Аттар тураһында беҙгә бер нимә лә һөйләмәҫкә була. Башҡорт ир-егеттәре атлап китмәҫ элек һыбай йөрөргә өйрәнә, тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәр. Башҡорт һәм ат тураһындағы иң ҙур тарихи миҫал – ул 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы. Һуғыштың башынан аҙағына тиклем барып еткән берҙән-бер милли квалерия. Шуға күрә Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбировтың тап аттарға бәйле тармаҡты ҡеүәтләүе һис ғәжәп түгел. Был ошо ерлектәге тәбиғи күренеште замана талаптарына ярашлы эшләтеү, тигән һүҙ.
“Йылҡысылыҡ башҡорт өсөн бары тик милли йола ғына түгел, ул – беҙҙең иҡтисадтың мөһим өлөшө. Беҙ аттар һаны буйынса илдә икенсе урындабыҙ, был тармаҡҡа 50 меңдән ашыу кеше йәлеп ителгән. Шулай ҙа һуңғы осорҙа ул түбән тәгәрәне. Белгестәр етешмәй, хужалыҡтарҙың матди базаһы һәм ипподром иҫкергән. Йылҡы баштары, легендар башҡорт тоҡомло аттарҙың да генофонды сифаты кәмей. Ҡарар ҡабул иттек: 2020 йылға тоҡомсолоҡ эшен тәртипкә килтерергә, тармаҡҡа ҡыҙыҡһыныуҙы арттырыу өсөн даими рәүештә ат сабыштары ойошторорға, быйылдан ат заводтарын дәүләт ярҙамы менән тәьмин итергә, киләһе йылдан белгестәрҙе уҡытыуҙы башларға, балалар ат-спорт комплекстарын ҡеүәтләргә. Был тармаҡта беҙ һәр саҡ көслө һәм лидер булдыҡ”, – тип яҙҙы Радий Фәрит улы үҙенең “Бәйләнештә” социаль селтәрендәге сәхифәһендә.