Быйыл башҡорт теле ғилеменә нигеҙ һалыусыларҙың береһе, беренсе башҡорт әлифбаһы авторҙашы, тәүге орфография һүҙлеге һәм юғары уҡыу йорттары өсөн башҡорт теле әсбабы авторы, Һамар башҡорто Ғәббәс Дәүләтшиндың тыуыуына 130 йыл тула.
Әле былтыр уҡ, октябрҙә Башҡортостандың Халыҡтар дуҫлығы йортоноң «Ата-бабалар ауазы» грант проектына ярашлы, ғалимдың тыуған яғында, Һамар өлкәһенең Оло Глушица ауылында, уға һәйкәл ҡуйылғайны. Шулай уҡ ғалимдың тыуған ерендә, Оло Глушица районының Таш-Күстән ауылында ғалимды иҫкә алыу сараһы ойошторолдо. Унда район вәкилдәре, ауыл халҡы, Һамар өлкәһе башҡорттары ҡоролтайы ағзалары, әүҙем милләттәштәребеҙ ҡатнашты. Ғәббәс Дәүләтшин рухына бағышлап, доға уҡылды, яҡташтары уның ҡаҙаныштарын иҫкә алды. Әммә һәйкәлде рәсми асыҡ тантанаһын теге йәки был сәбәптәр арҡаһында кисектерергә тура килде.
Ниһайәт, был иҫтәлекле көн дә бойомға ашты: бөгөн, 18 июндә олуғ милләтәшебеҙҙең тыуған ерендә – Һамар өлкәһендә уға һәйкәл асыу тантанаһы үтте, унда Һамар өлкәһе вәкилдәре һәм Башҡортостан делегацияһы, шул иҫәптән Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаттары Эльвира Айытҡолова, Александр Хинштейн, урындағы йәмәғәт ойошмалары ҡатнашты.
Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты, Бөтә донъя башҡорттары Президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова һәйкәлде асҡанда: «Ағымдағы йыл Рәсәй Федерацияһы халыҡтарының мәҙәни мираҫ йылы тип иғлан ителде - был һәммәһе өсөн дә бик мөһим. Бөгөн Рәсәй Дәүләт Думаһы, дәүләт власы органдары кимәлендә илдәге дуҫлыҡты, татыулыҡты һаҡлау өсөн бихисап эштәр башҡарылыуын күрәбеҙ. Рәсәй халҡы - беҙҙең күп милләтле, ҡеүәтле илебеҙҙә йәшәгән милләттәр гөлләмәһе ул. Был һәйкәлдең барлыҡҡа килеү тарихы иһә беҙҙең ҡоролтай вәкиленең Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Александр Хинштейнға мөрәжәғәт итеүенән башланды. Башҡортостан менән Һамар өлкәһе көстәрен берләштерә алыуыбыҙға сикһеҙ шатбыҙ, тап шуға бөгөн шуның һөҙөмтәһен күрәбеҙ.
Ғәмәлдә, Дәүләтшиндар ғаиләһе өсөн Һамар өлкәһе - ул тыуған яҡ, Ватан. Бөгөн ошо изге ерҙә Стәрлетамаҡ филармонияһы солистары сығышын, ҡурай моңон, башҡорт халҡы өсөн үтә мөһим булған "Урал" йырын да ҙур тулҡынланыу менән тыңланыҡ. Дәүләтшиндар ғаиләһенең һәр вәкиле тыуған яғында ошондай башҡорт көй-моңдарын ишетеүгә сикһеҙ шат булыр ине, тип уйлайым.
Әлбиттә, тарихи мираҫты, тарихи хәтерҙе һаҡлау, киләһе быуындарға тапшырыу беҙҙең өсөн бик мөһим. Александр Евсеевич та «Тарихи хәтер» партия проекты координаторы булып тора. Илһөйәрлек, Ватаныбыҙға һөйөү бәләкәйҙән туған телебеҙҙе белеүҙән, әсә телен һөйөүҙән, донъяла кем булыуыңды, ғаиләңде, ата-бабаларыңды таныуҙан, хөрмәт итеүҙн башлана. Нәҫел, тел, ғаилә төшөнсәләре туранан-тура ҡеүәтле илебеҙ һәм уның тарихы менән бәйле, - тип бидәләне.
Ғәббәс Йәғәфәр улы Дәүләтшин 1892 йылдың 24 сентябрь көнө Һамар губернаһы Пугачев өйәҙенең Ташбулат-Күстән ауылында тыуған. Уны халҡыбыҙ хәҙерге башҡорт тел белеменә нигеҙ һалыусыларҙың береһе, юғары мәктәп уҡытыусыһы, йәмәғәт эшмәкәре, 1929-1937 йылдарҙа Башҡортостан Үҙәк Башҡарма Комитеты ағзаһы тип белә.
Шулай уҡ бөгөн Башҡортостандың рәсми делегацияһы, юғары ҡунаҡтар Оло Чернигов ауылындағы Рәсәйҙең күренекле әҙиптәре Рәшит Ниғмәтигә, Һәҙиә Дәүләтшинаға, Ғөбәй Дәүләтшинға арналған мемориаль таҡтаташҡа сәскә һалды. Ә Һамар өлкәһенең Оло Чернигов районы Имеләй ауылында Рәсәй халыҡтарының мәҙәни мираҫы йылына арналған «Йыйын» өлкә башҡорт байрамы үтте.
Фотолар: Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы.