Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт донъяһы
2 Декабрь 2022, 16:26

"Код йәки тәгәрәп тә китте бер төймә..."

Тәгәрәп киткән төймә – ул күҙ асып йомған арала үтеп киткән ғүмер.

Был көндәрҙә үҙебеҙҙең Мөнир Ҡунафинды уҡыу менән булышам. Шәп яҙа барыбер ҙә (саҡ беҙҙең яҡта әйтелгәнсә, "суҡынмыш" тип яҙып ҡуйманым)! Әле бына "Ағиҙел" журналының 10-сы һанындағы "Код йәки тәгәрәп тә китте был төймә..." тигән повесын уҡып сыҡтым.

Һәр һөйләмен, һәр һүҙен тәмләп, ҡайһы бер урындарын ҡабат-ҡабат, кинәнеп уҡыным Мөнир ҡустының был ижад емешен дә. Әлбиттә, бер мәҡәләлә бөтә әҫәр тураһында фекер яҙыу, уға тулы анализ яһау мөмкин түгел, ундай маҡсат та ҡуймайым. Шуны ғына әйтәм: был әҫәр мине ундағы фәлсәфәүи фекер тәрәнлеге, образдарҙың психологик яҡтан бик төплө асылыуы менән хайран ҡалдырҙы. Шулай уҡ автор, башҡа әҫәрҙәрендәге һымаҡ, бында ла символдар, дөрөҫөрәге, символик деталь – образдар менән бик оҫта эш итә. Бигерәк тә повестың атамаһы уның идея-тематик йөкмәткеһен асыуҙа ҙур роль уйнай: "Код йәки тәгәрәп тә китте бер төймә... "Был тәңгәлдә мин күптәргә билдәле булған "код" һүҙенә туҡталып тормайынса, әҫәр исеменең икенсе өлөшө – "тәгәрәп киткән төймә" тураһында һүҙ алып бармаҡсымын.

Тура мәғәнәһендә әҫәрҙең төп геройы – бөтә илдә данлыҡлы кардиолог булараҡ танылыу алған Басир Аҡбулатовтың йәшлек мөхәббәте Асияның пальтоһынан ҡасандыр өҙөлөп төшкән төймә тураһында һүҙ бара булыр бында. Ә төптәнерәк уйлап ҡараһаң, өҙөлөп төшөп, тәгәрәп киткән төймә – ул күҙ асып йомған арала үтеп киткән ғүмер, был тәңгәлдә, тормошта ҙур уңыштарға өлгәшеп тә, фани донъяла йәшәүҙең төп асылын аңлауҙан алыҫ торған Басир һымаҡ бик күптәрҙең үкендереп юҡҡа сыҡҡан ғүмере. Шулай уҡ үҙенең әсәһенә, йәшлек мөхәббәте Асияға, хатта бергә донъя көткән ҡатынына, берҙән-бер ҡыҙына күңел йылыһын, мөхәббәтен бирә алмайынса, уларҙан айырылып, олоғая барған көнөндә үҙен япа-яңғыҙ хис иткән Басир үҙе лә ошо төймә хәлендә ҡалған (әйткәндәй, тап ТӨЙМӘ тоташтырып тора ла баһа кейемдең төрлө өлөштәрен – иҙеүен, ең остарын, итәктәрен һ.б).

Шулай уҡ был төймәнең йөҙөнә төшөрөлгән һүрәт тә минең иғтибарҙан ситтә ҡалманы: "...Ҡара машинаның, йән-фарман осоп, тап уға табан килгәнен күрҙе Басир... Шаҡ! Осоп барып төштө кәүҙә ҡаҡ асфальтҡа. Ауыр итеп ыңғырашты ла тынды. Кәүҙә ергә килеп төшмәҫ элек скальпель, ручка ятҡан эске кеҫәһенән ялтырап бөткән бер төймә атылып килеп сыҡты ла юл буйлап тәгәрәп китте. Оҙаҡ ҡына тәгәрәне. Шунан хәрәкәте яйланы, сайҡалып-сайҡалып барҙы ла, һөрлөгөп китеп, йөҙтүбән барып ятты. Иғтибар менән ҡараһаң, төймә йөҙөндә күренер – күренмәҫ ҡалған Мәскәү Кремле төшөрөлгән һүрәтте шәйләргә мөмкин ине...

"Эйе, мине тап ошо Кремль һүрәтле "төймә"нең тәгәрәп китеүе тәрән уйҙарға һалып, бына бер нисә көн инде күңел тетрәүҙәре кисерергә мәжбүр итә. Бының өсөн авторға рәхмәт әйтергәме, әллә?.. Шулай уҡ "сәғәттән ашыу Асияның усында йөрөп йылынып киткән төймә" йылылығын да йөрәгем менән асыҡ тойҙом был иҫ китмәле шәп әҫәр менән танышҡанда. Һеҙ ҙә уҡығыҙ, үҙегеҙ ҙә тойорһоғоҙ уны, дуҫтар! 

- Ғәҙилә БҮЛӘКОВА

Читайте нас: