Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт донъяһы
2 Декабрь 2022, 11:30

Рафаил Яхин: “Тамырҙарын белмәгән кеше киләсәген билдәләй алмай”

Уның әүҙемлеге арҡаһында йәмәғәтселеккә бик күп милләттәштәребеҙҙең онотолған исемдәре ҡайтарылды. Тәү сиратта һүҙ Бөйөк Ватан һуғышы летчигы Ғәфүр Шарыгин, уның батырлығы тураһында бара.

Рафаил Яхин: “Тамырҙарын белмәгән кеше киләсәген билдәләй алмай”
Рафаил Яхин: “Тамырҙарын белмәгән кеше киләсәген билдәләй алмай”

14 декабрҙә Башҡорт теле көнө билдәләнеүе уңайынан Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы “Башҡортостан” гәзите менән берлектә “Тел һаҡсыһы – рух һаҡсыһы” тип аталған өр-яңы бәйге иғлан итте тип яҙғайныҡ.

Ике аҙна дауамында береһенән-береһе лайыҡлы, халҡыбыҙҙың телен, мәҙәниәтен һаҡлау йәһәтенән ҙур эштәр башҡарған, фиҙакәр хеҙмәте менән рухи мираҫыбыҙҙы киләсәк быуындарға тапшырыуҙа лайыҡлы һөҙөмтәләр күрһәткән милләттәштәребеҙ өсөн тауыш биреү барасаҡ, “Башҡортостан” гәзите һәм Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы   төркөмөндә улар тураһында тулыраҡ мәғлүмәт донъя күрәсәк.

Әле иһә конкурсанттар менән яҡынданыраҡ таныштырыуҙы дауам итәбеҙ. Бөгөн һүҙ Яңауыл районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Рафаил Яхин тураһында.

Ул Яңауыл районы башҡорттары ҡоролтайы эшендә уның тәүге ойошторолған көнөнөн үк ҡатнаша, ә ойошмаға 1999 йылдан етәкселек итә.

Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре, райондың почётлы гражданы Рафаил Зайан улы Яхин быуат ярымлыҡ тарихы булған башҡорт ауылы - Булатйылғала тыуып үҫкән. Башҡортостан ауыл хужалығы институтын  тамамлаған. Хеҙмәт юлын 1967 йылда "Буй" совхозында эшсе булып башлаған. Уны төбәктә әүҙем хужалыҡ һәм йәмәғәт эшмәкәре,  инженер-механик тип беләләр. Рафаил Заян улы 1999—2008 йылдарҙа Яңауыл районы хакимиәте башлығы урынбаҫары — ауыл хужалығы идаралығы начальнигы, 2008—2015 йылдарҙа Юл йәшелләндереү-төҙөкләндереү муниципаль унитар предприятиеһы директоры булып эшләгән.

Әлеге ваҡытта Яңауыл районы буйынса Рәсәй Эске эштәр министрлығының йәмәғәт советы рәйесе, һуғыш һәм хеҙмәт ветерандары район советы пленумы ағзаһы.

Рафаил Яхин  фекерҙәштәре менән «Без - башҡортлар» хәрәкәтендә әүҙем ҡатнаша, сөнки Яңауыл районының өс тиҫтәнән ашыу ауылына тап аҫаба башҡорттар нигеҙ һалған. Уның әүҙемлеге арҡаһында йәмәғәтселеккә бик күп милләттәштәребеҙҙең, батырҙарыбыҙҙың онотолған исемдәре ҡайтарылды. Тәү сиратта һүҙ Бөйөк Ватан һуғышы летчигы Ғәфүр Шарыгин, уның батырлығы тураһында бара.

Рафаил ағайҙы белгәндәр ошо һыҙаттарын билдәләй: төп эше менән бер рәттән уны һәр саҡ тыуған төйәгенең тарихы ҡыҙыҡһындыра. Тыуған яҡты өйрәнеү өлкәһендәге тикшеренеүҙәре тарихи документтарҙы өйрәнеүгә, шулай уҡ халыҡ менән эшләүгә, яҡташтарының хәтирәләре буйынса үткәндәрҙе тергеҙеүгә нигеҙләнә.

Әйтергә кәрәк, Уран ырыуы вәкилдәренән ул тәүгеләрҙән булып үҙенең шәжәрәһен төҙөгән һәм дуҫтарына, таныштарына өлгө күрһәткән. Рафаил Заян улы әле лә әүҙем йәмәғәт эшмәкәрлеген дауам итә һәм үҙенең позицияһын ошолай билдәләй: “Үҙенең тамырҙарын белмәгән кеше киләсәген билдәләй алмаясаҡ!”

Фото геройҙың шәхси архивынан.

 

 

Рафаил Яхин: “Тамырҙарын белмәгән кеше киләсәген билдәләй алмай”
Рафаил Яхин: “Тамырҙарын белмәгән кеше киләсәген билдәләй алмай”
Рафаил Яхин: “Тамырҙарын белмәгән кеше киләсәген билдәләй алмай”
Рафаил Яхин: “Тамырҙарын белмәгән кеше киләсәген билдәләй алмай”
Автор:Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас: