Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт донъяһы
6 Август 2019, 18:00

“Милли ауыл”да ла гөрләне ырымбурҙар байрамы

Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына һәм “Каруанһарай” Ырымбур өлкәһе башҡорттары ҡоролтайы” ижтимағи хәрәкәте төҙөлөүгә 30 йыл тулыуға арналған юбилей тантаналарын милләттәштәребеҙ өлкә үҙәгенең иң матур урында­рының береһе – “Милли ауыл” мәҙәни комплексында үткәрҙе.

“Был ерҙәрҙә тамырыбыҙ тәрән”


Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына һәм “Каруанһарай” Ырымбур өлкәһе башҡорттары ҡоролтайы” ижтимағи хәрәкәте төҙөлөүгә 30 йыл тулыуға арналған юбилей тантаналарын милләттәштәребеҙ өлкә үҙәгенең иң матур урында­рының береһе – “Милли ауыл” мәҙәни комплексында үткәрҙе.


Ырыу-шәжәрәбеҙ боронғо


Ырымбур – ул аҫаба баш­ҡорттар ере. Был төбәктән сыҡҡан шәхестәр һанап бөткөһөҙ. Ә инде Башҡортостан автоно­мия­һына бәйле ваҡиғаларҙың тап ошо ҡалала барыуы барыбыҙға ла мәғлүм. Бөгөнгө байрамда Ырымбур баш­ҡорттары автономия бишегендә тир­бәлгән яҡташта­рының исемдәрен оло бер ғорурлыҡ менән яңғыратып әйтте: Сәғит Мерәҫов, Мөхәмәт­хан Ҡулаев, Аллабирҙе Йәғәфәров, Кәрим Иҙелғужин...


Башҡорт тарихында тәрән эҙ ҡал­дырған Ырымбур ере тура­һында яҡташыбыҙ, Башҡортос­тандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаев: “Был ерҙәрҙә тамырыбыҙ тәрән, Ырыу-шәжәрәбеҙ боронғо. Күпме иҫтәлек­тәр һаҡлайһың һин Башҡорт тарихынан, Ырымбур!” тип яҙғайны. Бөгөн дә рухлы, тыуған еренә тоғро башҡорттарҙы бер­ләштергән Ырымбурҙа “Ырымбурлыҡ кәрәк беҙгә! Ырымбурға беҙ кәрәк!” тигән шиғыр юлдары яңғырай. Уны шағирә Нәфисә Смаҡова яҙған.


Ырымбурҙар бынан өс тиҫтә йыл элек, илебеҙ сәйәсәтендә, илебеҙ ҡоролошонда ҙур үҙгәреш­тәр барған ваҡытта, 1989 йылдың 10 июнендә, башҡорттарҙың тәүге милли ойошмаһын, “Каруанһа­рай” Баш­ҡорт мәҙәни-ағартыу йәмғиәтен төҙөй. Хәҙер был йәмғиәт “Ырымбур өлкәһе башҡорттары ҡоролтайы” исеме менән йөрөй, 13 ҡала һәм район ҡоролтайҙарын берләштерә.


Байрам сәхнәһенән рәсми делегациялар вәкилдәре: вице-губернатор, эске сәйәсәт буйынса Ырымбур өлкәһе хөкүмәте урынбаҫары вазифаһын ваҡыт­лыса баш­ҡарыусы Олег Димов, Башҡортостан Республикаһы мәҙәниәт министры урын­баҫары Айгөл Хәсәнова, Ырымбур өлкәһе Закондар сыға­рыу Йыйылышы­ның мил­ләттәр, йәмәғәт берләш­мәләре һәм дини ойошмалар буйынса комитеты рәйесе Наҙыр Иб­раһимов, Бөтә донъя башҡорт­тары ҡоролта­йынан президиум ағзаһы Ғаяз Зарипов, башҡарма комитет ағзаһы Радик Мырҙа­ғә­лиев, Ырымбур ҡала хакимиәте баш­лығы Дмитрий Кулагин, Көйөр­гәҙе районы хакимиәте башлығының социаль сәйәсәт буйынса урын­баҫары Римма Ғөбәй­ҙуллина, Башҡортостандың баш­­ҡорт ҡа­тын-ҡыҙҙары йәмғиәте рә­йесе урынбаҫары Илүзә Ғәйнул­лина, “Каруан­һарай” Ырымбур өлкәһе башҡорттары ҡоролтайы” ижти­мағи хәрәкәте башҡарма комитеты рәйесе Йәғәфәр Яман­һарин, халыҡты ихлас тәбрикләп, әүҙем ҡорол­тайсыларыбыҙға Маҡтау грамоталары, Рәхмәт хаттары тапшырҙы.


Башҡортостан мәҙәниәт министры урынбаҫары Айгөл Хәсә­нова Ырымбур ҡалаһының “Туҡ-Соран” эстрада-фольклор төркө­мөнә (етәксеһе Илшат Нәҙерғо­лов) башҡорт думбыраһын бүләк итте. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы президиумы ағзаһы Ғаяз Зарипов Ырымбур өлкәһе башҡорттары ҡоролтайына (рәйе­се Йәғә­фәр Яманһарин) баш­ҡорт тир­мәһенә сертификат тап­шырҙы. Бөтә донъя башҡорт­тары ҡоролтайы байрам үткәреүгә матди ярҙам да индерҙе.


Йыр-моң гөрләп торҙо


Өлкә ҡоролтайының иң әүҙем ағза­лары, ветерандары – Альберт Иб­раһимов, Фәнил Ишбулатов, Ғәфүр Моратов, Марат Сарбаев, Гөлйемеш Мәмбәтовалар Бөтә донъя башҡорттары ҡоролта­йының “Ал да нур сәс халҡыңа!” миҙалы менән бүләкләнде. Шулай уҡ Рәйсә Сарбаева һәм Фәймә Аҡдәүләтова Башҡортостан Республика­һының Баш­ҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәм­ғиәтенең “Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе” миҙалына лайыҡ булды.


Йәмғиәттең был юғары наградаһы ХХ быуаттың билдәле башҡорт ҡатын-ҡыҙы Рәбиға Ҡушаева исемен йөрөтә.

Йыр-моң гөрләп торҙо байрамда. Халыҡ кинәнеп ҡарарлыҡ бай йөкмәткеле тамаша әҙерлән­гәйне. Концерт програм­маһын Стәрлетамаҡ театр-концерт берләшмәһе асып ебәрҙе. Артабан сәхнә өлкәбеҙҙең төрлө төбәктәренән килгән йыр-бейеүгә маһир булған яҡташ­тарыбыҙға бирелде.


Ут күршеләребеҙ – Көйөргәҙе районынан бик күп милләттәш­тәребеҙ ҡатнашты был байрамда. Район башлығының социаль сә­йәсәт буйынса урынбаҫары Римма Ғөбәйҙуллина етәкселе­ген­дәге делегация менән беҙ күп­тәнге таныштарбыҙ, дуҫтар­быҙ, тип әйтһәк тә, яңылыш булмаҫ. Район хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге начальнигы Рәғиҙә Нафи­ҡова, район мәҙәниәт йорто директоры Зөлфиә Эйтерник менән көнөнә бер нисә тапҡыр телефон аша аралашып, кәңәшләшеп-килешеп ойошторолған сара­ға көйөр­гәҙеләрҙең артистары ла, күргәҙ­мә­ләрҙе ойоштороусылар ҙа, оҫталыҡ дә­рес­тәре биреүсе­ләре лә килеп етте. Улар ҡорған ике тирмәнең береһе башҡорт этногра­фияһына һәм көнкүре­шенә бағыш­ланһа, икенсеһе мәртәбәле ҡунаҡтарҙы һыйланы.


Ырымбур өлкәһе башҡорттары ҡорол­тайы һәм Медногорск ҡа­лаһы баш­ҡорттары ҡоролтай­ҙары тирмәһендә милли аштар әҙер­ләнде, сәхнә оҫталарына ҡунаҡ­сыллыҡ күрһәтелде. Юл алыҫлы­ғына ҡарамай, Башҡорт байрамына тирмә алып килгән Медногорск ҡалаһы башлығы Садовенко Дмитрий Владимировичҡа айырым рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ.


