Уҡытыусы дәреслекте кабинетта яҙмай...
Минең эш стажым 1984 йылда рус мәктәбендә башҡорт телен уҡытыуҙан башланды. Ул ваҡытта башҡорт мәктәптәренең дәреслектәре буйынса эшләнек. Үткән быуаттың 90-сы йылдарында рус мәктәптәре өсөн уҡыу әсбаптары сығара башланылар, ләкин улар ҡатмарлы ине, сөнки китаптарҙы әҙерләүҙә уҡытыусылар ҡатнашмаған.
Мәктәптән ҡайтам да эшләйем...
Ошондай юл сатында торған мәлдә Ҡырмыҫҡалы районының рус мәктәптәрендә эшләгән башҡорт теле уҡытыусылары өсөн район семинары ойошторорға булдыҡ. Үҙебеҙ китаптарын ҡулланған авторҙы ла саҡырҙыҡ: “Әйҙәгеҙ, беҙҙең тәжрибәгә таянып эшләгеҙ дәреслектәрҙе, һеҙгә ярҙам итергә әҙербеҙ”, – тинем. Үкенескә ҡаршы, ул семинарға килмәне, ә уҡытыусылар үҙ-ара фекерләшеп, ниндәйҙер йүнәлеш алып ҡайтты. Автор килмәгәс, фекерҙәремде яҙырға булдым һәм “Башҡортостан уҡытыусыһы” журналына ебәрҙем.
Мәҡәлә 1997 йылда август конференцияһы алдынан баҫманың 7-8-се һандарында баҫылып сыҡты. Һуңынан конференцияларҙа, БИРО-ға уҡырға килгәндә, ҡайһы бер уҡытыусылар: “Мәҡәләгеҙҙе уҡып, үҙебеҙгә йүнәлеш алдыҡ”, – тине, рәхмәт әйтеүселәр ҙә булды. Телебеҙ дәүләт статусын алып, бөтә мәктәптәрҙә лә уҡытыла башлаған икән, беҙ һәйбәт программалар төҙөп, ҡыҙыҡлы дәреслектәр ижад итеп, Хоҙай биргән ваҡыт арауығында халыҡтың күңелен яулап ҡалырға тейешбеҙ, тип күңелемдән янып, Мәғариф министрлығы, БИРО, Ҡоролтай, “Аҡ тирмә” тупһаларын оҙаҡ йылдар тапаным. Берәй ҡасан, совет заманындағы кеүек, туған телдәр тағы ла мәктәптәрҙән алына башлаһа, халыҡтар: “Башҡорт теленең программаһы ҡыҙыҡлы, бала күп нәмә өйрәнә, белә, һәләттәрен аса, башҡорт теле дәрестәре кәрәк”, – тип башҡорт телен юҡҡа сығарырға бирмәҫлек булһын уҡытыуыбыҙ тигәнде аңлатырға тырыштым.
Совет заманында ябай уҡытыусылар ижад иткән методикаларға юлдар асыҡ була торғайны. Уларҙы хөкүмәт район хакимиәтенең мәғариф бүлектәре методистары аша уҡытыусыларға тараттыра торғайны. Уҡытыусы-новатор тигән маҡтаулы исем дә бар ине. Хәҙер уҡытыусы-практик ижад иткән методиканы ғәмәлгә индереү юлында төрлө яһалма ҡатмарлыҡтар булдырылған.
Уҡытыусы дәреслекте кабинетта яҙмай, уның эшенә айырыуса ҙур иғтибар булырға тейеш. Мәҫәлән, мин үҙемдең китабымды һәм методикамды нисек әҙерләнем – был хаҡта алда әйтеп киткән мәҡәләлә бик тәфсирләп яҙҙым, ниндәй дәреслек булырға тейеш, тәүҙә ниндәй хәрефтәрҙе өйрәнеү һәйбәтерәк, ни өсөн уларҙы баштараҡ өйрәнергә кәрәк – миҫалдар килтерҙем. Ентекле эшләнем, һуңынан уҡып ҡарап, уның дәрестең үҙәге икәнен аңланым. Шунан тоттом да, ниңә беҙҙең, уҡытыусы-практиктарҙың, һүҙенә ҡолаҡ һалырға теләмәгән авторҙарға ялынып йөрөйөм, үҙем дәреслек яҙайым әле, тип эш башланым.
Отошло алымдар ошолай табылды
Хәрефтәр өйрәнелә килә текстар яҙа башларға кәрәк. Уларҙы әкиәттән алырға булдым, сөнки әкиәттәр менән эшләүе еңел. Бигерәк тә бөтәһе лә белгән рус йәки донъя кимәлендәге билдәлеһе булһа. Балалар таныш әкиәтте күрһә, ҡыуанып китә, булған һүҙ кимәлдәрен файҙаланып, уларҙы һөйләргә тырыша, аңлай, тыңлай, дәрестә әүҙем ҡатнаша. Был эш алымының төп асылы шунда: бала мәктәпкә килгәнгә тиклем һөйләшә, фекерен матур итеп әйтә, аңлата белә, ҡайҙалыр барһа, ниҙәр күргәнен, ишеткәнен һөйләй ала, ә бына мәктәптә китаптан уҡығанын бәйән итә алмай.
Ни өсөн? Бының сәбәбе ябай: традицион педагогикаға таянып эшләгән мәктәп баланы һөйләргә өйрәтмәй, уҡытыу тәүҙә хәрефтең элементтарын өйрәнеүҙән башлана, аҙаҡ хәрефтәр үтелә, ижектәр, һүҙҙәр уҡыла, һөйләмдәр төҙөлә һәм иң аҙаҡтан ғына тулы текстар уҡыуға күселә. Тыуғандан алып бала тулы телмәр ишетеп йәшәй. Тыңлай-тыңлай айырым һүҙҙәрҙе ҡабатлай башлай, хәрефтәрҙе түгел. Шуға ла мин ниндәйҙер хәреф өйрәнгәндә балаларҙың телмәрен үҫтереүгә иғтибар бирергә тырыштым. Үҙгәрештәр индерә-индерә уҡыу әсбабын – “Әлифба”ны – эшләп бөттөм.
Ә тотош “Әлифба” өс өлөшкә бүленә: әлифбаға тиклемге осор, әлифба осоро, әлифбанан һуңғы осор. Һуңғы осорҙа уҡырға текстар бирергә кәрәк. Текстар тултырып, дәрестә эшләп ҡарайым, һәйбәт, ләкин әлифбаға тиклемге осор (инеш өлөш) ауырыраҡ, сөнки унда алмаштарҙы, һандарҙы һәм башҡа темаларҙы ҡуйғанмын. Шуға был өлөштө лә әкиәттәргә бәйләргә кәрәк, тигән һығымтаға килеп, әкиәттәрҙе инеш өлөшкә лә эшләй башланым. Төрлө әкиәттәрҙе ҡулланып ҡарай торғас, үҙемә шундай талаптар килтереп сығарҙым – әкиәттәр ҡыҫҡа булырға тейеш. Икенсенән, беренсе дәрестәрҙә таныш әкиәттәр булмаһа ла ярай. Шуға халыҡ легендаларын ҡуйырға ҡарар иттем. Балалар уларҙы бәләкәйҙән белеп үҫһен, тигән теләктән сығып эшләнем быны, ләкин уҡытыусы улар буйынса нисек эшләргә тейеш? Бала әле уҡый белмәй, уларға ҡат-ҡат уҡырғамы, ул һүҙҙәрҙе нисек иҫендә ҡалдырырға тейеш? Уйлай-уйлай шундай һығымтаға килдем: легендаларҙың йөкмәткеһен асып биргән һүрәттәр кәрәк. Коммуникатив принцип менән яҙылған дәреслек килеп сыҡты. “Әлифба” яҙғанға тиклем коммуникатив принцип менән рус теле дәрестәрендә эшләп өлгөргәйнем инде. Ысынлап та, ул ғәмәлдә эшләй, балалар телде яратып өйрәнә һәм дәрестәрҙә әүҙем ҡатнаша. Һәр хәрефкә әкиәт булырға тейеш, ләкин бер генә хәреф өйрәнгән ерҙә әкиәттең йөкмәткеһен һүрәттәр менән биреп, һүрәттәр аҫтында ике-өс кенә һүҙ яҙып була, ә уҡытыусыға бит ул әкиәттең эстәлеген һөйләргә лә кәрәк, шуға күрә әсбаптың һуңғы өлөшөндә һүрәттәр буйынса өйрәнелгән әкиәттәрҙең тексын бирҙем. Был да отошло алым булды.
