Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт донъяһы
6 Декабрь 2022, 08:00

Ләйсән Әхмәҙуллина мәскәүҙәрҙе башҡорт мөхитенә туплаған

Ул илебеҙҙең баш ҡалаһында башҡорт ата-әсәләре һәм балалары өсөн клуб ойошторған.

Ләйсән Әхмәҙуллина мәскәүҙәрҙе башҡорт мөхитенә туплаған
Ләйсән Әхмәҙуллина мәскәүҙәрҙе башҡорт мөхитенә туплаған

14 декабрҙә Башҡорт теле көнө билдәләнеүе уңайынан “Башҡортостан” гәзите “Тел һаҡсыһы – рух һаҡсыһы” тип аталған бәйге иғлан иткәйне. Ике аҙна дауамында береһенән-береһе лайыҡлы, халҡыбыҙҙың телен, мәҙәниәтен һаҡлау йәһәтенән ҙур эштәр башҡарған, фиҙакәр хеҙмәте менән рухи мираҫыбыҙҙы киләсәк быуындарға тапшырыуҙа лайыҡлы һөҙөмтәләр күрһәткән милләттәштәребеҙ өсөн тауыш биреү бара, “Башҡортостан” гәзите  төркөмөндә улар тураһында тулыраҡ мәғлүмәт донъя күрәсәк.

Әле иһә конкурсанттар менән яҡынданыраҡ таныштырыуҙы дауам итәбеҙ. Бөгөн һүҙ - Мәскәү ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайы әүҙемсеһе, ғалим Ләйсән Әхмәҙуллина тураһында.

Мәскәү башҡорттары берләшмәһе (ҡоролтайы) әүҙемсеһе, Өфө ҡыҙы Ләйсән Әхмәҙуллина Башҡорт дәүләт университетын тамамлағандан һуң артабан белемен Мәскәү аспирантураһында камиллаштырған.  2015 йылда Ләйсән Рәсәй Фәндәр академияһының А.М. Горький исемендәге Донъя әҙәбиәте институтында кандидатлыҡ дәрәжәһен яҡлған, ошо уҡ уҡыу йортонда өлкән уҡытыусы булып эшләй башлаған. Рус, башҡорт, инглиз, ғәрәп, төрөк, иҫке төрки телдәрен яҡшы белә.

Ләйсән Йәдкәр ҡыҙы бынан биш йыл элек илебеҙҙең баш ҡалаһында урындағы ҡоролтай менән берлектә «Башҡорт этномәҙәни клубы»н ойошторған.  Был клуб әле лә әүҙем һәм төрлө яҡлы эшмәкәрлеген дауам итә, уның төп аудиторияһы – балалар һәм уларҙың ата-әсәләре.

«Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, балаларыбыҙ туған телдә аралашыу мөхитенән мәхрүм, был уларҙың традицион мәҙәниәттән алыҫлашыуына килтерә. Ғөмүмән, ата-бабаларыбыҙ быуаттар буйы туплаған рухи һәм матди ҡиммәттәрҙе, йолаларҙы белмәү ҙур ҡалалар өсөн сетерекле проблема. Тап ошо бушлыҡты тултырғым килде»,  –  ти Ләйсән Йәдкәр ҡыҙы клубты асыуға этәргән сәбәптәр хаҡында.

Башҡорт этномәҙәни клубын ойоштороуға Ләйсән Йәдкәр ҡыҙы бик етди ҡараған. Кандидатлыҡ диссертацияһын яҙғанда ул Урал һәм Волга буйының тарихи эшмәкәрҙәренең тәрбиә, намыҫ, балаларҙы тәрбиәләүҙең әхлаҡи-этик яҡтары, ижтимағи һәм ғаилә мәҙәниәте буйынса хеҙмәттәрен өйрәнгән. Ошо белемен ҡулланып,  ул эшендә балаларҙың һәм уларҙың ата-әсәләренең аралашыуына баҫым яһарға ниәтләй. Осрашыуҙарҙың төп өлөшө йәнле әңгәмә һәм уйындар менән үтә, теләүселәр өсөн башҡорт теле дәрестәре уҙғарыла.

Клуб  эшмәкәрлеге һәм Башҡортостандан ситтә башҡорт телен өйрәнергә теләгән балалар менән эшләүҙең киң практикаһы уны 2019 йылда махсус методик ҡулланма һәм «Рәсәй Федерацияһы төбәктәрендә туған (башҡорт) тел» эш дәфтәрен булдырыуға дәртләндергән. Шулай уҡ уның тырышлығы менән балалар өсөн башҡорт телендә интернет-журналдар сыға, башҡорт телен уҡытыу буйынса видеолар төшөрөлә. Башҡорт балаларынан торған аудитория өсөн махсус рәүештә булдырылған өҫтәл уйындары ойошторола, клуб эшендә улар әүҙем ҡулланыла. Шулай уҡ Ләйсән Әхмәҙуллина шиғриәт менән мауыға, сабыйҙарға башҡорт һүҙҙәрен хәтерҙә ҡалдырыуы еңелерәк булһын өсөн шиғырҙар яҙа.

Ғөмүмән, Мәскәү башҡорттары араһында Ләйсән Әхмәҙуллина – хөрмәтле, абруйлы шәхес.

Фотолар геройҙың шәхси архивынан.

Автор:Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас: