ихтилал етәк­селәренең төҫ-һындарын үҙен­сә сырамытҡан. Мәҫәлән, Килмәк-абыҙ образын ижад иткәндә юрматыларҙың булмышын, ә Аҡай батырҙа – Тамъян ырыуы вәкилен, Йосоп батырҙа – Барын-табын ырыуы, Бәпә­нәйҙә – Ҡыуаҡан кешеһен, Юлдаш менән Төлкөсура батырҙа – Көҙәй ырыуы, Мәндәр Ҡарабайҙа – Дыуан ырыуы, Аллан­жыянғол старшинала әйлеләрҙең һын-һыпатын күрә, күрһәтә. Был – рәссам өсөн бик тә ҡыҙыҡлы һәм үҙенсәлекле шөғөл, сөнки ун һигеҙенсе быуат заттары йөҙ-төҫөн бөгөн берәү ҙә аныҡ ҡына төҫмөрләй алмай.
Фазлетдин Фәррәх улы хатта уларҙы электрон почтаға ла һалған. Шуларҙың күсермәһен дискта ҡулыма тоттора. Шулай итеп, журналда тарихи повестар менән башҡорт ихтилалдары башлыҡтарының портреттары ла донъя күрҙе, уҡыусыларға, ниһайәт, барып етте.
Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, художник-график Фазлетдин Ислахов, әйткәнебеҙсә, Башҡортостандың дәүләт гербы – илебеҙҙең билдәһен ижад итеүсе. Афарин, шуға ҡарап беҙҙе таный­ҙар, бүтәндәрҙән айыралар. Донъяның ҡайһы мөйөшөндә йөрөһәк тә, гербҡа ҡарап, былар Уралдан икән, төньяҡтан, тип белеп ҡалалар. Былар атлы халыҡ, ана офоҡ яҡтыра, алыҫта һыбайлы пәйҙә була... Әһә, яҫы усын сөйгән юғары... Был ғорур, батыр зат-нәҫелдән! Былар яҡтыға, матурлыҡҡа ынтыла.
...Афарин, ижадсы! Һин илеңде, батыр халҡыңды шулай бар ғаләмгә таныттың, хәҙер гербҡа ҡарап белә, һоҡлана беҙгә бар донъя!
Читайте нас: