Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт донъяһы
25 Март 2022, 13:45

Өфөлә икенсе “АРТ-Ҡоролтай” башланды

Баш ҡаланың “Торатау” конгресс-холында ҙур мәҙәни форум бара

Өфөлә икенсе “АРТ-Ҡоролтай” башланды
Өфөлә икенсе “АРТ-Ҡоролтай” башланды

Сараның пленар ултырышы “Мәҙәниәт берләштерә” тигән темаға арналды. Ултырышты Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова асты. “Тыуған ер ҡайҙан башлана? Һәр кемдең тәүгә аяҡ баҫҡан ерҙән, иң йылы һәм ҡәҙерле ерҙән. Мәҙәниәт – берләштерә. Тәү сиратта ысын кеше булыу мәҙәниәтенә өйрәтә”, - тип башланы ул үҙенең сығышын.

Сараға бөгөн Башҡортостан район һәм ҡалаларынан 700-ҙән ашыу кеше килде, Рәсәйҙең биш төбәгенән делегациялар ҡушылды. Онлайн-трансляцианы меңләгән кеше ҡарай. Бөгөн бында йолаларҙы һаҡлау, мәҙәниәтте үҫтереү тураһында һөйләшәләр.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров тәү сиратта мәҙәниәт эшмәкәрҙәренә атҡарылған хеҙмәттәре өсөн рәхмәт белдерҙе.

-  Йыл дауамында бындай состав менән осрашҡаныбыҙ юҡ ине. Беҙҙең быуынға ошондай ҡатмарлы заманда йәшәргә тура килде. Тәүҙә пандемия осорон кисерҙек. Әле санкцияларға бәйле ауырлыҡтарҙы лайыҡлы үткәреп ебәрергә тейешбеҙ. Ауыр саҡта беҙҙең халыҡ киреһенсә, берләшеп эшләй. Былтыр Рәсәй, донъя кимәлендәге ҙур сара – фольклориаданы үткәрҙек. Ошо күләмле сараны ойоштороуҙа һәр кемегеҙҙең өлөшө ҙур булды, - тине Радий Хәбиров. – Уҡытыусылар үҫеп килгән быуындың белеме өсөн көрәшһә, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре тәү сиратта уларҙың күңеле өсөн көрәшәһегеҙ. Бергәләп беҙ үҫеп килгән быуынды илһөйәр итеп тәрбиәләрбеҙ тип ышанам. Мәҙәниәт өлкәһендә күпте эшләнек. Полярник Аблаевтың музейын астыҡ. Ошо урында музейҙар комплексы булдырыу тураһында уйландыҡ һәм “Ҡайтарылған исемдәр” музейын асырға ниәтләйбеҙ. Бында мәҙәниәт, сәнғәт өлкәһендә эшләгән кешеләрҙең, һуғыш батырҙарының исемдәрен туплаясаҡбыҙ. Тиҙҙән баш ҡаланың Совет майҙанында Миңлеғәле Шайморатовтың һәйкәле асыласаҡ, Салауат районының үҙәге Малаяҙда Салаут Юлаевҡа һәйкәл комплексын үҫтерәсәкбеҙ, иртәгә Бүздәк районында Мулләғәле Халиковтың һәйкәле асыласаҡ. Күптән түгел Донбаста эш сәфәре менән булдыҡ. Генерал Шайморатовты бында хөрмәт итәләр һәм хәтерләйҙәр. Быларҙың барыһы ла мөһим. Беҙ бер ваҡытта ла сикләүҙәр ҡамауында ҡалмаясаҡбыҙ. Беҙҙең ынтылыштар көслө, алға әйҙәгән маҡсаттарыбыҙ күп.

Быйыл өс төп театрыбыҙға ярҙам йөҙөнән  миллион һум аҡса бүленәсәк. Был аҡса яңы постановкаларға тотоноласаҡ. Уның һөҙөмтәһен шунда уҡ күрәсәкбеҙ. Башҡортостан киноматографияһының үҫешеүен билдәләп үткем килә. Айнур Асҡаровтың былтыр ике фильмы Рәсәй киңлектәренә сыҡты: “Өс таған” һәм “Йыл ғаиләһе”.

Күрше төбәктәрҙә йәшәгән милләттәштәрбеҙ өсөн мәҙәни үҙәктәр булдырасаҡбыҙ. Баш ҡалабыҙҙың 450 йыллыҡ юбилейын үткәреү бурысы тора, - тип билдәләне Радий Хәбиров.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров мәҙәниәт өлкәһендә эшләүселәргә маҡтаулы исемдәр тапшырҙы.

Пленар ултырыштан һуң төрлө темаларға арналған секциялар эше башланасаҡ.

Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас в