Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт донъяһы
15 Апрель 2022, 22:00

"Милли кейем бай йөкмәткеле китап төҫлө"

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы менән Өфө киң профилле урта һөнәри белем биреү колледжы Милли кейем көнө уңайынан ҙур сара уҙғарҙы.

"Милли кейем бай йөкмәткеле китап төҫлө"
"Милли кейем бай йөкмәткеле китап төҫлө"

Бөгөн, 15 апрелдә, Өфө күп профилле һөнәри колледжында Башҡортостан халыҡтарының милли кейем көнөнә арналған “Йолаларҙы һаҡлап киләсәкте булдырабыҙ” исемле сара үтте. Ойоштороусылары – Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, Өфө киң профилле урта һөнәри белем биреү колледжы. Сарала рәсми ҡунаҡтар, ижади эшмәкәрҙәр ҡатнашты.

Ҡатнашыусылар өсөн колледж оҫтаханалары буйлап экскурсия ойошторолдо, улар уҡыу йорто оҫталарының, уҡыусыларҙың эштәре менән танышты. Шулай уҡ милли кейем һәм биҙәүестәрҙән ҙур күргәҙмә ойошторғайны, уның барышында "Бикбайман" студияһының милли тематикалағы ижад өлгөләре презентацияһы уҙҙы.

Сарала Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе, Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Эльвира Айытҡолова ҡатнашты.

 – Милли кейем бай йөкмәткеле китап төҫлө, уның һәр детален асырға һәм уҡырға мөмкин, - тине ул. - Һәр элементы халыҡтың йәшәйешенә, тарихына бәйле бер үҙенсәлекте һөйләй. Бөгөн илебеҙҙә халыҡтарҙың рухи мираҫына, мәҙәниәтенә ҡарата ҡыҙыҡһыныу ҙур. Ил Президенты ағымдағы йылды Рәсәй халыҡтарының матди булмаған мәҙәни мираҫы йылы тип иғлан итте. Был беҙҙең өсөн бик мөһим, әлеге тема менән күптән һәм һаҡсыл рәүештә шөғөлләнәбеҙ, күп ғәмәлдәрҙе тергеҙәбеҙ. Әлбиттә, ошо йүнәлешкә федераль кимәлдә ярҙам итеү зарур. Шулай уҡ илебеҙҙә быйылдан Рәсәй халыҡтары телдәренең ун йыллығы башлана. Тел дә - мәҙәниәттең бер өлөшө. Шуға күрә әлегеләй саралар беҙгә рухи, тарихи хәтерҙе һаҡларға, киләсәк быуынға тапшырырға ярҙам итә. Милли кейем, биҙәүестәр менән шөғөлләнгән оҫталар араһында йәштәрҙең арта барыуы айырыуса ҡыуаныслы, - тине  Эльвира Айытҡолова.

Өфө киң профилле урта һөнәри белем биреү колледжы етәксеһе, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты ағзаһы Сынтимер Баязитов иһә, Милли кейем байрамы - ғөрөф-ғәҙәттәребеҙҙе, милли байлығыбыҙҙы һаҡлау, быуындан быуынға күсереп, йәштәргә дөрөҫ тәрбиә биреү маҡсатында эшләнгән ҙур сара ул, тине.

– Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы белгестәре һәм Өфө киң профилле урта һөнәри белем биреү колледжы уҡытыусылары, студенттары был көнгә бик етди әҙерләнде, һөҙөмтәлә сара күләмле байрамға әйләнде. Һәр халыҡтың милли кейеме, рухи-мәҙәни мираҫы, һис шикһеҙ, һаҡланырға тейеш. Быуындан быуынға күсеп килгән был матурлыҡтың артабан да әһәмиәте юғары баһаланасаҡ. Ошондай байрамдар киләсәккә этәргес булып тора, - тине Сынтимер Биктимер улы.

Күргәҙмәлә ҡатнашыусылар араһында милли биҙәүестәр эшләгән оҫтабикә Дилара Асаинова ла бар ине.

— Милләтебеҙҙең үткәне, хәҙергеһе һәм киләсәге беҙҙең ҡулда. Ошо изге уй менән башҡорт биҙәүестәрен эшләй башланыҡ. Боронғоса яһаған һаҡал һәм яғаларҙа бай тарихыбыҙҙы сағылдырабыҙ. Заманса стилләштерелгән селтәрҙәр үҙебеҙҙе лә, балалаларыбыҙҙы ла милли рухта тәрбиәләр тип ышанам. Туған телебеҙҙе, ғөрөф-ғәҙәттәребеҙҙе һаҡлау, мәҙәниәтебеҙҙе үҫтереү өсөн Милли кейем байрамы ҙур этәргес, — тине Дилара ханым.

Ул шулай уҡ башҡорт милли биҙәүестәре, селтәр эшләү буйынса оҫталыҡ дәресе үткәрҙе, унда колледж уҡыусылары бик ихлас, теләп ҡатнашты, үҙҙәренә биҙәүестәр яһарға ла өлгөрҙө.

Башҡорт халҡының үҙенсәлекле музыка ҡоралы булған ҡумыҙ үҙенсәлектәре менән Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ағзаһы, виртуоз ҡумыҙсы Миңлеғәфүр Зәйнетдинов таныштырҙы. Танылған оҫта, Салауат ҡалаһындағы башҡорт гимназияһы уҡытыусыһы Эльвира Ҡазиәхмәтова - кейеҙҙән яһалған әйберҙәр, йәш оҫта Гөлнур Ғәббәсова этно-стилдәге биҙәүестәр тәҡдим итте.

Шулай уҡ сара барышында һәләтле педагог, дизайнер Эльвира Ефимовская етәкселегендәге "Яңы быуын" дизайн-театр коллекцияһы күрһәтелде. Өфө күп профилле һөнәри колледжының "Яңы быуын" дизайн-театры 2014 йылдың 1 сентябрендә барлыҡҡа килгән. Маҡсаты һәм бурысы - тематик шоу-коллекциялар, дизайн-спектаклдәр ойоштороу, кейем моделдәре булдырыу, уларҙы сәхнәлә күрһәтеү. Былар барыһы ла колледжда белем алыусылар араһында ижади һәләтле йәштәрҙе асыҡлауға, уларға илһам һәм эшлекле этәргес биреүгә булышлыҡ итә.

Сара ҡунаҡтары шулай уҡ "Башҡортостан етештереү комбинаты" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте менән хеҙмәттәшлек сиктәрендә тегелгән милли кейемдәрҙе, "Рус халыҡ костюмы: тарихы һәм сығышы" (Өфө күп профилле профессиональ колледжы) күргәҙмәһен, Әлфиә һәм Гөлфиә Хамматовтарҙың ижади эштәрен ҡарай алды. Йәнә "Сыуашса ике яҡлы сигеү" темаһына оҫталыҡ дәресе, колледж оҫталары әҙерләгән милли аш-һыу күргәҙмәһе тәҡдим ителде.

Башҡортостан халыҡтарының мәҙәниәтен, рухиәтен һаҡлауға, йолаларҙы, милли кейемдәрҙе тергеҙеүгә, йәш быуын вәкилдәрендә милли рух тәрбиәләүгә ҙур өлөш индергән бер төркөм ижадсыларға, әүҙемселәргә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының рәхмәт хаттары тапшырылды. Байрам колледж уҡыусылары әҙерләгән матур концерт менән тамамланды.

Фото: Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы.

Автор:Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас: