Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт донъяһы
11 Декабрь 2022, 20:00

"Башҡорт осо" рухлы ҡыҙ үҫтергән

“Тел һаҡсыһы – рух һаҡсыһы” конкурсында – Бүздәк районы башҡорттары ҡоролтайы әүҙемсеһе, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Зилә Мостафина.

"Башҡорт осо" рухлы ҡыҙ үҫтергән
"Башҡорт осо" рухлы ҡыҙ үҫтергән

Билдәле булыуынса, 14 декабрҙә Башҡорт теле көнө билдәләнеү уңайынан Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы "Башҡортостан" гәзите менән берлектә "Тел һаҡсыһы — рух һаҡсыһы" тип аталған конкурс иғлан итте. Ике аҙна дауамында береһенән-береһе лайыҡлы, халҡыбыҙҙың телен, мәҙәниәтен һаҡлау йәһәтенән ҙур эштәр башҡарған, фиҙакәр хеҙмәте менән рухи мираҫыбыҙҙы киләсәк быуындарға тапшырыуҙа яҡшы һөҙөмтәләр күрһәткән милләттәштәребеҙ өсөн тауыш биреү бара, "Башҡортостан" гәзите һәм Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы төркөмдәрендә улар тураһында тулыраҡ мәғлүмәт донъя күрә.

Бөгөн һүҙ педагог, Бүздәк районы башҡорттары ҡоролтайы әүҙемсеһе Зилә Мостафина тураһында.

Быйыл яҙ Өфөлә 32-се тапҡыр үткәрелгән "Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы" республика конкурсының финал этабында осратҡайныҡ уны. Был бәйге менән бер рәттән "Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы" төбәк-ара конкурсы ла тамамланды. Ҡатнашыусыларҙың береһе - Бүздәк районы Бүздәк ауылының 1-се урта дөйөм белем биреү мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән белем биргән Зилә Рауил ҡыҙы Мостафинаға Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының иң юғары наградаһы — "Ал да нур сәс халҡыңа" миҙалы ла тапшырылды. Ул өс тиҫтә йылдан ашыу балаларға белем бирә, шуның 22 йылын башҡорт телен уҡытыуға арнаған.

— Үҙем Бүздәк районының Күҙәй ауылында тыуып үҫтем. Беҙҙең урамды "Башҡорт осо" тип йөрөтәләр ине. Бәләкәстән сауҙа өлкәһендә эшләгән әсәйем һәм урмансы атайым туған телгә һөйөү тәрбиәләне. Башҡорт дәүләт университетын тамамланым. Эшемде бик яратам, балалар менән йәнле, ҡыҙыҡлы, һөҙөмтәле дәрестәр ойошторорға тырышам. Шөкөр, хәҙер мөмкинлектәр күп, йөҙөп йөрөп эшлә генә. Район хакимиәте, урындағы ҡоролтай (уның ағзаһымын), мәктәп етәкселеге яғынан да даими ярҙам тоям. Ата-әсәләр ҙә рухиәтте, телебеҙҙе һаҡлау, үҫтереү йәһәтенән дөйөм эшкә үҙ өлөшөн индерә. Бөгөнгө ҙур бүләк — халҡым мәнфәғәтендәге эшемә оло баһа, дәрт-дарман биреүсе этәргес тә. Имен-һау булып, тағы эшләргә, уңыштарға өлгәшергә насип итһен, — тигәйне ул шул саҡта.

Юғары категориялы уҡытыусы, әүҙем йәмәғәт эшмәкәре Зилә Мостафина Бүздәк районы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының методик берләшмәһенә лә етәкселек итә. Хеҙмәттәштәре билдәләүенсә, Зилә Рауил ҡыҙы эшенә һәм балаларға туған тел нескәлектәрен төшөндөрөүгә ижади яҡтан ҡарай, ғәҙәти булмаған алымдар ҡуллана, һәр саҡ коллегалары менән тәжрибә уртаҡлаша. Әйткәндәй, уның дөйөм белем биреү мәктәптәрендә туған телде уҡытыу буйынса бер нисә тәҡдиме һәм методикаһы республика мәктәптәрендә киң ҡулланыла.

– Балалар менән эшләгәндә уларҙың мөмкинлектәренә һәм ихтыяждарына иҫәп тоторға кәрәк. Туған телде уҡытыуҙа уларҙың аралашыу мөхитен - ғаиләһен, йәштәштәрен иҫәпкә алыу ҙа мөһим, — ти уҡытыусы. Ул туған телде уҡытыуҙа урындағы диалект һүҙҙәрен, әйтемдәрҙе, тыуған Бүздәк еренә хас идиомаларҙы, фразеологизмдарҙы әүҙем ҡуллана.

Зилә Мостафина етәкселегендә 2018 йылдан алып башҡорт халҡының лайыҡлы улы Муллайән Халиҡовтың иҫтәлегенә арналған "Халиҡов уҡыуҙары" республика ғилми-ғәмәли конференцияһы ойошторола. Ике йылға бер тапҡыр үткәрелгән сараға уҡыусыларҙың крайҙы өйрәнеү, тарих, этнография, халыҡ ижады буйынса йөҙҙәрсә эше килә, уларҙы тарихсылар, фән кандидаттары, докторҙары ҡатнашлығындағы компетентлы жюри баһалай.

Быйыл тап Зилә Мостафинаның башланғысы буйынса Бүздәк ауылында билдәле сәйәси эшмәкәр, милләттәшебеҙ Муллайән Халиҡовтың иҫтәлеге мәңгеләштерелде. Бюст район үҙәген йәнләндереп тора: ул Бүздәк ауылының үҙәк мәктәбе янындағы скверҙа урынлашҡан.

Тәжрибәле педагог әлеге ваҡытта башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектында һөйләшкән райондар өсөн иҫке башҡорт телен туған тел булараҡ уҡытыу методикаһын булдырыу эшендә ҡатнаша. Зилә Рауил ҡыҙы уҡыусыларҙың муниципаль, республика ижади һәм ғилми-тикшеренеү эштәрен тикшереү буйынса республика эксперт комиссияһы ағзаһы ла, "Башҡорт теле буйынса халыҡ-ара диктант", Халыҡ-ара мәғариф акцияһы, "Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы" кеүек абруйлы сараларҙың ҡатнашыусыһы, урында ойоштороусыһы, еңеүсеһе лә. Уның уҡыусылары йыл һайын башҡорт мәҙәниәтен һәм телен, күренекле башҡорт шәхестәренең эшмәкәрлеген популярлаштырыу буйынса үткәрелгән акцияларҙа, конкурстарҙа даими рәүештә призлы урындар яулай.

Зилә Мостафина йәмәғәт эштәрендә лә әүҙем ҡатнаша, бөтә сараларҙың уртаһында ҡайнай. Бүздәк районы башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ағзаһы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы делегаты булған. Абруйлы уҡытыусы ата-әсәләр менән дә тығыҙ бәйләнеш булдырған, шуға уның эше һәр яҡтан уңышлы, һөҙөмтәле, күптәргә өлгө булырлыҡ.

Фотолар геройҙың шәхси архивынан.

"Башҡорт осо" рухлы ҡыҙ үҫтергән
"Башҡорт осо" рухлы ҡыҙ үҫтергән
"Башҡорт осо" рухлы ҡыҙ үҫтергән
"Башҡорт осо" рухлы ҡыҙ үҫтергән
"Башҡорт осо" рухлы ҡыҙ үҫтергән
"Башҡорт осо" рухлы ҡыҙ үҫтергән
"Башҡорт осо" рухлы ҡыҙ үҫтергән
"Башҡорт осо" рухлы ҡыҙ үҫтергән
"Башҡорт осо" рухлы ҡыҙ үҫтергән
"Башҡорт осо" рухлы ҡыҙ үҫтергән
Автор:Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас: