14 декабрҙә Башҡорт теле көнө билдәләнеүе уңайынан Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы менән берлектә “Тел һаҡсыһы – рух һаҡсыһы” тип аталған өр-яңы бәйге иғлан иткәнебеҙ мәғлүм. Ике аҙна дауамында береһенән-береһе лайыҡлы, халҡыбыҙҙың телен, мәҙәниәтен һаҡлау йәһәтенән ҙур эштәр башҡарған, фиҙакәр хеҙмәте менән рухи мираҫыбыҙҙы киләсәк быуындарға тапшырыуҙа лайыҡлы һөҙөмтәләр күрһәткән милләттштәребеҙ өсөн тауыш биреү барасаҡ.
Бөгөндән иһә конкурсанттар менән яҡынданыраҡ таныштыра башлайбыҙ. Гөлназ Хәләф ҡыҙы Ибраһимова Санкт-Петербург башҡорттары ҡоролтайы рәйесе вазифаһын башҡара, “Ирәндек” фольклор ансамбленең художество етәксеһе. “Төньяҡ” баш ҡалала башҡорт теле дәрестәрен, милли сараларҙы ойоштороусы. Әлеге ваҡытта Санкт-Петербург госпиталдәрендә ятҡан яҡташтарыбыҙға ла әүҙем ярҙам күрһәтә.
– Сығышым менән Баймаҡ районының Сосновка ауылынанмын. Сибай ҡалаһында педагогия колледжын уҡып бөткәс, тыуған ауылымдың мәҙәниәт йортонда мөдир булып эшләнем. Санкт-Петербург ҡалаһына күсеп килеүебеҙгә ун йыл була. Мәктәптә башланғыс класс уҡытыусыһы булып эшләйем, ирем менән ике ҡыҙ үҫтерҙек. Ҡыҙҙарыбыҙ бала саҡтан бокс менән шөғөлләнде, спорт мастерлығына кандидат тигән исемдәре бар. Бөгөн үҙ аллы тормошҡа аяҡ баҫып, эшләп йөрөйҙәр. Өлкән ҡыҙым больницала кардиология бүлегендә шәфҡәт туташы, кесе ҡыҙым косметика менән шөғөлләнә, торттар бешерә, бәләкәй генә шәхси бизнесы бар.
Санкт-Петербургка күскәс үк башҡорт ойошмаһын эҙләп таптым һәм Люция Буканова етәкләгән йәмәғәтселәргә ҡушылып киттем. Сит ергә киткәс, туған телде, тыуған ерҙе бик һағындыра бит ул. Люциә Ғафар ҡыҙы биш йыл элек Башҡортостанға ҡайтып китеү сәбәпле миңә ойошманың эштәрен әкренләп өйрәтеп, бурыстарын йөкмәтеп китте. Ошо йылдар эсендә Санкт-Петербургта йәшәгән башҡорттарҙы бергә туплап, ойоштороп йөрөйөм, өс йыл элек урындағы ҡоролтай етәксеһе итеп һайланылар. Башҡорт теле дәрестәрен ойошторҙом, йәштәр бейеү ансамбленә лә ҙур өмөт бағлайым. Беҙҙе бөтә Петербург белә тип әйтһәк тә була, сөнки “Ирәндек” фольклор ансамленә быйыл утыҙ йыл тула. Әлеге ваҡытта мин фольклор ансамбленең художество етәксеһемен. Ҡалала үткән ҙур сараларҙа йыш ҡатнашабыҙ. Йәштәрҙең бейеү ансамбле “Наза”ның иһә, әлегә тәжрибәһе ҙур булмаһа ла, уларға ла ҙур өмөт бағлайым. 2020 йылда “Байыҡ” телевизион конкурсында ҡатнашып, беренсе урын алдыҡ.
Ғаиләлә фәҡәт башҡортса аралашабыҙ, шулай уҡ һәр осрашҡан һайын милләттәштәребеҙ менән дә башҡортса һөйләшергә, йырларға, бейергә өйрәнәбеҙ.
Быйыл, илдәге һәм донъялағы үҙгәрештәргә бәйле, Башҡортостаныбыҙҙа тыуып үҫкән күп кенә егеттәр ҡалалағы госпиталдә ятты. Уларға хәлдән килгәнсә ярҙам итергә, күңелдәрен күрергә тырыштым, башҡорт милли ризыҡтарын бешереп алып барҙым. Уларға әллә ниндәй ҙур ярҙам да кәрәкмәй – телефондар, сим-карталар, йылы майикмәк, термоста мәтрүшкәле сәй алып барһаң, эргәләренә ултырып һөйләшеп алһаң, күҙҙәре янып китә. Егеттәр әле лә шылтыратып тора, улар менән гел бәйләнештәмен. Икәүһе ил алдындағы бурысын үтергә ҡабаттан Украинаға китте. Яҡын киләсәктә Санкт-Петербургта республиканы вәкиллеге асылыр тип өмөт итәбеҙ. Үҙебеҙҙең мөйөшөбөҙ булһа, милләттәштәрҙе йыйу, аралашыу тағы ла еңелерәк булыр ине. Балаларыбыҙ ҙа башҡорт ғаиләләре ҡороп, барыбыҙ бергә Башҡортостаныбыҙҙың даны яҡлап, милләтебеҙҙең рухын һаҡлап йәшәргә яҙһын, тигән өмөттә ҡалабыҙ, - ти Гөлназ Хәләф ҡыҙы.
Мәғлүм булыуынса, бәйге 14 декабргә тиклем барасаҡ, гәзит (https://vk.com/gazetabashkortostan) һәм Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (https://vk.com/kurultaibashkir) төркөмөндә улар тураһында тулыраҡ мәғлүмәт донъя күрәсәк.
Фотолар геройҙың шәхси архивынан.