Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт донъяһы
20 Июнь 2019, 17:21

Берҙәмдең эше – берәгәй

Иглин районы башҡорттары ҡоролтайы әлеге көндәрҙә мөһим мәшәҡәттәр солғанышында йәшәй.

Иглин районы башҡорттары ҡоролтайы әлеге көндәрҙә мөһим мәшәҡәттәр солғанышында йәшәй.


27 июндә улар Башҡортостан менән Силәбе өлкәһе сигендә күрше төбәктән V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына делегат булып киләсәк ҡунаҡтарҙы ҡаршы алырға әҙерләнә. Иглин һәүәҫкәрҙәре, фольклор коллективтар силәбеләргә халҡыбыҙға хас ҡунаҡсыллыҡ күрһәтеп, йыр-моңло сығыштар тәҡдим итмәксе.


Район ҡоролтайының башҡарма комитеты рәйесе Рәүф Кәлимуллин алда торған башҡа эштәр менән дә таныштырып үтте:

– Ҡоролтай әүҙемселәре июль башында Дәүләкән районында уҙасаҡ мең ырыуы йыйынында ҡатнаша. Ә 20 июлдә райондың Меңьетәр ауылында “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамы үтәсәк. Уның барышында Иҫке Ҡарашиҙе ауылында дәүләт эшмәкәре, уҙған быуаттың 30-сы йылдарында БАССР Халыҡ комиссарҙары советы рәйес булып эшләгән Зиннәтулла Булашевтың яҡты иҫтәлегенә арналған таҡтаташ асыласаҡ.


Әйткәндәй, Рәүф Мирсәйет улы Иглин районына командировка барышында ойошторолған гәзиткә яҙылыу сараһына иң тәүгеләрҙән булып ҡушылып, икенсе ярты йыллыҡҡа “Башҡортостан”ға яҙылып, бүләкле булды.


Иглин башҡорттарына, урындағы ҡоролтайға һәр ваҡыт шулай берҙәм, рухлы булыуҙарын, алда торған мөһим эштәрендә уңыштар теләйбеҙ.


Автор фотоһы.
Читайте нас: