Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт донъяһы
14 Август 2019, 18:10

Копейскта ҡоролтай эше хуплау һәм яҡлау таба

Милләттәштәребеҙ йәшәгән Рәсәй субъекттарының делегациялары осрашыуҙары эшендә Силәбе өлкәһенең Копейск ҡалаһынан килгән Рәмилә Аҫабаева ла бар. Сит төбәктә йәшәгән милләттәштәребеҙҙең тормошо, милләт үҫешенә бәйле көнүҙәк мәсьәләләр хаҡында уның менән әңгәмә ҡорҙоҡ.

Милләттәштәребеҙ йәшәгән Рәсәй субъекттарының делегациялары осрашыуҙары эшендә Силәбе өлкәһенең Копейск ҡалаһынан килгән Рәмилә Аҫабаева ла бар. Сит төбәктә йәшәгән милләттәштәребеҙҙең тормошо, милләт үҫешенә бәйле көнүҙәк мәсьәләләр хаҡында уның менән әңгәмә ҡорҙоҡ.


– Мин Силәбе өлкәһенең Копейск ҡалаһында тыуып үҫтем, әле лә шунда йәшәйем. Был өлкә үҙәгенә терәлеп тиерлек торған шахтерҙар ҡалаһы, бында күпселек эшсе халыҡ йәшәй. Халыҡ һаны 130 мең тирәһе, шуның 2 меңе – башҡорттар. 2001 йылдан урындағы ҡоролтай ағзаһымын, 2006 йылдан уға етәкселек итәм.


Төбәк-ара бәйләнештәрҙең нығыныуы беҙҙең өсөн бик ҡыуаныслы, ошоға бәйле яңылыҡтарҙы шатланып ҡаршы алам. Дөйөм алғанда, беҙҙең эшмәкәрлек ҡала хакимиәте яғынан һәр саҡ яҡлау һәм хуплау таба, шуға ла башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү йәһәтенән төрлө саралар үткәрәбеҙ. Копейск ҡалаһы хакимиәте башлығының урынбаҫары Владимир Бисеровҡа айырым рәхмәтемде еткерәм: шул тиклем урындағы ҡоролтайҙың эшмәкәрлегенә ҙур ярҙам күрһәтә, Башҡортостанды ярата, халҡыбыҙҙың асыҡ күңелле, ҡунаҡсыл, ихлас икәнлеген ҙур хөрмәт менән телгә ала.


Проблемаларға килгәндә, туған тел өйрәнеү дәрестәре лә ойошторҙоҡ, әммә халыҡтың үҙаңын уятыу бик ҡыйын. Туған телде өйрәтәм тип торған уҡытыусы ла бар, тик әлегә эш туҡтап тора. Бөгөнгө ултырыштан илһамланып, проблемаларҙы хәл итеүҙең яңы юлдарын табып ҡайтырбыҙ, тип уйлайым, – ти Рәмилә ханым.


Автор фотоһы.
Читайте нас: