Йәйге ял ваҡытында Ер шарының төрлө урындарына сәйәхәт иткән йәштәребеҙ менән таныштырыуыбыҙҙы дауам итәбеҙ. Улар ер-һыу күреп кенә ҡалмай, ә интернет аша ҡыҙыҡлы тәьҫораттары менән дә бүлешә.
Йәш тележурналист, Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фондында эшләгән, башҡорт эстрадаһындағы күп заманса йырҙар һүҙҙәре авторы Наҙгөл Ғәлиева әлеге ваҡытта әхирәте менән Европа буйлап сәйәхәт итә. Чехия, Франция, Италия, Испания, Венгрияны урап сыҡҡан ҡыҙ сағыу фотоһүрәттәре һәм ҡыҙыҡлы күҙәтеүҙәре менән социаль селтәрҙәрҙә беҙҙе лә таныштырып бара. Шуларҙың һуңғыһын һеҙҙең иғтибарға тәҡдим итәбеҙ:
“Сәфәр дауамында беҙҙең Рәсәйҙән икәнде күҙ алдына ла килтермәйҙәр. Бер-ике тапҡыр “Һеҙ испан ҡыҙҙарымы?” тип һораһалар, бер мәлде “Ҡытайҙарҙың гүзәл версияһы” тинеләр”.
Тағы ла Наҙгөл туған телде белеү сәйәхәт ваҡытында ниндәй уңайлылыҡтар тыуҙырыуын һанап үтә: шәхси әйберҙәр хаҡында һүҙ йөрөткәндә, “артыҡ ҡолаҡтар” юҡ, юғиһә, хатта иң төпкөлдә лә русса һөйләшкәндәр табыла икән. Ә рус телен белгән официанттар кәрәккән-кәрәкмәгән тәҡдимдәре менән башты бутарға, артыҡ аҡса һығырға әҙер генә тора. Был осраҡта башҡортса бер-ике һүҙ әйтеп, бармаҡ менән күрһәтеү етә, улар тыныслыҡта ҡалдырасаҡ.
“Нәсихәт: башҡортса һөйләшегеҙ!” – тип яҙа Наҙгөл Ғәлиева.