Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт донъяһы
3 Февраль 2023, 18:32

Аҡмулланан ҡалған аманат

Мәғрифәтсе бүләк иткән изге китап ҡәҙерләп һаҡлана.

Бына ул Аҡмулланан ҡалған Ҡөрьән Кәрим!
Бына ул Аҡмулланан ҡалған Ҡөрьән Кәрим!

 

Башҡорт халҡының бөйөк улы, мәғрифәтсе, шағир, сәсән Мифтахетдин Аҡмулла (Мифтахетдин Камалетдин улы Камалетдинов) – XIX быуаттың икенсе яртыһында башҡорт мәғрифәтенә тос өлөш индергән данлыҡлы шәхес. Аҫаба башҡорт булараҡ, туған теленә, милләтенә көсөн, эшмәкәрлеген, ижадын, ғүмерен фиҙа ҡылып хеҙмәт итә Аҡмулла.

 

Эсәр һыуы уны Байымға тартҡан

 

Ул дәүерҙәге дини, әҙәби китаптарҙың, дәреслектәрҙең, ваҡытлы матбуғаттың ғәрәп телендә булыуы, әлбиттә, башҡорт теленең үҫешенә ҙур йоғонто яһай. Киң даирәле, донъяны яҡшы белгән үткер телле, йор аҡыллы һүҙ оҫтаһы Мифтахетдин Аҡмулла ғәрәп, фарсы һүҙҙәре менән артыҡ сыбарланған шиғриәтте, әҙәбиәтте, башҡорт халҡының ябай, көндәлек аралашыу телмәре менән бик оҫта берләштереп, халыҡсан итә. Был Аҡмулланың новаторлығы булып һанала. Илгиҙәр шағир сәсәндәр, өләңселәр, аҡындар йыйынында, әйтештәрҙә лә сығыш яһап, башҡорт телен төрки телле халыҡтарға – ҡаҙаҡ, ҡарағалпаҡ, татар, ҡырғыҙ, үзбәк һ.б. ҡәүемгә таныта. Уны тәрән белемле дин әһеле тип тә беләләр.

Данлыҡлы Стәрлебаш мәҙрәсәһе шәкерте Мифтахетдин Аҡмулла дуҫы ла, остазы ла булған, суфый шағир, алдынғы ҡарашлы дин әһеле, мәҙрәсә мөғәллиме атаҡлы Шәмсетдин Зәкиҙән күп нәмәгә өйрәнә. Уның ҡул аҫтында байтаҡ йылдар уҡый. Иртә яҙҙан ҡара көҙгә тиклем ауылдан – ауылға, йәйләүҙән йәйләүгә йөрөп, башҡорт, ҡаҙаҡ балаларын уҡыта. 14 йылдан һуң тыуған ауылына ҡайта. Алған дини белеменә ярашлы, Мифтахетдин үҙ төйәгендә имам вазифаһын башҡара алыр ине, тик суфыйсылыҡ идеялары күңеленә тәрән үтеп ингән була. Ә был изге теләк Мөхәммәт пәйғәмбәрҙән килә – халыҡҡа аң-белем еткереү, тәүфиҡ-тәрбиәгә өйрәтеү, халыҡ араһында йөрөп, уға хеҙмәт итеү (тарихта ла шундай хәрәкәттәр булыуы билдәле).

Халыҡты уҡырға, белемгә ынтылырға са­ҡыр­ған, ошо хаҡта даими өгөт-нәсихәт та­рат­ҡан илгиҙәр шағир Мифтахетдин Аҡмул­ланың борма-борма юлдары ҡайҙа ғына алып бармаған. Ана шул юлдарҙың береһе бер ҡышта Аҡмулланы беҙҙең Байым ауылына алып килгән. Ауыл аҡһаҡалдарының хәтирәләренә ярашлы, был хәл 1892-1893 йылдарҙа була. Ялҡынлы мәғрифәтсе шағирҙың ғүмере лә юлда өҙөлә – 1895 йылдың 8 октябрендә юлда фажиғәле һәләк була – уны вәхшиҙәрсә үлтереп китәләр.

Ә беҙҙең ауылға Аҡмулланы Стәрлебаш мәҙрәсәһендә бергә уҡыған шәкерттәше, яҡын дуҫы, фекерҙәше Заһретдин алып ҡайта. Аҡмулланың мөнәжәттәренең береһендә әйтелгәнсә,

“Э-эй, ризыҡ тигән әҙәмде ҡыймылдатыр,

Ейә торған ризығын әҙәм йөрөп татыр.

Маңлайына яҙылғанды күрмәй ҡалмаҫ,

Кәрәк солтан булһын, кәрәк император”.

Шулай итеп, Аҡмулланы ла ейер ризығы, эсер һыуы Байымға тартҡан.

– Э-эй, бәндәне юл йөрөтә тәҡдир тигән,

Юлы соҡор-саҡыр йәки таҡыр тигән.

Ейер, йыйыр ыризығын йөрөп ҡабыр,

Дәрүишме ул, гөбөрнатор йәки шағир.

Э-эй, Аҡмулланы эсер һыуы Байым тартҡан,

Тоғро дуҫы Заһретдин алып ҡайтҡан.

Аҡһаҡалдар Аҡмулланан һүҙ һөйләткән,

Аҡмулла ғилем өйрәткән, өгөт әйткән, – тип ҡуйҙым мин дә мөнәжәткә эйәреп.

 

“Халыҡ ҡәҙер итте, ололаны”

 

Ҡайҙарҙа ғына йөрөмәгән Аҡмулла: Санкт-Петербургта ла булған, Өфө, Ырымбур, Троицк ҡалаларында ла эҙҙәре ҡалған, өйәҙҙәрҙә лә, икһеҙ-сикһеҙ башҡорт ерҙәрендә лә, ҡаҙаҡ далаларында ла гиҙгән. Ә тәҡдире, насип ризығы тартмаһа, Аҡмулла Байым тигән ауылдың ҡайҙа икәнен дә белмәҫ ине бит. Ғәжәпләнәм дә, һоҡланам да, ғорурланам да был хәлгә.

Аҡмулланың Байымда йәшәп китеүе хаҡында тыуған яҡты өйрәнеүсе, яҙыусы Азамат Әғзәм улы Тажетдинов “Аҡмулла беҙҙең яҡтарҙа” исемле мәҡәлә баҫып сығарҙы (“Һаҡмар” гәзите. 12 декабрь, 2006 йыл). Бына нимәләр яҙған ул: “Беҙҙең яҡтар – Темәс, Муллаҡай, Байым, Икенсе Этҡол ауылдары Мифтахетдин Аҡмулланың эҙҙәрен һаҡлай. Был турала шағир, сәсән, тыуған яғының тарихын бик яҡшы белеүсе Шәһәрғәзи Ғәбдиев ағайҙан һорашып белдем. Ул көндәлегенә ауылдашы Таһир Дәүләтшиндең 1914 йылда һөйләгән иҫтәлектәрен яҙып ҡалдырған”. Билдәле булыуынса, Стәрлебаш мәҙрәсәһендә Муллаҡайҙан Ғабдулла Сәиди, Икенсе Этҡолдан Таһир Дәүләтшин, Байымдан Заһретдин Динебәков бергә уҡыған.

А.Ә. Тажетдинов мәҡәләһендә Әхмәтғәзи Хаммат улы Байымовтың хәтирәләрен дә яҙа: “Әхмәтғәзи ағай Аҡмулланың хәҙистәрен, мөнәжәттәрен, нәсихәттәрен тыңлаған, аят табындарында доға-сүрәләрҙе бергәләп уҡығандар”. Аҡмулланың кәңәшен тотоп, үҙем дә мөғәллим булып, балалар уҡыта башланым, тип һөйләгән ул.

Әхмәтғәзи Байымов – ғалим, тел белгесе Мөхтәр Байымовтың атаһы, бик уҡымышлы мулла була. Кешеләрҙе лә дауалай, бетеүҙәр, үткәрмәләр яҙып бирә. Ғөмүмән, ауылда белемле, уҡымышлы муллалар күп булған. Юҡҡа ғына Байымды халыҡ араһында Муллабайым тип атамағандарҙыр.

“Балаларҙы уҡырға, яҙырға өйрәтте. Һәр саҡ яҙышып ултырыр ине. Ҡалын ҡулъяҙмалары ла булды. Үҙе ҡул эшенә бик оҫта ине: һоҫҡо,  йәмкә эшләне, тишелгән ҡомғандарҙы сигәләп яманы, һемәгенән һыу аҡҡан, табансаһы, тотҡалары ҡумшыған самауырҙарҙы төҙәтте. Балта оҫтаһы ла ине: ҡаҙауһыҙ-ниһеҙ өҫтәл һәм ултырғыс эшләп бирҙе. Уның барлыҡ китаптары, яҙмалары, эш ҡоралдары, кәрәк-ярағы бәләкәй ҡуян арбаһында (диалект һүҙ, йәғни ҡул арбаһы) булды”, – тип һөйләгән Әхмәтғәзи Байымов Азамат Әғзәм улына.

Миңә лә Ә.Х. Байымовтың улы Рәсих Байымов атаһынан ишеткән хәтирәләрҙе һөйләне: “Мифтахетдин Аҡмулланы Байым халҡы ҡәҙер итте, ололаны. Үҙе лә ябай, ихлас булды. Ҡайҙарҙа булғанын, ҡайһы яҡта халыҡтың нисек йәшәүен, кәсеп итеүен мауыҡтырғыс итеп һөйләй торғайны. Нимә генә һөйләһә лә, һүҙе, вәғәзе һәр саҡ уҡырға, аң-белемгә ынтылырға кәрәк  тигән өгөт менән тамамлана. Көйләп мөнәжәттәр әйтте, нәсихәт һөйләне. Доғаларҙы күңелгә үтерлек итеп уҡый ине, тип һөйләне атайым. Бик йыйнаҡ, бөхтә кеше булған. Атайым Аҡмулланы өйөбөҙҙә оҙағыраҡ йәшәтергә тырышҡан”.

 

Үҙ мөҙҙәтен көтөп ятҡан табыш

 

Ошонан һуң “Бәйләнештә” сайтындағы Байым ауылы төркөмөндә “Байымда ҡалған эҙҙәр” тигән мәҡәлә яҙҙым. Шул мәҡәләне уҡып, Ғафури районында йәшәгән Флүрә Килмөхәмәтова исемле ҡатын минең менән бәйләнешкә сыҡты. Флүрә лә, минең кеүек, Ишей ауылы ҡыҙы икән. Йәштәштәрбеҙ ҙә, бер үк йылда уҡырға барғанбыҙ, тик уларҙың әсәһе ауырып вафат булғас, апаһы менән уны интернатҡа урынлаштырғандар. Ошо Флүрә мине оло табышҡа юлыҡтырҙы.

Баҡтиһәң, уларҙың ғаиләһендә Мифтахетдин Аҡмулланан ҡалған Ҡөрьән китабы быуын-быуынға күсеп, бөгөнгәсә һаҡлана икән! Бына был, исмаһам, мөғжизә, үҙ мөҙҙәтен көтөп ятҡан табыш!

Байым ауылынан китер сағында Аҡмулла Әбүзәр Хәлитовҡа Ҡөрьән китабы бирә. Ә Әбүзәр Аҡмуллаға өйрәтелгән йәш атын бүләк итә. Ул Аҡмулланан ҡалған аманатты бик ҡәҙерләп тота, китапты ҡулынан төшөрмәй. Үҙе ғәрәпсә уҡый-яҙа белә, уҡығанын башҡортсаға тәржемә итә, аңлата. Аят табындарында доғаларҙы бик матур итеп көйләп уҡый, ҡайһы сүрә нисәнсе биттә икәнен шунда уҡ табыр булған. Үҙ балаларын да, күрше-тирәһен дә уҡырға, яҙырға өйрәтә.

Ҡәҙерле ҡомартҡы Әбүзәрҙән улы Яҡупҡа күсә. Был китапты бөтә Хәлитовтар уҡыған­дыр тиһәк тә, һис арттырыу булмаҫ. Сира­жетдиндың улы Әбүзәр, Ғималетдин, уның уландары Мотаһар хажи Хәлитов, Зәки Хәлитов, Сиражетдиндың тағы бер улы Ризаитдиндан тыуған Рафаил хажи Хәлитов, хажиә Хәлитоваларға – барыһына ла Аҡмул­ла аманатының көсө, ҡөҙрәте күскәндер.

Атаһынан ҡалған ҡәҙерле Ҡөрьәнде Яҡуп Хәлитов та күҙ ҡараһылай һаҡлай, үҙе лә уҡый, халыҡҡа ла изге китап серҙәрен еткерә.

“Атайым был Ҡөрьәнде бик ныҡ һаҡланы, сөнки китап арыу уҡ иҫкергән ине. Биттәре һарғайып, йоҡара башлаған, бит остары тетелеп тора, тышы ла ныҡ таушалған, мөйөштәре ҡырылған. Ул Ҡөрьәндең кемдән килеп юлыҡҡанын һөйләй торғайны. Китапты сит-ят күҙҙәрҙән һаҡлап тотто. Ап-аҡ төргәк эсендә кәштәлә генә ятты. Беҙгә лә ғәрәпсә уҡып, башҡортсаһын аңлатып һөйләй ине. Китапты һораусылар күп булды, тик атайым берәүгә лә бирмәне. Был Ҡөрьәндең ҡото, бәрәкәте бар, ти торғайны.

Атайымдан ғәрәпсә уҡырға өйрәнергә шул тиклем теләгем көслө ине. Ул китапты ҡулыма алһам, күңелемә әйтеп аңлатҡыһыҙ шатлыҡ тула. Хыялым тормошҡа ашты: Аҡмулла исемен йөрөткән юғары уҡыу йортонда өҫтәлмә белем алдым, ғәрәпсә уҡырға, яҙырға өйрәндем. Хәҙер ейәндәремә лә өйрәтәм”, – тип һөйләне Флүрә Яҡуп ҡыҙы. Бөгөн ҡәҙерле ҡомартҡы Яҡуптың улы Мөхәммәттең өйөндә, уның улында һаҡлана.

Флүрәнең һөйләгәнен ныҡ тулҡынланып тыңланым. Аҡмулланың күпме ижади мираҫы юғалып юҡҡа сыҡҡан, ә бына изгеләрҙән-изге Ҡөрьән Кәрим һаҡланған! Быуындан-быуынға күскән ҡомартҡыларҙың ниндәйе генә юҡ, ә китап – шулар араһындағы иң ғәзиз, иң ҡәҙерле аманат. Ташҡа баҫҡан аҡыл бер ҡасан да юҡҡа сыҡмаҫ һәм юғалмаҫ.

- Таңһылыу ҠАРАСУРИНА
Баймаҡ районы, 
Байым ауылы

Читайте нас: