14 декабрҙә Башҡорт теле көнө билдәләнеүе уңайынан Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы “Башҡортостан” гәзите менән берлектә “Тел һаҡсыһы – рух һаҡсыһы” тип аталған өр-яңы бәйге иғлан итте, тип яҙғайныҡ.
Ике аҙна дауамында береһенән-береһе лайыҡлы, халҡыбыҙҙың телен, мәҙәниәтен һаҡлау йәһәтенән ҙур эштәр башҡарған, фиҙакәр хеҙмәте менән рухи мираҫыбыҙҙы киләсәк быуындарға тапшырыуҙа лайыҡлы һөҙөмтәләр күрһәткән милләттәштәребеҙ өсөн тауыш биреү барасаҡ, “Башҡортостан” гәзите һәм Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы төркөмөндә улар тураһында тулыраҡ мәғлүмәт донъя күрәсәк.
Әле иһә конкурсанттар менән яҡынданыраҡ таныштырыуҙы дауам итәбеҙ. Бөгөн һүҙ Стәрлетамаҡ ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Ләйсән Йосопова тураһында.
Ул 2015 йылдан Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының (конгресы) Стәрлетамаҡ бүлексәһендә эшләгән, 2021 йылда рухташтары, хеҙмәттәштәре менән бергә “Стәрлетамаҡ ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайы” йәмәғәт ойошмаһын асыуҙа ҡатнашҡан.
“Был еңелдән булманы, сөнки ойошма булдырыр алдынан төп эш урынында тулы мәшғүллек шартында даими юридик консультациялар алырға, Өфөгә йыш ҡына командировкаларға барырға тура килде. Әммә беҙ атҡарып сыҡтыҡ, Стәрлетамаҡ башҡорттары ҡоролтайын коммерцияға ҡарамаған ойошма итеп теркәттек. Был эшмәкәрлек бихисап мөмкинлектәр аса. Ошо йәһәттән башҡа район ҡоролтайҙарына консультациялар ҙа бирәбеҙ. Әйткәндәй, ошо йүнәлештә тәүге һөҙөмтәбеҙ бар – ҡоролтайҙың “Беҙ бергә” этнофестивале проекты Президенттың мәҙәни башланғыстар фонды гранттары конкурсында еңеп сыҡты. Әйткәндәй, этнофестиваль һөҙөмтәләре буйынса китап сығарырға әҙерләйбеҙ. Төрлө кимәлдәге башҡа конкурстарға ла ғаризалар ебәрҙек, улар ҙа уңышлы булыр, тип ышанабыҙ.
Башҡорт теле йылында беҙҙең ойошма Башҡортостан ҡалалары ҡоролтайҙары араһында икенсе урынды (2020 йыл), Башҡорт тарихы йылында беренсе урынды (2021 йыл) яуланы. Әле лә тырышып, сәмләнеп эшләйбеҙ, Башҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫы йылы сиктәрендәге сараларҙы тормошҡа ашырыу өҫтөндә ҙур эш алып барабыҙ.
Яҙмышы ҡала тарихы менән бәйле булған билдәле башҡорт шәхестәренең биографияһы буйынса китаптар сығарыу ("Стәрлетамаҡ тарихында шәхестәр яҙмышы" русса-баш3ортса баҫмаһы, авторҙары - ҡоролтай ағзалары, яуаплы секретаре - Л.Й.Йосопова) , күренекле башҡорттарға һәйкәл асыу кеүек сауаплы һәм әһәмиәтле ғәмәлдәр ҙә – төп маҡсатыбыҙ. Әйтәйек, былтыр этнограф, мәғрифәтсе, шағир, тәржемәсе, ике йыл Стәрлетамаҡта йәшәгән һәм эшләгән Мөхәмәтсәлим Өмөтбаевҡа, быйыл шағир, сәйәсәтсе Шәйехзада Бабичҡа һәйкәл ҡуйылды.
2020 йылда Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы булышлығында комбриг Муса Мортазин иҫтәлегенә, ә былтыр Стәрлетамаҡ ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайы ағзалары көсө менән Әбделҡадир Инан иҫтәлегенә мемориаль таҡтаташтар асылды. Киләһе йылда башҡорт шағиры һәм йәмәғәт эшмәкәре Рауил Ниғмәтуллин йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйырға ниәтләйбеҙ.
Бөтә Рәсәй, республика кимәлендәге конференциялар үткәрәбеҙ. Мәҫәлән, “Башҡортостан Республикаһының милли кейеме тарихы” бөтә Рәсәй ғилми-ғәмәли конференцияһы һөҙөмтәле булды, унда бик күп белгестәр, тарихсылар ҡатнаштиы.
Ҡоролтайыбыҙҙың төп ғорурлығы – беҙ ойошторған “Етегән – ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө” республика байрамы. Ул 2016 йылдан алып яҙҙың тәүге көнөндә – 1 мартта уҙғарыла. “Етегән байрамы”н күптәр Стәрлетамаҡтың бренды булараҡ ҡабул итә.
Ағымдағы йылда тәүге тапҡыр муниципаль кимәлдә “Йөрәк һүҙе” башҡорт шиғриәте конкурсын уҙғарҙыҡ. Унда проект авторы Наилә Сәфәрғолова ла ҡатнашты. Стәрлетамаҡ ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайы Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте, “Ағинәй” йәмәғәт хәрәкәте, ирекмәндәр, ҡалабыҙҙағы төрлө этностарҙың милли-мәҙәни үҙәктәре менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итә. “Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы)” йәмәғәт ойошмаларының халыҡ-ара берлегенең Стәрлетамаҡ бүлексәһе ҡарамағында Йәштәр ҡоролтайы, М.Шайморатов исемендәге ирекмәндәр отряды эшләй, мәктәптәр, балалар баҡсалары, Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһенең актерҙары, артистары, Башҡортостандың башҡа ҡалалары һәм райондары ҡоролтайҙары менән дә хеҙмәттәшлек итәбеҙ.
Үҙемә килгәндә, Өфө фән һәм технологиялар университетының Стәрлетамаҡ филиалында уҡытам (Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалы), тарих фәндәре кандидаты, доцентмын. Был юғары уҡыу йортонда өс тиҫтә йылдан ашыу эшләйем.
Бөгөнгә тиклем 180-дән ашыу ғилми хеҙмәтем баҫылып сыҡты, шул иҫәптән өс монографиям бар. Рус һәм башҡорт телдәрендә яҙам. Бынан тыш, Илһам Йосопов менән авторҙашлыҡта ике хеҙмәтебеҙ – “Стәрлетамаҡ ҡалаһы буйлап туристик маршрут” һәм “Башҡортостан тарихы һәм мәҙәниәте” 3D форматындағы электрон дәреслектәре донъя күрҙе.
Ғөмүмән, туған башҡорт халҡыма хеҙмәт итеүем, уның тарихын, мәҙәниәтен, туған телебеҙҙе һаҡлау һәм үҫтереүгә үҙ өлөшөмдө индерә алыуым менән бәхетлемен”, - ти Ләйсән Йәркәй ҡыҙы.
Фотолар геройҙың шәхси архивынан.