Был төбәктә ихлас кешеләр йәшәй.
Минең киләсәгем бик бәхетле –
Башҡорт ерендә мин тыуғанға.
Яҡындарым янда булғанға, –
тип яҙа үҙенең “Башҡорт иле – бәхет бишегем” шиғырында Бүздәк районы ижадсыһы Марат Моратов. Ошо төбәктең шағирҙары менән Башҡортостан автономияһының 100 йыллығына арнап ойошторолған сарала район китапханаһында осраштыҡ.
Республикабыҙҙың юбилейын билдәләгән саралар һәр төбәктә уҙа, улар хаҡында баҫмабыҙҙа даими яҡтыртып барабыҙ. Һәр районда улар үҙенсә ойошторола. Мәҫәлән, бүздәктәр төбәктә ижад иткәндәр араһында шиғыр конкурсы уҙғарҙы. Ә инде йомғаҡлау кисәһендә баһалама ағзаларына еңеүселәрҙе билдәләйһе генә ҡалғайны.
Бүздәк үҙәкләштерелгән китапханалар селтәре директоры Зөлфиә Вәлиуллина яҡташтарын сараға етди әҙерләгән. Китаптар, ҡул эштәре күргәҙмәләре иғтибарҙы йәлеп итеп тора. Китапханаға килеп ингән урында ошо яҡтың ғына түгел, Башҡортостандың арҙаҡлы улы, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, ғалим, филология фәндәре докторы, 1997 йылда Башҡорт дәүләт университетының “Журналистика” төркөмөн тамамлаған курстың кураторы Миҙхәт Фазлый улы Ғәйнуллиндың портреты ҡаршылап тора. Дөрөҫөн әйткәндә, тәрән тетрәнеү кисерҙем, сөнки яратҡан уҡытыусыбыҙ менән осрашҡандай хис иттем үҙемде. Уның студенттарға ни тиклем яҡшы мөнәсәбәттә булыуын ошо мәҡәләлә юл ыңғайы ғына әйтеп бөтөп тә булмаҫ. Белем биреү менән бергә, һәр уҡыусыһының шәхси тормошо менән дә ҡыҙыҡһынып, профком аша ярҙам да ойоштора торғайны. Ә инде дәрескә йөрөмәгәндәрҙе шелтәләй башлаһалар, Миҙхәт Фазлый улы иң беренселәрҙән булып яҡлашыр булды. Белем алһындар, дипломлы булһындар, тигән маҡсаттан эшләй ине ул барыһын да. Еңеү яҙын иҫкә алған мәлдәрҙә Остазыбыҙҙы хәтергә төшөрөү, моғайын, юҡҡа булмағандыр. Йәнең йәннәттә булһын, хөрмәтле һәм һөйөклө уҡытыусыбыҙ!..
Сараны асып, район хакимиәтенең социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Гөлфиә Ғабдрафиҡова барыһын да байрам менән тәбрикләне һәм китапхана директоры Зөлфиә Вәлиуллинаны юбилейы менән ҡотланы. Бары тик шиғырҙарҙан, йыр-моңдан торған кисә мөхитенә сумдыҡ.
Конкурста ҡатнашҡан һәр авторҙың шиғырҙары сарала ҡатнашыусыларға тәҡдим ителде. Шуныһы ҡыуаныслы, байрамда балалар ҙа ҡатнашты. Бүздәктең 1-се мәктәбенең VIII класс уҡыусылары был сарала беҙҙең менән бергә булды. Улар, викторина һорауҙарына яуап биреп, әүҙемлек күрһәтте. Афарин, балалар!
Бүздәк районы башҡорттары ҡоролтайы етәксеһе, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Лариса Баймөхәмәтова, Башҡортостан автономияһының 100 йыллығына арналған сарала ҡатнашыусыларҙы ҡотлап, ижад менән шөғөлләнеүселәргә һоҡланыуын белдерҙе. Сараның башынан аҙағына тиклем Римза менән Рифҡәт Мөхәмәтйәновтар, халыҡ һәм ретро йырҙар башҡарып, байрамды биҙәне. Римза ханымдың тауышы радио тыңлаусыларға ла таныш булып сыҡты: ул “Юлдаш йыры” конкурсы еңеүсеһе икән. Халыҡсан моң, башҡорт йырҙарына ғына хас милли бөгөлдәр менән башҡара ул!
Китапханасы Альбина Мөхтәсипова, үҙ сығышында ошо төбәктә тыуған яҙыусылар Хәким Ғиләжевте, Фәниә Чанышеваны, Факиһа Туғыҙбаеваны телгә алып, уларҙың ижады хаҡында һөйләне. Ангелина Ғәйнанова башҡарған “Мин – башҡорт” йыры шулай уҡ Башҡортостанға дан булып яңғыраны. Бик матур йырланы йәш башҡарыусы.
Гәзитебеҙҙең күптәнге авторы, республика сәсәндәр конкурсында ҡатнашып дан алған Рәйсә Яҡупованы күптәр яҡшы белә. Уны үҙ өйөндә музей эшләгән һәүәҫкәр тыуған яҡты өйрәнеүсе тип тә таныйҙар. Ана шулай башҡорт рухын, тарихын киләсәк быуындарға ла еткереү эшен алып бара ул. “Сәскә ат, Башҡортостан!” шиғырында ул шулай уҡ тыуған яғына дан йырлай, һәр төбәктең үҙенсәлеген билдәләүҙе хуплай:
Ә Тәнзилә Назарова-Иҫәнбирҙина бына нисек итеп данлай баш ҡалабыҙҙы:
Ағиҙеле менән билен быуған
Тау битендә күбәләктәй осҡан
Һүҙе ҡалған, үҙен бер кем белмәй,
Аҙмы ерҙә булып үткәндәр?
Ҡайһы быуаттарҙа ҡалғандыр ул
Серле һүҙҙәр бүләк иткәндәр?
Заман елдәрендә ҡалалар ҙа
Яп-ябай һүҙ, башҡа бер ерҙә юҡ:
Нур Ахуновтың Башҡортостанға бағышланған “Кәрәк түгел сит илдәр” шиғыры шулай уҡ бик үҙенсәлекле. Бер ҡараһаң, ул сәйәсиләшеп тә киткән кеүек. Икенсе яҡтан, унда сағыштырыуҙар аша автор тыуған яғына һөйөүен белдерә. Бик ҡыҙыҡлы алымдар ҡуллана Нур Ахунов:
Кәрәк түгел “Макдональдс”тар,
Шунда тыуҙым, шунда үҫтем,
Ихлас тойғолар, ихлас мөнәсәбәт! Беҙҙең дә күңелдәргә ятты Нур Ахуновтың был шиғыры. Ябай ғына һүҙҙәр менән иң тәрән тойғолар – тыуған ергә һөйөү хаҡында яҙа ул.
Мәхмүзә Шәғәлиеваның “Башҡортостаным – илем” шиғырында шундай юлдар бар:
Йылға, күлдәр, мәғрур тауҙар –
Фәнирә Мансапованың Салауат Юлаевҡа арналған юлдары шулай уҡ күңел түренән сыҡҡан:
Эй, Салауат! Ғорур бөркөт кеүек,
Тирә-яғың – үҙе бер хозурлыҡ,
Йыйылалар ҡарты, йәше лә.
Башҡортостан ғорурлығы булып,
Йыраҡтарҙан балҡып тораһың.
Ил атаһы булып тыуған ерҙән
Һәр йыл һайын, батыр Салауатҡай,
Исемеңде алтын хәрефтәрҙән
Шиғри телдә йырҙар яҙамын.
Йәнле итеп һандуғастар һайрай,
Ихлас теләктәр. Әйткәндәй, Фәнирә апай сараға ҡул эштәре күргәҙмәһен дә алып килгәйне. Күҙҙең яуын алырлыҡ бәйләм сәскәләргә, баш һәм өҫ кейемдәренә ҡарап, һәр кем һоҡланды. Тормошто матурлауҙа, йәмләүҙә тәрән мәғәнә тапҡан апай.
Башҡортостан автономияһының 100 йыллығына арналған конкурста батырҙарыбыҙға бағышланған юлдар булмаһа, ғәжәп булыр ине.
Ярыш булғас, еңеүселәре лә табыла. Шулай итеп, беренсе урынға – Нур Ахунов, икенсе урынға – Тәнзилә Назарова-Иҫәнбирҙина, өсөнсө урынға Марат Моратов лайыҡ булды. Еңеүселәрҙе ҡотлайбыҙ!
“Илһам шишмәләре” тигән әҙәби түңәрәктә әлегә күберәк өлкән быуын вәкилдәре шөғөлләнә, үҙҙәренең тормош тәжрибәһе һәм ижад өлгөләре менән уртаҡлаша. Киләсәктә улар үҙҙәренең эргәһенә йәштәрҙе, мәктәп уҡыусыларын да йәлеп итер, тип ышанам. Был төбәктә эшләргә, ижад итергә теләгән ихлас кешеләр йәшәй.