Һүрәттәр фекерләү ҡеүәһен үҫтерә
Ә традицион әлифбанан уҡырға өйрәнгән уҡыусыла һәр һүҙ мөһим тигән уй була. Быға дәлил итеп үҙем эшләгән осорҙан шундай бер миҫал килтерер инем: II класҡа беренсе класты гел “бишле”гә тамамлаған яңы ҡыҙ килде. Минең балалар беренсе йылда үткән дәрестәрҙә матур итеп һөйләргә өйрәнгән, ә был уҡыусы традицион методика менән хәреф өйрәнгән. Диктанттарҙы “бишле”гә яҙһа ла, бер нисек тә башҡалар кеүек һөйләргә өйрәнә алманы, һөйләр өсөн тексты ятлай ине. Уның өсөн һәр һүҙ мөһим, әкиәттең эстәлеген биргән һөйләмдәрҙе уның мейеһе айырып, иҫтә ҡалдырырға өйрәнмәгән, шуға ла ул ауырлыҡ менән дәрескә әҙерләнеп килә ине. Минең методика буйынса белем алған уҡыусылар өлкән кластарҙа ла фекерҙәрен матур итеп әйтеп бирә ала ине, VII-VIII класта күпләп инша яҙҙырғанда улар үҙҙәрен тыныс тота торғайны, ә теге ҡыҙыҡай ныҡ ҡаушай ине. Мин бынан һуң баланы уҡырға өйрәтерҙән алда уны һүрәттәр буйынса һөйләтеү балаларҙың логик фекерләүен дә үҫтерә тигән һығымтаға килдем.
Балаларҙың аңлау, ҡабул итеү кимәле, телмәр байлығы төрлөсә, кемдер башҡортса аҙ-маҙ һупалай, кемдер бөтөнләй бер нимә лә белмәй. Шуның өсөн минең “Әлифба”ла текстар өс төркөмгә бүленгән: тәүҙә телде һәйбәт белгән балалар өсөн А текстарын билдәләнем, башта шул өлөштө эшләнем. Дәрестә ҡулланып ҡарайым, телде белгән балалар рәхәтләнеп, ҡыуана-ҡыуана шөғөлләнә, ләкин телде белмәгәндәр дәрестә бик ҡатнаша алмай. Шунан яйлап, уларға айырым текст кәрәк, тигән фекергә килдем. Әлифбамда, шулай итеп, текстар ике варианттан башланды: телде бөтөнләй белмәгән балалар өсөн биш-алты һүҙҙән генә торған рифмалы юлдар, уларға булған текстар С билдәһе аҫтында ҡуйылды. Дәреслекте әҙерләп бөткәс, икенсе йыл яңы класс менән эшләп ҡарайым, телде белгән, бөтөнләй белмәгән балалар тырыша, бер аҙ ғына һүҙҙәрҙе белгән, ләкин һөйләй алмаған балалар ҡатнашмай. Шунан уйлай торғас, улар өсөн айырым текстар яҙырға булдым, уларҙы Б төркөмө тип атаным. Әкиәттәрҙе бәләкәй һөйләмдәр менән, ҡабатланып килгән һүҙҙәрҙе ҡулланып төҙөнөм. Бының өсөн телде яҡшы белгән балалар өсөн төҙөлгән әкиәттәрҙе ҡыҫҡарта башланым. Эшләй-эшләй шундай талап килеп сыҡты: һәр әкиәткә өс дәрес булһа, тимәк, бер дәрестә дүрт һүҙ. Бала уны ятлай ала. Тимәк, минең әкиәт 12 йәки 13-14 һүҙҙән генә торорға тейеш. Беренсе легенда – “Ҡош юлы”, шулай итеп, 12 һүҙҙән генә тора. Уның балалар һөйләй алырлыҡ тулы вариантын әлифбанан һуңғы осорға ҡуйҙым.
Илебеҙҙә бындай “Әлифба” юҡ
Дәреслектең беренсе варианты төҫлө түгел ине, һүрәттәр буяу өсөн уңайлы итеп әҙерләнгәйне. Өс төркөм менән бер юлы эшләгәндә, уҡытыусы бер төркөм менән шөғөлләнгәндә, башҡалары һүрәттәрҙе буяу менән мәшғүл. Был уҡытыусыларға ла оҡшаны. Һуңынан китаптың министрлыҡ сығарған төҫлө вариантында һүрәттәрҙе буяу ғәмәле төшөрөп ҡалдырылды, әммә уҡытыусылар тап беренсе вариантты һағынып һөйләне. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, телде белмәгән балалар өсөн һәр биткә ҡуйылған шиғри юлдарҙың да күпселеге алып ташланды. “Хор менән ҡабатлай инек”, – тип уныһына ла уҡытыусылар әсенеп ҡуйҙы. Был мин уйлап тапҡан методика һәм ул әлегә башҡа халыҡтарҙа юҡ. В. Г. Горецкий яҙған “Русская азбука” ошо принциптарға яҡын килгән: һәр биттә әкиәт һүрәттәре бар, балаға тулы телмәр өйрәтер өсөн дүрт юллыҡ шиғырҙар бирелгән, уҡырға һүҙҙәр ҙә бар, ләкин унда бына ошо өс компонент бергә бәйләнмәгән. Тимәк, уҡытыусы уларҙың өсөһөн дә ҡуллана алмай.
Ә “Хәрефтәр донъяһында” әлифбаһында өс компонент та бер эстәлек менән бәйле, улар, бер-береһен тулыландырып, балаға теманы тиҙерәк үҙләштерергә ярҙам итә. Уҡыусы легенданың эстәлеген һүрәттәрҙә күрә, һөйләргә уңайлы вариантты уҡытыусы телмәрендә тыңлай, шиғри юлдарҙы хор менән ҡабатлай.
Әгәр беҙҙең белем биреү буйынса яуаплы ойошмалар һәм органдар ошоно аңлап, дәреслектең мөһимлеген һәм әһәмиәтен Рәсәй Мәғариф министрлығы алдында иҫбатларға ярҙам итһә, был беҙҙең башҡорт методикаһы булып донъяны яңғыратыр ине.
“Хәрефтәр донъяһында” баҫып сығарылғас, мин Рәсәй Мәғариф министрлығына үҙемдең яңы төр дәреслек ижад итеүем тураһында хат яҙҙым. Яуап хатында дәреслек тип танылыр өсөн экспертиза үтелергә тейешлеге әйтелгән һәм типографияларҙың исемлеге күрһәтелгәйне, ләкин экспертизаның түләүле икәнлеге иҫкәртелгән. Күпме сығым талап ителгәнен белешеп торманым, ябай уҡытыусының кеҫәһенә иҫәпләнмәгәне аңлашыла, әлбиттә.
Әкиәтле дәреслектең мөмкинлектәре күп
Новатор уҡытыусыларҙың яңылығын киң даирәгә сығара торған башҡа юлдар ҙа, бәлки, барҙыр, мин улар менән әлегә таныш түгел. Бәлки, гәзит уҡыусылар араһында миңә мәғлүмәт менән ярҙам итерлек милләттең илһөйәре булған берәйһе табылһа, был халҡымдың тағы бер аҙым алға китеүе булыр ине. Дәлил итеп ике миҫал килтергем килә: Яр Саллы ҡалаһындағы таныштарыма бүләк иткән китабымды бер институт профессоры күреп ҡалып, ҡарап сыҡҡандан һуң: “Башҡорттар тағы алға киткән”, – тигән һүҙ ысҡындырған.
Әкиәтле “Әлифба”ның мөмкинлектәре күп. Башҡа дәрестәрҙе лә уның йөкмәткеһенә таянып үткәрергә була. Бында бары тик уҡытыусының ижади ҡарашы һәм фантазияһы ғына кәрәк.
Кешелеккә билдәле ҡайһы бер асыштарҙың 50 йыл алдан рус ғалимдары тарафынан эшләнеп, юл яра алмай ҡалғанын матбуғат биттәрендә уҡығаным бар. Хоҙай тарафынан бирелгән асыш бер милләттә юл яра алмаһа, юҡҡа сыҡмай, икенсе халыҡҡа ебәрелә, тимәк. Минең дә “Әлифба”м заман талабы менән ХХ быуаттың аҙағында тыуғандыр, сөнки яңы быуат яңыса уҡыуҙы-уҡытыуҙы талап итәлер. Ул 1997 йылдың ғинуарында яҙыла башланы. Яҙыла башлағанына, 1998-1999 йылдарҙа дәреслек конкурсында ҡатнашҡанына 20 йыл тулып, үтеп тә килә, башҡорттоҡо булып танылырмы ул донъяға, әллә тағы бер нисә йылдан башҡа милләттә ижад ителеп, шунан һуң ғына иҫкә төшөрөлөрмө?..