Матурлыҡ арабыҙҙа йәшәй


Өфө ҡалаһынан был байрам­дың уртаһында матурлыҡ өлә­шеүсе Гөлгөнә һәм халҡыбыҙҙың данлы музыка ҡоралы – ҡумыҙҙы донъя кимәлендә танытыусы­ларҙың береһе Башҡортостандың халыҡ артисы Миңлеғәфүр Зәйнетдиновтар ҙа ҡатнашты. Күҙҙең яуын алырлыҡ ҡатын-ҡыҙ биҙәүестәре, ҡумыҙҙың ниндәй генә төрө булмаған был күргәҙмә эргәһенән кеше өҙөлмәне.


Шуныһы ҡыуаныслы: донъяны биҙәргә теләгән ижадсылар һәр заманда ла булған һәм бөгөн дә кәмемәй, тимәк, матурлыҡ арабыҙҙа йәшәй.


“Милли ауыл”дың һоҡланғыс фонтаны урғылған урындан йы­раҡ түгел башҡорт ҡымыҙы оҫта­лары теҙелгән. Улар Башҡортос­тандың Әбйәлил һәм Хәйбулла райондарынан алыҫ араларҙы яҡынайтып килеп еткәндәр. “Ҡымыҙҙары шул тиклем тәмле, әсе лә түгел, эскәндән-эске генә килеп тора!” – тип һөйләшеүҙәр ишетелә.


Әйтергә кәрәк, был йыйында спиртлы эсемлектәр тураһында һүҙ ҡуҙғатҡан кеше лә булманы. Байрамдар шулай ҡымыҙ менән үтһен, аңдарыбыҙҙы томалаусы йәшел йылан менән дуҫ булмаһаҡ ине!


Өлкәбеҙҙең Новосергиевка районында йәшәүсе пенсионер Фәйзулла Сәйетовтың шәхси музейы менән ҡыҙыҡһыныусылар был юлы ла ҡәнәғәт ҡалғандыр. Уның экспонаттары араһында нимәләр генә юҡ! Башҡорт халҡы­ның хужалыҡ әй­берҙәре, көн­күреш йыһаздары, хан заманын­дағы аҡсалар, уҙған быуат­тарҙағы һүрәттәр, фотолар, картиналар.


Бына сәхнәнән байрам тама­ша­һын алып барыусылар ҡыйыу­лыҡта, етеҙ­лектә, таһыллыҡта, сослоҡта, көслөлөктә ярыш төрҙә­рен иғлан иттеләр. Милли көрәш­тә Көйөргәҙе егете Зәйнетдинов (исемен иҫләп ҡалмағанбыҙ) беренсе булһа, гер спортында еңеүҙе ырымбурҙар бирмәне, Ниғәмәтов Ленарға еткәне булманы. Армрестлингта Фәнис Рахманғолов (Көйөргәҙе) беренсе урынға сыҡты. Шау-гөр килеп, көлөшә-көлөшә тоҡ кейеп тә йүгерҙеләр, ҡалаҡҡа йомортҡа һалып та етеҙлектә ярыштылар, көршәк ватырға теләүселәр ҙә табылды. Бәйгеселәрҙең ҡайһы­лары бүләк алыуҙан, ҡайһылары ҡан йүгертеп алыуҙан, ҡарап тороусылар күмәк тамашанан ҡәнәғәт булып таралышты. Ә сәхнә эргәһендә халыҡ 16 сәғәткә тиклем концерт ҡараны.


Ырымбур өлкә башҡорт мәҙәниәте байрамын ойошто­роуға күп көс һалған ҡоролтай­сылар – Йәғәфәр Яманһарин, Марат Сарбаев, Гөлүзә Мөшәрәпова, Нәфисә Смаҡова, Кәримә Бурундукова, Рифүз Ҡужашев, Фәимә менән Салауат Аҡдәүләтовтарға, тирмәләр ҡороуҙа ҙур ярҙам күрһәткән милләттәштәребеҙ Шафиҡ Иҫәнбаевҡа һәм Мәһәҙи Агишевтарға рәхмәтебеҙ ҙур.


Ырымбур өлкәһе.
Читайте нас: