Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт донъяһы
7 Ноябрь 2019, 15:13

Өләсәй Мәскәүҙә ижад серҙәре менән уртаҡлашты

5–22 ноябрҙә Мәскәүҙәге Милләттәр йортонда Альбина Исхаҡованың “Я люблю... Яратам” биҙәү-ҡулланма сәнғәт күргәҙмәһе үткәрелә.

5–22 ноябрҙә Мәскәүҙәге Милләттәр йортонда Альбина Исхаҡованың “Я люблю... Яратам” биҙәү-ҡулланма сәнғәт күргәҙмәһе үткәрелә. Экспозицияла оҫтабикәнең милли стилдәге ҡул эштәре – һаҡал, селтәр һәм башҡа әйберҙәре тәҡдим ителә.
Күргәҙмә республиканың 100 йыллығына һәм 2020 йылда уҙғарыласаҡ Бөтә донъя Фольклориадаһына арнала. 8 ноябрҙә күргәҙмә нигеҙендә оҫталыҡ дәрестәре ойошторола.
Альбина Исхаҡованы белмәгәндәр һирәктер. Ул әүҙем йәмәғәт эше алып бара, башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәтен ойоштороусыларҙың береһе, “Аҡ тирмә” милли мәҙәниәт үҙәгендә өләсәйҙәр клубына ла етәкселек итте. Ул һәләтле йәш музыканттар – скрипкасы Сыңғыҙ Ханнанов менән виолончель оҫтаһы Искәндәр Ханнановтың өләсәһе булараҡ та танылыу яулаған.
Әйткәндәй, Альбина Исхаҡованың ошондай уҡ күргәҙмәһе 2017 йылда Өфөләге “Урал” галереяһында ла ойошторолғайны.
Читайте нас: