Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт донъяһы
7 Август 2020, 13:30

Илсур Тайсин 71-се һөнәрен үҙләштерә

Илсур Тайсин “Бәйләнештә” селтәрендә Себер тарафтарына юлланыуын яҙған. Ул унда нимә эшләй?

"Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ", тиҙәр. Ысынлап та, ирмен тигән ир кешенең ҡулынан килмәгән эше булмаҫҡа тейеш. Билдәле ҡурайсы, пародия оҫтаһы, күренекле йырсы Илсур Тайсин нәҡ ошо мәҡәлде тормош девизы итеп алған да инде.
– Әҙәм балаһы эше менән матур, ти торғайны йыш ҡына олатайым, – тип һөйләй сығышы менән Ейәнсура районының Сирғол ауылынан булған Илсур Сулпан улы. – Үҙе егәрле, ниндәй эшкә тотонһа ла, бөтәһен дә тыныс ҡына башҡарып сығыр ине. Яҡын кешемдең өлгөһөндә тәрбиәләнгәс, мин дә бер эштән дә ҡурҡмайым.
Туйҙар һәм тыуған көндәр кеүек күркәм байрамдарҙы алып барған Илсур Тайсин Себер тарафтарына юлланыуын “Бәйләнештә” селтәрендә яҙған. Уның әйтеүенсә, бында ул 71-се һөнәрен үҙләштерергә килгән. Яҙмаһына ҡушып, моңло күстәнәс тә һалған.
Фото: “Бәйләнештә” селтәренән.
Читайте нас: