Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт донъяһы
29 Ноябрь 2022, 19:00

Әгәр әсәйем әле иҫән булһа...

Хөрмәтулла Үтәшев: "Быны мин әсәйемдән көлөп, мыҫҡыллап яҙылған кеүек ҡабул иттем".

Әгәр әсәйем әле иҫән булһа...
Әгәр әсәйем әле иҫән булһа...

Беренсе кластан уҡ уҡыуға бик яуаплы ҡараным. Дәрес әҙерләмәй тороп, тышҡа уйнарға сыҡмай торғайным. Ҡустыларым Хәсән менән Хөсәйендең шаулашыуҙарына, илауҙарына иғтибар итмәй, бармаҡтарымды ҡолағыма тығып, мөңгөр-мөңгөр уҡыйым.

Беренсе класта уҡытыусыбыҙ Менәүәрә апай Ильясова беҙ тырышып белем алһын өсөн төрлө алымдар ҡуллана ине. Мәҫәлән, "бишле" билдәһе алған уҡыусыға биш тин аҡса ҙурлығында ҡатырғанан ҡырҡып эшләнгән билдә тапшыра. Зәңгәрһыу төҫлө ул түңәрәк билдәнең ҡап уртаһына ҡыҙыл ҡәләм менән ҙур итеп "5" һаны яҙылған. Уға лайыҡ булғандар ат башындай алтын алғандай шатлана. Ул "бишле”леләрҙе шырпы ҡабына йыйып барабыҙ. Аҙна аҙағында уларҙы һанап, алдынғы уҡыусыны билдәләйҙәр ине.

​Иң мауыҡтырғыс дәрес – алфавитты өйрәнеү. Көн дә яңы хәреф менән танышабыҙ. Бына бер мәл “Әлифба” китабы буйынса "З" хәрефенә етеп киләбеҙ. Мин ул битте бер нисә көн алдан уҡ уҡыным. Унда "З" хәрефенә өлгө итеп: "Зәй-нәп ал-ма а-ла. Зәй-нәп ал-ма а-шай. Зәй-нәп уй-най. Зәй-нәп һыу-ға ба-ра. Зәй-нәп ты-рыш ҡыҙ" тигән һөйләмдәр яҙылған... Ә минең бит әсәйемдең исеме Зәйнәп! Быны мин әсәйемдән көлөп, мыҫҡыллап яҙылған кеүек ҡабул иттем. Шуға күрә "З" хәрефенә барып етеүҙе айырым бер борсолоу менән көтә башланым.

Бына ул көн килеп етте. Менәүәрә апай таҡтаға аҡбур менән ҙур итеп "З" хәрефен яҙып ҡуйҙы. Унан китаптағы теге һөйләмдәрҙе уҡый башланы. Барыһы ла миңә бармаҡ төртөп: "Хөрмәтулланың әсәһе тураһында яҙылған!" – тип көлөр тип оялып, ҡыҙарып-бүртеп ултырам. Юҡ, көлгән кеше булманы. Уҡытыусы апай: “Һөйләмдәрҙе шыма итеп уҡып өйрәнергә”, – тип өйгә эш биреп ҡайтарҙы.

​Мин өйгә ҡайтып, төшкө аш ашап алғас, теләр-теләмәҫ кенә “Әлифба”мдың биттәрен асып, дәрес әҙерләргә ултырҙым. Ләкин ғәҙәттәгесә ҡысҡырып уҡый алмайым: эргәмдә генә әсәйем менән Тайба апайым сәй эсеп ултыра. Яҙыу эштәренән башларға булдым. Әсәйемдең мал ҡарарға тышҡа сыҡҡанын көтөп, һаман да ваҡытты һуҙа бирәм. Уның тышҡа сығыуы булды, тиҙ генә китабымды алып, теге битте ижекләп ҡысҡырып уҡый башланым. Әммә ҡапыл ишек шар асылып китте лә, бер ҡосаҡ утын күтәреп, әсәйем килеп инде. Мин аптырап шып туҡтаным. Битемдең ҡыҙарыуҙан янғанын тоям. Әсәйем мейескә ут яғырға булған икән. Ул көл алған арала мин уҡыуымды дауам иттем: ирендәремде ҡыбырлатам, ә тауышым сыҡмай. Бер күҙем китапта, ә икенсеһе – әсәйемдә. Ул көл түгергә сыҡҡан арала тағы йәһәт кенә уҡыуымды дауам иттем. Кире инһә – тағы шул уҡ хәл ҡабатлана.

Әсәйем мейес алдындағы эшенән туҡтап: "Ни эшләп бөгөн илке-һалҡы ғына уҡыйһың ул?" – тип миңә боролдо. Ҡаушап, тиргә баттым. "Юҡ... уҡыйым... уҡыйым", – тинем дә ауыҙ эсенән генә мөңгөрләп уҡыған булып ҡыландым. Иртәгәһенә дәрес ваҡытында: "Уҡытыусы миңә уҡырға ҡушмаһа ғына ярар ине!" – тип башымды эйеп, ер тишегенә инерҙәй булып ултырҙым.

Эй, йүләр бала саҡ! Үҙ әсәйеңдең исеменән оял инде! Бәлки, быға ауылыбыҙҙа йәшәп килгән ғөрөф-ғәҙәт сәбәпсе булғандыр? Ауылдаштарым бер-береһенә исем-шәрифе менән түгел, ә туғанлыҡ ептәре буйынса мөрәжәғәт итә ине: ағай-апай, ҡайным-ҡәйнәм, ҡоҙа-ҡоҙағый, килен-кейәү, ҡайнаға-ҡайынбикә.
Әгәр әсәйем әле иҫән булһа, мин уға “Әлифба” китабында яҙылған һүҙҙәрҙе генә түгел, ә үҙемдән дә өҫтәп шулай тип әйтер инем:

– Зәйнәп – тырыш ҡыҙ... Зәйнәп һыуға бара... Зәйнәп ашарға бешерә... Зәйнәп, һигеҙ балаһы башҡалар алдында кәм-хур булмаһын өсөн, ең һыҙғанып донъя көтә. Зәйнәп, йоҡлар йоҡоларын ҡалдырып, ашар ризыҡтарын онотоп, "балаларым" тип йәшәй...

Алдыңда баш эйеп рәхмәттәр әйтәм, әсәй! Һинең ҡулыңдың, күңелендең йылыһын әле булһа тоям!

Автор - Хөрмәтулла Үтәшев.

Фото һәм мәғлүмәт сығанағы: vk.com/utyashev59

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: