Кабинетҡа олпат ҡына ағай килеп инде. Редакцияла ҡалдырған мәҡәләләренең яҙмышын белергә килгән икән. Шулай танышып киттем Балтас районынан Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Хәнис Хәзимов менән. Уның мәҡәләләре ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы. Етмәһә, ул Балтас районы башҡорттары тураһында ла күп белә. Шуға ла йышыраҡ яҙышып тороуын һораныҡ. Хәнис ағай ҡанатланып сығып китте, шул мәлдән ул хеҙмәт кешеләрен данлаған яҙмалары менән гәзит уҡыусыларҙы ҡыуандырып тора. Йыл һөҙөмтәләре буйынса 2020 йылда “Башҡортостан” гәзитенең лауреаты ла булды.
“Беҙҙең баш сәйәсмән”
Хәнис Хәзимов 1952 йылдың яҙында – донъя ап-аҡ сәскәгә күмелгән ваҡытта уҡытыусы ғаиләһендә тыуған. Әсәһе Миңненур апай: “Ул йылда иген бик уңды. Беренсе тапҡыр икмәкте күкрәккә терәп телеп, рәхәтләнеп ашаны халыҡ. Улыбыҙҙың тыуыуы илгә бәхет, муллыҡ алып килер төҫлө булды. Крәҫтиән икмәккә туйҙы”, – тип шул осорҙо иҫләп, йыш ҡына телгә алыр булған.
Атаһы Ситдиҡ Хәзимулла улы Хәзимуллин – бик уҡымышлы, һуғыш һынауҙарын үткән ҡыйыу шәхес, дүрт балаһын да белемле, эшһөйәр итеп тәрбиәләгән. Башланғыс класс уҡыусыларына ихлас белем биргән, эшен яратҡан талапсан мөғәллим ине, тип иҫкә ала яугир-уҡытыусыны ауылдаштары. Ситдиҡ Хәзимов рус телен бик яҡшы белгән. Фин һуғышы ваҡытында уның бүлексәһендә рустар ғына булған, шуға ла ул телде бик яҡшы үҙләштергән. Әйтергә кәрәк, сит телде ҡағиҙә ятлап ҡына өйрәнеп булмай, аралашыу ҙа кәрәк. Үҙенең белгәнен балаларына бирергә тырыша, уларҙың да уҡытыусы булыуын теләгән ул.
Ул заманда ла мәҙәниәт, сәйәсәт, халыҡ-ара темаларҙы яҡтыртҡан “Совет Башҡортостаны” көслө гәзит иҫәпләнә. Радио берҙән-бер мәғлүмәт сығанағы булған ваҡытта уҡытыусылар тиҫтәгә яҡын гәзит һәм журнал алдырып уҡыған. Ситдиҡ Хәзимов кинйә улы Хәнистең һәләтле икәнлеген һиҙә, мөмкин тиклем ярҙам итә. Биш йәшендә улы хәрефтәрҙе таный башлай, китаптарҙы һыу эскән кеүек уҡый. Мәктәпкә барғас, уның инде өсөнсө класс кимәлендә белеме булыуы асыҡлана. Кескәй саҡтан уҡ бик үткер, яҡшы хәтерле, иғтибарлы булыуын да телгә ала уҡытыусылар. Йырға бик оҫта, район конкурстарында еңеп ҡайткан саҡтары ла йыш була. Хәнис Хәзимов бик яҡшы уҡый, мәктәптең комсомол ойошмаһы секретары итеп һайлайҙар. Аҙна һайын үткәрелгән политинформация сараларында уға тиңдәр булмай. Әле лә замандаштары, класташтары уны “беҙҙең баш сәйәсмән” тип шаярта. Ошо ваҡыттан киләлер инде кешеләр менән тиҙ уртаҡ тел таба белеү, ойоштороу һәләте. Мәктәпте яҡшы билдәләргә тамамлай, киләсәге лә хәл ителгән – уҡытыусы булырға!
Кеше яҙмышын үҙе яҙа бит
Егет Башҡорт дәүләт университетының тарих факультетын һайлай. Ауылдан барып, республиканың иң абруйлы юғары уҡыу йортона уҡырға инеүе Хәнистең мәктәптә төплө белем алыуын иҫбатлай. Уның өсөн Өфө ҡалаһы биш йылға тыуған йортҡа әйләнә. Йәшлек, дәрт, ҡеүәт, өмөт үҙенекен итә. Бик көслө профессорҙарҙа белем алырға насип була. Улар Хәнистең тырышлығын, белемгә ынтылышын күрә һәм уға аспирантураға уҡырға инергә әҙерләнергә ҡуша. Студенттар профкомы ағзаһы, дөйөм ятаҡта студсовет вәкиле, үҙешмәкәр сәнғәт түңәрәгенең әүҙем йырсыһы, уҡыу алдынғыһы Хәнис Хәзимов өсөн уҡыу төп маҡсат була. “Республика китапханаларының иң әүҙем уҡыусыһы, ҡараңғы төшкәнсе китапҡа текләп ултырған студент ине ул”, – ти курсташтары. Ауыл балаһы тырыш була шул. Башҡаларҙы артынан эйәртеү һәләте лә бирелгән Хәнис Хәзимовҡа. Ижади яҡтан да асылғандан-асыла, бергә уҡыған иптәштәре уның ысын дуҫтарына әйләнә.
Бөтәһе лә яҡшы барған мәлдә табиптар уға йөрәгенә кисекмәҫтән операция яһарға кәрәклеген әйтә. Хәнис Хәзимовты билдәле профессор, медицина фәндәре докторы Наил Ғәйнәт улы Ғатауллин менән бергә Горький ҡалаһына ебәрәләр. Наил Ғәйнәт улы – тормошто аңлаған, ҡыйыу һәм тәүәккәл йөрәк сирҙәре табибы. Башҡортостанда тәүгеләрҙән булып йөрәккә операция яһаған хирург студентты ошо яуаплы аҙымды яһарға күндерә. Шулай итеп, 1973 йылдың 4 ғинуарында тормошондағы сираттағы һынауҙы еңеп сыға Хәнис Хәзимов. Ҡалған яҙмышы ла тотош көрәштән тора. Өфөгә ҡайтып, курсташтары менән бишенсе курсты уңышлы тамамлай. Диплом эшен яҙыу, имтиханға әҙерлек күп көс талап итә.
Кеше яҙмышын үҙе яҙа бит. Ниһайәт, барыһына ла нөктә ҡуя торған көн килеп етә – 1974 йылдың авгусында дипломлы белгесте Түсебай урта мәктәбенә директор урынбаҫары итеп тәғәйенләйҙәр һәм уға был тәгәрмәстә һигеҙ йыл әйләнергә тура килә. Эшен күңел һалып башҡара. 1981 йылда уны Коммунистар партияһы сафына алалар. Бюро ултырышынан һуң райкомдың беренсе секретары Ғ.Ф. Фәтхуллин: “Һеҙҙең яҡшы етәксе булыуығыҙға инандыҡ. Район күләмендә мөһим ҙур төҙөлөш бара. Мәҙәниәт һарайы төҙөлә. Директор вазифаһына һеҙҙең кандидатураны тәҡдим иттеләр. Район партия комитеты һеҙгә ышаныс күрһәтә. Ҡыҫҡа ваҡытта ошо эште атҡарып сығырға кәрәк. Эшегеҙҙә ярҙам итербеҙ”, – ти.
Бына шул ваҡыттан ул көндө төнгә ялғап, командировкаларға йөрөй башлай. Өфө, Салауат, Стәрлетамаҡ, Силәбе, Дүртөйлө ҡалаларынан төҙөлөш материалы, яңы ҡоралдар, йыһаз ташыла. Төҙөлөш юғары тиҙлектә, ойошҡан рәүештә алып барыла. Был төҙөлөш КПСС-тың өлкә комитетында контролдә тотола. Ауылдарҙан, мәктәптәрҙән оҫталар ҡатнаша. Ҡайһы бер көндәрҙә объектта 100-ҙән ашыу кеше эшләй. Ул ваҡытта район Советы рәйесенең төҙөлөш буйынса урынбаҫары Рәшит Исламов була. “Иҫ киткес шәхес” тип телгә ала уны замандаштары. Ул да бөтә эштәрҙең уртаһында ҡайнай, төп мәсьәләләрҙе ыңғай хәл итеү өсөн ярҙам күрһәтә. Ҡулға-ҡул тотоноп, эшләй был ике йәш етәксе.
– Мөһабәт бинаны ҡыҫҡа ваҡытта төҙөп бөтөрөү бурысы ҡуйылды. Ниһайәт, 1982 йылдың 2 ноябрендә район мәҙәниәт йортон тантаналы шарттарҙа астылар. Ҡунаҡ булып килгән КПСС-тың өлкә комитетының беренсе секретары Миҙхәт Шакиров төҙөүселәрҙең эшенә юғары баһа бирҙе, – тип иҫкә ала ул йылдарҙы Хәнис Хәзимов.
Йәшәргә лә әле йәшәргә!
Йылдар үтә тора. Партия ҡайҙа ҡуша, шунда бара ул. Хәнис Ситдиҡ улын райондың Халыҡҡа көнкүреш хеҙмәте күрһәтеү идаралығы начальнигы итеп күсерәләр. Бик ауыр, ҡатмарлы тармаҡ. Халыҡҡа 21 төрлө хеҙмәт күрһәтергә кәрәк. Сәс ҡырҡыуҙан башлап аяҡ кейемен ремонтлауға тиклем. Бында ла ул үҙен уңған етәксе итеп күрһәтә. Коллектив уңышлы эшләй. Өс йыл рәттән балтастар республика буйынса беренсе урынды ала. Халыҡҡа көнкүреш хеҙмәте күрһәтеү министрлығының күсмә Ҡыҙыл байрағын яулайҙар. Уны тапшырырға министр Наил Ҡотошов үҙе килә, хеҙмәткәрҙәрҙең эшенә юғары баһа бирә.
Тик мәҙәниәткә булған ынтылыш үҙенекен итә. 1989 йылда беренсе секретарь тәҡдиме менән Хәнис Хәзимов Балтас районының Кино селтәрҙәре директоры итеп тәғәйенләнә. Хеҙмәт юлының иң яҡты йылдары ошонда үтә. Коллектив ҙур, бөтәһе лә был эштә тәжрибә туплаған халыҡ. Хеҙмәткәрҙәр һаны 167 кешегә еткән саҡтар ҙа була. Райком һәр ауылда ла кино күрһәтеүҙе маҡсат итеп ҡуя.
– Беҙ эш темпын ҡырҡа күтәрҙек. Ун йыл эшләү дәүерендә һәр кварталда республика буйынса беренсе өс урындың береһе Балтас коллективыныҡы булды. Тамашасы клубҡа теләп йөрөнө. Ул заманда клуб йәштәрҙең йыйыла, күңел аса торған урыны ине бит. Сеанстан һуң күмәкләшеп бейеүҙәр, уйын-көлкө, спектаклдәр әҙерләү оло байрам була торғайны. Йәштәр бер-береһен табыша, осраша. Ә ул осрашыуҙар мөхәббәт, никах менән тамамлана.
– Был матур, өмөтлө тормош ине. Халыҡ дәртләнеп йәшәне, иртәгәһе көнгә ышаныс менән ҡараны. Беҙ партияның эске һәм тышҡы сәйәсәтен кино сәнғәте аша халыҡҡа еткерҙек. Эшебеҙгә юғары баһа бирҙеләр. Үрге Ҡарыш ауылын хеҙмәтләндергән Разия апай Нуриева Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре ине. Алдынғы киномеханик Рим Кәлимуллинға һәм миңә “Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исем бирелде. Был абруйлы исемде бөтә коллективтың тырыш хеҙмәтенә юғары баһа булараҡ ҡабул иттем. Шулай ҙа етәкселек итеү, эйәреп барыуға ҡарағанда, йөҙ тапҡырға ауырыраҡ. Бар булмышың менән эшкә сумаһың, – тине Хәнис ағай.
Шулай итеп, был вазифала – 15 йыл, сәнғәт мәктәбендә директор булып ун йыл эшләй.
– Сәнғәт – ул үҙе бер сихри донъя. Юғары һөнәр оҫталары менән эшләү бәхете тейҙе. Интеллектуаль яҡтан ныҡ үҫкән, юғары профессионалдар менән бергә эшләнем. Музыкант-композитор Рәзидә Әхмәтова, теориянан уҡытыусы Эльмира Ғәйфуллина, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре Наил Ғәлләмов һәм Раушания Хәсәнова – абруйлы уҡытыусылар. Баянсылар – Гөлназ Рәхимйәнова, Илшат Нурҡаев, рәссамдар – Альберт Шәйхелисламов, Ирина Туҡаева, рәссам-дизайнер Ксения Шакирова, йырсы һәм композитор Эльвира Хаматнурова, бейеүсе, йәшлек бейеүҙәрен сәхнәгә ҡуйыусы Венера Баландина – һәләтле, көслө белгестәр. Улар менән бик күп конкурстарҙа еңеү яуланыҡ. Мәҙәниәт министрлығының Грантына лайыҡ булдыҡ. Шундай коллегаларым менән ғорурланып йәшәйем, – тип тамамланы һүҙен Хәнис Ситдиҡ улы.
Хаҡлы ялға сыҡҡас та, Хәнис Хәзимов йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнаша. Өс китап авторы. Уның фиҙакәр хеҙмәте Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһы менән билдәләнә. Республика гәзиттәрендә лә мәҡәләләре донъя күреп тора, уларҙың лауреаттары ла була, 2014 йылдан ул – Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Журналистар союзы ағзаһы. Рәсәй Журналистар союзының Почет грамотаһы менән бүләкләнгән. Быйыл ул милләтте туплауҙа, башҡорт телен, мәҙәниәтен, рухиәтен һаҡлау, үҫтереү өлкәһендә күрһәткән әүҙем һәм һөҙөмтәле хеҙмәттәре өсөн Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының “Ал да нур сәс халҡыңа” миҙалы менән бүләкләнде. Бөгөн дә ҡулынан ҡәләме төшмәй – йәмғиәт, тәрбиә, мәҙәниәт, сәнғәт, спорт, тарих һәм башҡа тармаҡтарҙа уңышлы эшләгән билдәле замандаштары тураһында мәҡәләләр яҙа, ауылдар тарихын өйрәнә.
Хәнис Хәзимовтың тормош иптәше Йыһания апай район хакимиәтенең ауыл хужалығы идаралығында баш иҡтисадсы булып эшләп хаҡлы ялға сыҡҡан. Улдары Рудаль Өфөлә йәшәй, өс бала тәрбиәләй. Хәнис ағай үҙен бәхетле кеше тип иҫәпләй, донъяһы түңәрәк. “Йәшәргә лә әле йәшәргә!” тигән девиз менән алға атлай.
Рәмилә МУСИНА.