Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт донъяһы
11 Март 2022, 18:46

“Внук” тибеҙ, “бабуля” тип өндәшәләр...

Туған тел яҙмышы тураһында һәр башҡорт уйланырға тейеш.

Зиннур Боҫҡонов.
Фото:Зиннур Боҫҡонов.

“Һин дә мин башҡортса һөйләшеп йөрөгән, туған телдә шиғырҙар ятлаған ҡыҙым балалар баҡсаһында күп тә йөрөмәҫтән, русса аралаша башланы. Ул ғына түгел, хатта башҡортса әйткәнде һис аңламай. Бына хәҙер саф башҡорт мөхитендәге ғаиләлә үҫкән балаға, аңламай тип, үҙебеҙ ҙә русса һүҙ ҡушабыҙ. Ә бит был хәл бер беҙҙә генә түгел, күптәр ошо турала борсола. Былайға китһә, башҡорт телен белгән һуңғы быуын булып ҡалыуыбыҙ ҙа ихтимал бит”, – тип бер йәш ҡатын ҙур мәсьәләне ҡуҙғатты.

Ысынлап та, райондың саф башҡорт ауылдарындағы йәштәр, балалар, хатта мәктәпкәсә йәштәгеләр рус телендә аралаша. Әлбиттә, туған телгә һөйөү, тәү сиратта, ғаиләлә һалынырға тейешлеген яҡшы аңлайбыҙ. Әммә балалар бөтөнләй икенсе төрлө уйлай, өлкән быуындың ҡарашын ҡабул итергә теләмәй.

Бөгөнгө йәмғиәттә телдең тотҡаһы – һаҡсыһы булырға тейешле ололар ҙа балаларының балаһын етәкләп, “внугым” тип һүҙ ҡатып, “баба, бабуля” тигәненә ҡыуанып ауыҙ йыра. Шул урында “ейәнем-ейәнсәрем” тип, ә улары “ҡартатай, ҡартәсәй, өләсәй” тип өндәшһә, күңелгә май булып яғылыр ине. Ниндәй оло мәғәнәле, матур һүҙҙәр һөйләшебеҙҙән төшә бара.

Үҙемдән миҫал итеп алғанда ла, мәктәптә уҡыған осорҙа кесе улым русса һүҙ ҡушып, “мама”, “папа” тип өндәшергә маташты. Тик оҙаҡҡа һуҙылманы был хәл. Бер нисә тапҡыр “мама” тигәненә әйләнеп ҡарамағас, “әсәй” тине. Рус телмәренә лә “һаңғыраулығым” көсәйҙе. Нимә эшләһен инде, йәһәт кенә туған телен иҫкә төшөрҙө. Башҡаса уның ғаиләлә русса һөйләшеп маташҡаны булманы.

Ошо көнүҙәк мәсьәлә буйынса, туған тел яҙмышы, уны яҡлауҙа ҡартатайҙар һәм ҡартәсәйҙәр роле тураһында бер нисә абруйлы кеше менән әңгәмә ҡорҙом.

 

Менәүәрә БОХАРБАЕВА, педагогия хеҙмәте ветераны:

– Беҙҙең башҡорт теленең яҙмышы бөгөн ниндәй хәлдә? Бөгөнгө йәшәйешебеҙҙә уның бөтөнләй тип әйтерлек юғала барыуын, үҙ теленә битараф, хатта ҡабул итмәүселәрҙең ишәйеүен күреп, уйлауы ла ҡурҡыныс булып китә. Кем ғәйепле? Мәңгелек һорау. Хөкүмәтте лә, ил хужаларын да, район вәкилдәрен дә, депутаттарҙы ла, закон сығарыусыларҙы ла, эшһеҙлекте лә, йәшәү шарттарын да, мәғарифты ла – барыһын да ғәйепләргә була. Ә ғаиләлә туған телдә аралашыу, балаларыңды, ейән-ейәнсәрҙәреңде үҙ телеңдә һөйләшергә өйрәтеүгә нимә ҡамасаулай һуң? Бер нимә лә! Бары тик беҙҙең ҡаныбыҙға элек һеңдерелгән ҡараш: имеш, башҡорт телендә һөйләшһәң, рус телен насар беләсәкһең, мәктәптә башҡа фәндәрҙе үҙләштереүҙе тотҡарлай, ваҡытты ала, наҙан ҡалаһың һәм башҡалар. Хатта, әгәр үҙ телегеҙҙә һөйләшһәгеҙ, балағыҙ бөтөнләй телһеҙ ҡаласаҡ, тигән һай фекер йөрөткән логопедтарҙың кәңәшенә таянып, үҙ балаһын туған теленән мәхрүм иткән ғаиләләр ҙә бар. Күптән иҫбат ителгән бит инде: баланың күп тел белгән һайын аҡыл кимәле лә үҫә, тирә-яҡты танып белеү һәләте лә киңәйә, аралашыу оҫталығы ла арта. Телдең нигеҙ ташы ғаиләлә һалына. Әгәр унда туған телгә, халҡыңа, уның тарихына, киләсә­генә тулы битарафлыҡ хөкөм һөрә икән, бер ниндәй уҡытыу систе­маһы ла, программалар ҙа, конкурстар ҙа, аудитория тултырып ултырып диктант яҙыу ҙа, гранттар ҙа уға һөйөүҙе уята алмай. Тупаҫ ҡына итеп әйткәндә, бөгөн беҙҙең күптәребеҙ, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, телде үлтереүселәр, юҡ итеүселәр. Ә Аллаһ Тәғәлә беҙҙе төрлө ҡәүем-ҡәбилә итеп яралтҡан, аманат итеп һәр береһенә тел биргән, аралашып йәшәргә бойорған (Ҡөрьән, 49-сы сүрә, 13-сө аят).

Бөгөнгө заманда туған телдә аралашыу мөхите бөтөнләй тиерлек тарайҙы. Компьютер, смартфондар ата-әсә менән бала араһындағы былай ҙа юҡ кимәлдә булған аралашыу күперен емереп бөтөп бара. Балаларҙың донъя­һында ата-әсәһенә урын әҙәй­гәндән-әҙәйә. Уларҙы болтик-молтиктар, машалар, гарри поттерҙар, ушастик- ужастиктар тәрбиәләй, йәшәргә өйрәтә. Мәғариф БДИ, ДАИ проблемаларын һылтау итеп, туған телде өйрәнеүҙе ата-әсәнең яйына ҡуйып, башҡорт телен ғариза яҙҙыртып ҡына уҡыта башланы. Ҡыҙғаныс, балалар баҡсаһында, хатта башҡорт төркөмдәрендә лә рус телендә генә аралашалар. Әле халҡыбыҙ алдында оло һынау тора: һаҡлап ҡала алабыҙмы телебеҙҙе, юҡмы? 20-30 йылдан шул тиклем матур, яңғырашлы, һығылмалы гүзәл телебеҙҙә һөйләшеүсе, аралашыусы булырмы? Ошо турала бөгөн һәр башҡорт уйланырға, эште үҙенән, ғаиләһенән башларға тейеш. Бала ул ата-әсәһенең ҡулында саҡта балсыҡ менән бер, нисек әүәләйһең, шулай була. Ғаиләлә телгә ихтирам, һөйөү бар икән, рух йәшәй икән, ҡыҙың да, улың да шуны һеңдереп үҫә. Һуңынан ул ниндәй генә мөхиткә барып эләкһә лә, үҙ теленең матурлығын, нәзәкәтлеген инҡар итмәйәсәк бер кем алдында ла теленән оялмаясаҡ. “Башҡортса һөйләш, башҡортса өндәш!” – тип тылҡыу менән генә телде өйрәтеп булмай. Үҙебеҙҙән башлайыҡ, туған телебеҙҙә аралашайыҡ, был хоҡуҡты беҙҙән бер кем дә тартып алмаған бит.

Беҙҙең ғаиләгә килгәндә инде, башҡорт телендә һөйләшеү – ул һулаған һауаға нисек мохтажбыҙ, шуның һымаҡ. Аллаға шөкөр, өлкән киленем саф башҡорт телендә һөйләшә ине, кесе килендәрем дә, рус мөхитендә үҫһәләр ҙә, матур итеп беҙҙеңсә аралашырға тырышалар. Ейәндәребеҙҙең икәүһе генә, Сорғотта йәшәгәнгә күрәлер, аңлаһалар ҙа, башҡортса аралашмай. Беҙ улар менән туған телдә һөйләшәбеҙ. Ә яныбыҙҙағы­лары­ның теле саф башҡортса асылды, әммә балалар баҡсаһына йөрөй башлауҙары менән телмәрҙәре буталды. Бының сәбәбен балаларҙың күбеһенең телде белмәүендә, балалар баҡсаһында туған телгә иғтибарҙың кәмеүендә күрәм.

 

Бүләкбикә ҠАҘАҠБАЕВА, педагог-логопед:

– Ҡайным менән бейемемдең ҙур ғаиләһендә бер ҡәтғи талап булды: биш уландарының кәләш­тәре, ниндәй яҡтан төшһә лә, башҡортса һөйләшергә тейеш ине. Белмәгәндәре өйрәнде. Үҙемдең нуғайҙан килгән киленем дә беҙҙең телдә һәйбәт аралаша. Ә бына ейәндәрҙең башҡортса яҙа-йоҙа һөйләшеүе шул тиклем күңелемде ҡыра. Эргәмдә булған­дарында, әлбиттә, талап итәм, телмәргә күп иғтибар бүләм, үҙҙәре әйтмешләй, “тылсымлы” әкиәттәр – Урал батыр, Аҡъял батыр тураһында яратып тыңлайҙар, тик был ғына аҙ шул.

Сәбәп нимәлә? Ғаиләләре менән бөтәһе лә ҡалала йәшәй. Башҡортса теле асылған балалары, балалар баҡсаһына барғас, рус телендә тәтелдәй башлай. Шул миҙгелде иғтибарһыҙ үткәреп ебәрәбеҙ, минеңсә. Балабыҙ ят телде үҙенеке итеп ҡабул итә лә ҡуя. Бына шул ваҡытта беҙҙең төп бурысыбыҙ булып баланы үҙ телебеҙҙең дә көндәлек тормошо­боҙҙа киң ҡулланылыуына инандырыу тора – ғаиләлә бала үҙе­беҙсә һөйләшеүҙе ишетергә тейеш.

Мәскәүҙә йәшәгән ҡыҙымдың дуҫы (билдәле гәзит мөхәр­риренең ҡыҙы) ғаиләһендә бер ҡағиҙә һис һүҙһеҙ үтәлә – “өйгә ҡайтып инеп, ишекте япҡас, башҡортса ғына һөйләшәбеҙ”. Балалары ла, башҡорт булһа ла, башта бөтөнләй телде белмәгән тормош иптәше лә үҙебеҙҙең телдә аралаша, һөйләшә. Һоҡланам ул йәш ханымға. Әсә булараҡ, был оло бурысты үҙ өҫтөнә алған. Ә бит ул өйҙә ултырмай, юғары уҡыу йортонда уҡыта; ваҡыты сикләнгән булһа ла, алдына ҡуйған маҡсаттан тайпылмай. Ғаиләһендә балалары булған йәштәргә, шул ғаиләнән үрнәк алып, иртәгә, киләсәктә башлармын тип түгел, бөгөндән беҙҙең халыҡтың киләсәген уйларға кәрәк. Балаларын туған телһеҙ ҡал­дырмау бурысын үҙ алдына алһын ине ата-әсәләр! Уның өсөн бөтә эшеңде ташлап, тел өйрәнергә ултырыу ҙа кәрәкмәй. Телебеҙҙе көндәлек тормошобоҙға индереү генә мотлаҡ. Иң беренсе баш­ҡортса һөйләшеүҙе ишетһен бала, шул ваҡытта ғына телдең статусы күтәрелә.

Логопед эшмәкәрлегенән сығып, бәләкәстәрҙе телебеҙгә “бороп” алыуҙа тәүге аҙымдарҙы күрһәткем килә. Тәү осорҙа һүҙҙәрҙе аңлау һәләтен үҫтереү, унан һөйләшергә өйрәтеү зарур. Ниндәй генә телдә һөйләшһә лә, һәр баланың һөйләштә  әүҙем ҡулланған һүҙҙәр запасы була; шул уҡ ваҡытта пассив һүҙҙәр икенсе кешенең һөйләгәнен аңлауҙы тәьмин итә. Ғаиләләге өлкәндәрҙең башҡортса һөйләшеүе шул пассив һүҙҙәрҙе байыта, бала һөйләшә белмәһә лә, аңлаған һүҙҙәрен арттыра.

Икенсе йүнәлеш – тел сисеү. Кескәйҙәрҙең тауышҡа оҡшатыу һәләтен (звукоподражание) ҡулла­нып, хайуандар, ҡоштар, кешеләр ниндәй өндәр сығара, шуларҙы әйттереп өйрәтергә кәрәк. Кемдер аптырар, улар русса ла, башҡортса ла бер иш яңғырай бит тиер. Ҡайһы бер тауыштарҙағы айырмаға таянып (мәҫәлән, МЕ түгел, ә МӘ тип кәзә баҡыра икән, ти), психологик һынылыш яһап була, бала үҙен башҡортса һөйләшә белгән кеше итеп тоя башлай.

Артабан ғаилә ағзаларын атап өйрәтергә була. Иң матур атамалар – атай, әсәй, ағай, апай һәм баш­ҡалар – балаға еңел биреләсәк, был осраҡта тәржемә итеүҙән тыйылыу кәрәк. Бала тәүҙә башҡорт һүҙен ишетһен ине, ә руссаһын бик һирәк, йәғни бөтөнләй төшөнә алмаһа ғына, әйтеп ебәрергә була. Был һүҙҙәрҙе ҡыҫҡа һөйләмгә ҡушып ебәрһәң, бигерәк отошло:

Атай – килде, китте, эштә;

Әсәй – килде, китте, эштә;

Апай – уҡый һәм башҡалар.

Яйлап төрлө темаларға бәйләп, кәүҙә ағзаларын белеп атау, ашамлыҡтар, уйынсыҡтар ярҙамы менән хайуандарҙың исемен өйрәнеп, һүҙ байлығын артты­рабыҙ. Иң ҡыйыны – тотош ғаиләне башҡортса һөйләшеүҙең кәрәкле­генә ышандырыу. Дөрөҫ юл күрһәтеп, эске донъяларын икенсе юҫыҡҡа бора алһалар, ата-әсәләр ғаиләләрендә туған телдең бәҫен күтәреп, уға ихтирам тәрбиәләй алыр ине. “Өйрәтә торғас, үҙем дә аңланым” тигәндәй, башҡортса насарыраҡ һөйләшкән ғаилә башлыҡтарына ла ярҙамы ҙур булыр.

Балалар йортонда үҫкәнемдә, гел генә башҡортса һөйләшәбеҙ, рус теле аҡһай ине. Беҙҙең тәр­биәселәребеҙ Шәмсиә Мөхәмәтова һәм Һәҙиә Торопҡолова төркө­мөбөҙҙә аҙнаһына ике көндә тик русса һөйләшергә тигән талап ҡуя торғайны. Шулайтып 40 тарафтан йыйылған бала-сағаға ике телде лә уңышлы үҙләштерергә ярҙам иттеләр. Өйҙә лә шул алымды ҡулланырға була.

Кеше үлһә, уның менән бер китапхана юҡҡа сыға, тигән бер аҡыл эйәһенең фекере оҡшай. Тел шул китапхананың яртыһын тәшкил итәлер. Балаларыбыҙҙың “Башҡорт теле” тигән күңел кәштәләре буш булмаһын ине. Улар беҙҙең милләтебеҙҙең киләсәге бит. Телһеҙ милләт буламы ни?!

 

Мәрйәм ИМАНҒОЛОВА.

 

Хәйбулла районы.

Читайте нас: