Ырыуҙаштар нәҫел ептәрен барлай.
Белорет районының Ҡаһарман ауылында халҡыбыҙҙың бөйөк шәхестәренең береһе Тамъян ырыуы башлығы кенәз Шәғәле Шаҡмандың тыуыуына 500 йыл тулыуға, Башҡортостан Республикаһының 100 йыллыҡ юбилейына, республикалағы Театр йылына арналған “Шаҡман рухы беҙҙең йөрәктә!” тип аталған оло йыйын булды. Байрам көткәндән дә киңерәк ҡолас алды, сөнки унда Мәскәү, Санкт-Петербург ҡалаларынан да ырыуҙаштар килгәйне, шулай уҡ Әбйәлил, Мәләүез, Көйөргәҙе, Миәкә райондарынан Шәғәле Шаҡман нәҫелен дауам иткән ырыуҙаштар йыйылды.
Ҡаһармандар ҡунаҡтарҙы йыр-бейеү менән матур итеп ҡаршылағас, бөтәһе лә ауыл зыяратына юлланды. Унда был юлы ҡунаҡтарҙы ауыл халҡы оҫталары, эшҡыуарҙар ярҙамы менән үҙгәртеп ҡоролған тархандың мәңгелек йорто һәм эшҡыуар Данис Йыһаншин, райондың Үҙәкләштерелгән китапханаһы ярҙамында ҡуйылған мәғлүмәт стенды ҡаршыланы.
Тархан Шәғәле Шаҡман ҡәбере янында аят уҡып, уға сәскә һалғандан һуң, халыҡ төп сара уҙасаҡ Йылы шишмә аҡланына юлланды.
Йыйын уҙған урында Белорет районынан – Ҡаһарман, Әзекәй, Сермән, Шығай, Әбйәлил районынан – Амангилде, Буранғол (икеһе бергә), Юлдаш, Миәкәнең Тамъян-Таймаҫ ауылдары тирмәләр ҡорған. Тирмәләрҙә Шәғәле Шаҡман быуындарының шәжәрә ағастары ҡуйылған. Ҡунаҡҡа килеп, ҙур һәм бай йөкмәткеле тирмәләр ҡорған ырыуҙаштарға “Афарин!” тип әйтергә генә ҡала. Мәҫәлән, Юлдаштан сараға 90-ға яҡын кеше килгән, үҙҙәре белдереүенсә, ауылдарында бер нисә кеше генә йорт-ҡураға күҙ-ҡолаҡ булып тороп ҡалған. Ошонан сығып ҡына Шәғәле Шаҡмандың әле лә туплау көсөнә эйә булыуын күрергә була.
– Был байрамды көтөп алдыҡ. Байрам ғына түгел был, ә мөһим тарихи ваҡиға. Һуңғы ваҡытта тарихи шәхестәребеҙҙе тергеҙеүгә иғтибар ҙур. Әле Тамъян ырыуының шәжәрәһен теүәлләү өҫтөндә әүҙем эшләүҙе дауам итәбеҙ. Саҡмағош, Шаран, Йәрмәкәй райондары, Силәбе өлкәһендәге тамъяндар менән аралашабыҙ. Шулай уҡ 18 тармаҡты ҡушҡанбыҙ. Әйтеүҙәренсә, Шәғәле Шаҡмандың ун ике улы булған. Свердловск өлкәһендәге манси халыҡтары араһында үҙҙәрен Бәхтийәр тоҡомдары тип йөрөткәндәр бар, – тине Әбйәлил райынының Тамъян ырыуы башҡорттары ойошмаһы башлығы Хәҙис Ниғмәтуллин.
Миәкәнең Тамъян-Таймаҫ ауылынан килеп тирмә ҡорған ырыуҙаштар үҙҙәренең бай рухлы, көслө тамырлы булыуын, тарихын онотмауы, ғорурланып йәшәүен сағылдырҙы.
– 1994 йылдан бирле шәжәрә өҫтөндә эшләйбеҙ. Уҡыусылар менән берлектә тарихи материалдар буйынса Тамъян ырыуының өс шәжәрәһен төҙөнөк. Беҙҙең хеҙмәт республика конкурсында өсөнсө урынға лайыҡ булды. Тамъяндарҙың шәжәрәһе Ҡолтай-Ҡаран ауылында Әсфәндиәр Сәғәҙей улы Йәнешевтә һаҡланған. Ул ике һарыҡ тиреһенә ғәрәпсә яҙылған. 1956 йылда Таһир Бейешев етәкселегендә Дим буйлап йөрөгән экспедицияға биреп ебәргән. Хәҙер ул Башҡортостандың Тарих, тел һәм әҙәбиәт интитутында һаҡлана. Раил Кузеевтың “Башҡорт шәжәрәләре” китабында ла яҙылған. Был шәжәрә буйынса Тамъян-Таймаҫ ауылында 16-17-се быуын дауам итә. 1980 йылда Өфөнөң миллионынсы гражданы булып Шәғәле Шаҡмандың нәҫеле Салауат Ринат улы Баҙаров тыуҙы, – тине хаҡлы ялдағы тарих уҡытыусыһы Салауат Вәлиуллин.
Телен онотмаған халыҡтың киләсәге бар
Сараның рәсми өлөшө театрлаштырылған тамаша күрһәтеүҙән башланды. Сәхнәлә Иван Грозный, Аҡһаҡал, ырыу башлыҡтары сығышы быуаттар төпкөлөндә уҙған ваҡиғаларҙы сағылдырҙы. Артабан йыйында ҡатнашыусыларҙы Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары Зәки Әлибаев һәм Айнур Бейембәтов, Башҡортостандың мәҙәниәт министры урынбаҫары Ранис Алтынбаев, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ағзаһы Данир Ғәйнуллин, Әбйәлил район советы рәйесе Ишморат Әминев, район хакимиәте башлығы урынбаҫары Раян Фәттәхов, Миәкә районы хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Хәлил Мәхийәнов, Көйөргәҙе районының Илкәнәй ауылы хакимиәте башлығы Тимур Иҙрисов, Мәләүез районы Арыҫлан ауыл хакимиәте башлығы Айрат Шәйәхмәтов, Белорет район советы рәйесе Дилә Хәмзина һәм Белорет районы хакимиәте башлығы Владислав Миронов тәбрикләне.
Сара барышында етештереү, мәғариф, һаулыҡ һаҡлау, төҙөлөш, спорт һәм башҡа өлкәләрҙә ҡаҙаныштарға өлгәшкән хеҙмәт алдынғыларына, сараны ойоштороуға тос өлөш индергән ҡаһармандарға һәм райондаштарға маҡтау, рәхмәт ҡағыҙҙары тапшырылды. Шул иҫәптән ауылыбыҙҙың аҡһаҡалдары Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы Ҡасим Нафиҡов, хеҙмәт ветераны, Корея һуғышы ветераны Сәләхетдин Ғәзизов Башҡортостан Республикаһы ойошторолоуҙың 100 йыллығына арналған юбилей миҙалдары менән бүләкләнде. Шығай күп тармаҡлы ауыл клубы мөдире Сәғирә Шәрәфетдинова – Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығының Почет грамотаһына, райондың мәҙәниәт идаралығы методисы Алһыу Өмөтбаева, Ҡаһарман мәҙәниәт йорто директоры Хәлит Нафиҡов, Ҡаһарман ауылы старостаһы, китапханасы Эльзира Ғәлина, райондың мәҙәни сараларында әүҙем ҡатнашҡан эшҡыуар Самат Мусин һәм 14-се гимназияның физкультура уҡытыусыһы Рөстәм Низамов ошо уҡ министрлыҡтың Рәхмәт хаттарына лайыҡ булды.
Йыйын төрлө сараларға бай ине. Байрамда балалар ҙа, йәштәр ҙә иғтибарҙан ситтә ҡалманы. Бала-саға халҡыбыҙҙың милли уйындарында ҡатнашты, шулай уҡ төрлө аттракциондарҙа ял итте. Йәштәр волейбол уйнаны һәм башҡа төрлө спорт уйындарында көс һынашты. Ир-егеттәр “Тамъян батыры”, “Гер ырғытыу” һәм “Шәкирйән ташы” кеүек милли бәйгеләрҙә ярышты. Мәҫәлән, “Һөңгө ташлау” алышында иһә сәпкә иң оҫта тейҙергән мәргән егет Әбйәлилдән Таһир Баймөхәмәтов булып сыҡты. Атыш яратыусылар өсөн аҡланда “Тамъян мәргән уҡсыһы” бәйгеһе ойошторолдо. Унда иң мәргәне Белореттан Нуриман Хәйруллин булды. Ул мөмкин булған 25 мәрәйҙең 19-ын яулауға өлгәште. Әйткәндәй, ҡыҙҙар ҙа уҡтан бик теләп атты һәм егеттәр араһында һынатманы.
“Тамъян һылыуы” конкурсында 16 йәштән 25 йәшкә тиклемге Ҡаһарман, Шығай, Ҡоҙғон-Әхмәр, Аҙналы, Сермән, Үткәл һәм Миәкә, Әбйәлил районы ауылдарынан һигеҙ ҡыҙ ҡатнашты, “Тамашасы һөйөүе”, “Тамъян һылыуы” исемдәренә һәм еңеүсе тажына Шығайҙан Айһылыу Хәйруллина лайыҡ булды.
“Тамъян көрәш”ендә ике төрлө – 80 килограмға тиклем һәм 80 килограмдан артыҡ ауырлыҡтағы ир-аттар үҙ таһыллыҡтарын һынаны. Милли көрәштә Белорет, Әбйәлил, Мәләүез һәм Миәкә райондары батырҙары араһынан Миәкәнән Айгиз Зәйнетдиновты еңеүселәр табылманы. Әлбиттә, республика, ил халыҡ-ара бәйгеләрҙә еңеү яулаған һәм спорт мастеры исемен йөрөткән егеткә сираттағы һарыҡты алып ҡайтыу ҡыйынлыҡ тыуҙырманы. Шулай уҡ 80 килограмға тиклемге ауырлыҡтағы көрәшселәр араһында ла беренсе урынды Миәкә районынан Ринат Хәбибуллин яуланы. Ул да Башҡортостан буйынса ошо спорт төрөндә беренсе урынды алған көрәшселәрҙең береһе.
Дауыт Юлтый исемендәге башҡорт китапханаһы, билдәле ҡумыҙсы Миңлеғәфүр Зәйнетдиновтың ғаиләһе, Зилә Лира ойошторған күргәҙмәләр ҙә сараның биҙәге булды. Билдәле йырсылар – әсәле-уллы Зилә менән Ян Лираларҙың йырҙарын халыҡ яратып тыңланы. Район хакимиәтенең мәҙәниәт идаралығы ойошторған концерт көн буйы дауам итте, һәм ул үҙенең бай йөкмәткеһе менән тамашасыны әсир итте.
Йомғаҡлап әйткәндә, Тамъян ырыуы вәкилдәренең “Шаҡман рухы – беҙҙең йөрәктә!” тип аталған оло йыйыны алдына ҡуйған маҡсатына өлгәште. Киләсәктә ырыуҙаштарыбыҙ нәҫел ептәрен барлауын дауам итер, шәжәрәләрен төҙөп, башҡорттоң тарихын тергеҙеүгә үҙенең тос өлөшөн индерер тип ышанабыҙ. Тамырҙарын һәм телен онотмаған, ере булған халыҡтың ғына киләсәге бар, тиҙәр.
– Шәғәле Шаҡмандың исеме, башҡа шәхестәрҙән айырмалы, ниндәйҙер кимәлдә күләгәлә тора ине. Уның ҡәбере булыуы – иҫтәлекле мәл, сөнки ул күптән билдәле, Ҡаһарман ауылында ерләнгән. Шулай уҡ Тамъян ырыуы республиканың биш районында йәшәй. Бына был ырыу, беренсенән, берләштереүсе булһа, икенсенән, төрлө райондарҙан килеп, үҙенең мәҙәниәтен, шөғөлөн күрһәтеү, ниндәйҙер кимәлдә, халыҡтарҙы дуҫлаштыра. Миәкәнән килгән көрәшсе батыр бәйгелә еңһә, башҡа төр мәҙәни-спорт сараларында бүтән район вәкилдәре алға сыҡты. Бында район-ара бәйләнештәрҙе күҙ уңында тоторға була.
Өсөнсөнән, Шәғәле Шаҡмандың тарихы әле лә ныҡлап асылмаған. Шулай итеп, йәш быуында шәхескә ҡарата ҡыҙыҡһыныу, иғтибар тыуа, һөҙөмтәлә халыҡтың бөгөнгө XXI быуатта ла тарихҡа ҡыҙыҡһыныуы арта. Үҙ-ара бәйләнештәр төҙөргә, мәҫәлән, шул уҡ Рәсәй биләмәһендә башҡа милләттәр менән аралашырға өйрәтә, сөнки Рус дәүләтенә иң беренселәрҙән булып ҡушылырға аҙым яһаған тәүге дипломаттарҙың береһе ул Шәғәле Шаҡман. Ошо йәһәттән ҡарағанда ла беҙгә үҙ-ара аралашып, мәҙәниәттәрҙе уртаҡлашып йәшәргә кәрәктер.
– Ысын башҡорттар үҙенең ете быуын шәжәрәһен белергә тейеш. Төрлө райондарҙан йыйылған Шәғәле Шаҡман вариҫтары оло йыйынға үҙҙәренең нәҫел шәжәрәләрен, халыҡ йолаларын, милли аш-һыуҙарын алып килгән. Быуаттар үтһә лә, үҙҙәренең туғанлыҡ хистәрен һаҡлап, быуындан быуынға еткереү – беҙҙең халыҡтың күркәм сифаты.
– Сараға килгән нәҫелдәштәребеҙ беҙгә “Көйөргәҙе тамъяндары менән аҙ аралашабыҙ, бәйләнештәребеҙ юҡ кимәлендә” тигән үкенесен дә белдерҙе. Ысынлап та, беҙҙең район хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге был йәһәттән ныҡлы уйланмай. Шәғәле Шаҡмандың тыуыуына 500 йыл тулыу уңайынан берәй сара үткәргәндә яҡшы булыр ине. Мәҫәлән, Мәләүез делегацияһы вәкилдәре ҡыш Тамъян ырыуы йыйынын ойоштороу ниәте барлығын белдерҙе. Беҙ уларҙан кәмме ни? Нисек кенә булмаһын, алыҫ ерҙе яҡын итеп ата-бабаларыбыҙ ерләнгән төйәккә барып ҡайтыуыбыҙ изге ғәмәл, ҙур сауап булды, 14-15-се быуын вариҫтары уны хөрмәтләп килгәнгә Шәғәле Шаҡмандың рухы ҡыуанғандыр, моғайын.
– 60-сы йылдар башында мин, БДУ-ның ситтән тороп уҡыу бүлеге студенты, Ҡотҡор-Ҡаһарман ауылының тарихына ҡағылышлы курс эшен яҙҙым. Ауылдың иң оло кешеһе Яхыя апа Ҡужәхмәтовҡа барҙым. Түшәктә ятһа ла, аҡылы теүәл, хәтере шәп ине. Ул миңә ауыл тарихын ғына түгел, Шәғәле Шаҡман тураһында ла һөйләп бирҙе. Уның вариҫы булғанғамы икән, шул тиклем мәғлүмәтте хәтерендә тотҡан, һаҡлаған. Яхыя апаның ҡушыуы буйынса, улы Ҡаһир, мине зыяратҡа алып барып, Шәғәле Шаҡмандың ҡәберен күрһәтте.
– Шәғәле Шаҡмандың 500 йыллығын билдәләүгә әҙерлек ике йыл элек башланды. Әбйәлилдәр беҙгә ошондай тәҡдим менән килде. Һүҙ тархандың ҡәберен төҙөкләндереү, мәғлүмәт стенды урынлаштырыу тураһында ғына барҙы. Башта ҙур күләмле сара үткәрергә йыйынмағайныҡ. Миәкә районынан Әсғәт Бәшировтың әҙер проект менән килеүе эш башлауға этәргес көс булды. Һигеҙ йыл тирәһе староста эшен алып барғас, район хакимиәте башлығына тәҡдим менән барҙым. Ниәтебеҙ хупланды, аҡса бүленде. Шунан эш башланып китте... Форсаттан файҙаланып, ошо байрамға тос өлөш индергән ауылдаштарға, райондаштарға, эшҡыуарҙарға, ырыуҙаштарға рәхмәт әйтәм.