Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт донъяһы
21 Февраль 2023, 19:00

Абдуллала - орсоҡ байрамы

Ҡариҙел районындағы был ауыл оҫталары менән билдәле, шулай уҡ бында Рәсәй һауа флоты отличнигы, беренсе класлы пилот Рафаил Йәғәфәров тыуып үҫкән. ауылға ҡайтҡанда ул...

Абдуллала - орсоҡ байрамы
Абдуллала - орсоҡ байрамы

 

Беҙҙең даими авторыбыҙ Гөлнара Солтанова төбәктә "Айыҡ ауыл - 2022"  республика бәйгеһе барышы хаҡында төплө мәҡәлә яҙып ебәргән. Унда түбәндәгеләр бәйән ителә: 

"Ҡариҙел районының Ҡараяр ауыл советы биләмәһе икенсе йыл рәттән “Айыҡ ауыл” республика конкурсында ҡатнаша. Былтыр Ҡараяр ауылы халҡы республикаға үҙен талантлы, булдыҡлы, әүҙем итеп танытһа, быйыл уларҙың сәмле эстафетаһын Абдулла ауылы күтәреп сыҡты. Конкурстың муниципаль этабында еңеп сығып, ең һыҙғанып яңы маҡсаттарға үрләне улар. Төрлө йүнәлештәге саралар ойоштороу, халыҡ араһында айыҡ, сәләмәт тормошҡа ҡарата пропаганда эштәре алып барыу, әлбиттә, ауыл әүҙемселәре иңенә төшә.

Күптән түгел, мәҫәлән, абдуллалар Орсоҡ байрамы үткәрергә ҡарар иткән. Быға тыштағы буран да ҡамасауламаған.
Ауыл урамдарының береһе ҡунаҡ ҡаршылағандағы шикелле дәртле көйҙәре менән әллә ҡайҙан уҡ саҡырып тора ине. Иң элек ҡар өҫтөндәге “Айыҡ ауыл-2022” яҙыуы күҙгә ташланды. Рәт-рәт булып ауыл һөнәрмәндәренең кәсептәрен күҙаллатҡан күргәҙмәләр теҙелеп киткән. Ағастан семәрләп яһалған әйберҙәр, ултырғыс-кәштәләр, картина-паннолар янында төрлө формалағы кәрзиндәр теҙелгән – ниндәй алтын ҡуллы кешеләр йәшәй икән бында! Асыҡланыуынса, уларҙы тал сыбыҡтарынан оҫталар Эльвира һәм Фәнис Закировтар үрә. Шулай уҡ һәр күргәҙмә урынында йүкә, сәскә балы һалынған һауыттар ҙа уңғандарҙың күплеген бәйән итә. Иҫ китерлек хозур тәбиғәт ҡосағында шулай йәшәйеш йәмен татып йәшәй белә шул абдуллалар. Ата-бабаларҙың кәсептәрен һүндермәйенсә быуындан-быуынға тапшыра килеүҙәре лә хуплауға лайыҡ.

Шулай ҙа сараға килеүселәрҙең иғтибарын иң тәүҙә  “Абдулла ауылының ғорурлығы” тип аталған ҙур баннер булғандыр. Унда ауыл тарихы, урмансылар, һалсылар тормошо, мәктәп эшмәкәрлеге, ауылдың йәше-ҡарты, билдәле шәхестәрҙең фотолары урын алған. Сарала һәр кем үҙенең таныштарын, яҡындарын күреп ҡыуанды. Ауылдаштары Рәсәй һауа флоты отличнигы, беренсе класлы пилот Рафаил Йәғәфәров, “Башҡортостан” дәүләт телерадиокомпанияһының радио хеҙмәте етәксеһе Ришат Миңлеяров һәм башҡа күренекле шәхестәре менән хаҡлы ғорурлана.

Район хакимиәте башлығы урынбаҫары Рәмил Вәлинуров оҙатыуындағы рәсми делегацияны ауыл йәштәре икмәк-тоҙ, сәк-сәк һәм ҡымыҙ менән ҡаршы алды. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы вәкилдәре Рөстәм Баянов, Гөлназ Һөйәрғолова, Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Светлана Туразянова ауыл халҡын уңыштары менән ҡотлап үтте. 50 йыл бергә йәшәгән Зилә һәм Раил Дауытовтарҙың өлгөлө ғаиләһенә, ауылда милли мәҙәниәтте күтәреүгә күп көс һалған клуб методисы Миләүшә Мусинаға Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының рәхмәт хаттарын еткерҙе.

Сараға Асҡын районының Ҡашҡа ауылы вәкилдәре лә килгәйне. Ошондай уҡ конкурста ҡатнашып йөрөгән ҡашҡалар менән “дуҫлыҡ күпере” һалынды. "Дуҫлыҡ" инструменталь ансамбле (етәксеһе А.Ғ Әбүбәкиров) менән "Серҙәштәр" фольклор коллективы ла (етәксеһе Ф.З. Яруллина) үҙҙәренең йәнле сығыштары менән байрамға йәм өҫтәне, сәхнәнән милли рух бөркөлөп торҙо.

Ауыл ерендә орсоҡто белмәгән кеше юҡтыр ул. Халҡыбыҙҙың ауыҙ-тел ижадында уға бәйле күп кенә гәүһәр өлгөләр бар. Мәҫәлән, “Бәләкәй генә аҡ көсөгөм йүгерә-йүгерә ҙур булды”, “Бәләкәй генә тайым бар, бәйҙә тороп һимерә” һымаҡ йомаҡтар ҙа һаҡланып ҡалған. Абдуллалар ҙа Орсоҡ байрамын осраҡлы ғына һайламаған. Халҡыбыҙҙың боронғо йолаларын тергеҙеү, киләсәк быуынға һаҡлау һәм еткереү, йәштәргә онотолоп барған ғөрөф-ғәҙәттәрҙе, халыҡ традицияларының күркәмлеген ошо байрам аша күрһәтеү, хеҙмәткә һөйөү тәрбиәләү, ҡул эштәренә ҡарата ҡыҙыҡһыныу тәрбиәләүҙе сараның төп маҡсаты итеп алған улар.

– Нәҡ буранлы, оҙайлы ҡышҡы көндәрҙә ауыл халҡы үҙенең ваҡытын әрәм итмәгән, ниндәй ҙә булһа шөғөл табып, үҙе белгәнде  күршеһенә, туған-тыумасаларына, дуҫ-әхирәттәренә өйрәткән. Кис ултырыуҙар матур өмә-байрамдарға әүерелеп, халҡыбыҙҙың күңел һандығында һаҡланып ҡалған, –  ти ауыл методисы Миләүшә Мусина.

Ысынлап та, байрам буласаҡ өй күркәм итеп йыһазландырылған, ниндәйҙер тантана рухы һауала эленеп торған кеүек. Түрҙә ауыл ағинәйҙәре тетелгән һарыҡ йөнөн “зыр-зыр” итеп орсоҡтарын әйләндерә, иҙәндә ҡыҙ-ҡырҡын оло инәйҙәренең өйрәтеүендә йөн яҙа... Яндарында эрләнгән ептәр менән тулған орсоҡтар ята. Ябай ағас ултырғыс түңкәрелеп ҡуйылған, уның ике аяғына йыуылған әҙер еп беркетелгән, артабан шул еп йомро йомғаҡҡа сорнала. Был ысулды борон хужабикәләр яндарында кеше булмаһа ҡулланған, ә көндөҙ эшкә балалар йәлеп ителгән, ике ҡулды айырып ҡуйып, йомғаҡ уралған.  Ауыл тормошоноң йәме булған был тылсымлы күренеш шул тиклем тамаша ҡылыусыларға ыңғай тәьҫир итте, хатта байрам ҡунаҡтары, етәкселәр был эшкә ихлас ҡушылып китте.

Өмә ваҡытында матур йырҙар, шаян һүҙҙәр, эшләп ултырған йәштәргә ҡарата теләктәр ҙә күп яңғырай. Абдуллалар быны онотмайынса, йолаларҙы теүәл башҡарҙы. Орсоҡ өмәһе уҙғас, ғәҙәттә, ҡатын-ҡыҙ бәйләм бәйләүгә күсә. Элек-электән кис ултырыуҙа береһенән-береһе уҙҙырып, матур-матур биҙәктәр менән бейәләй-ойоҡбаш бәйләгәндәр. Тап ошо яҡтарҙа ҡыҙ-ҡырҡын суҡлы бирсәткә бәйләгәне лә билдәле. “Кейәү бирсәткәһе” тип атала ул! Ҡунаҡтар ошондай суҡлы бирсәткә күреп хайран ҡалды, бәғзеләре кейеп тә ҡараны.

Бындай өмәләрҙә хужабикә ғәҙәттә, өҫтәленә мул һыйын теҙгән. Был юлы ла ҡыҙыу яғылған мейестә тәгәрәтелгән картуф, уның ҡыҙыуында “ухауат” тотоп бешерелгән мейес ҡоймағы, аҡ майға муйыл йәки сейә тултырылған ҡатырма һәм башҡа ауыл ризыҡтары барыһын да үткәндәргә алып ҡайтты. Уларҙың тарихын Әлиә Зәкирйән ҡыҙы Камалиева тәфсирләп һөйләне. Гармун моңо, ҡумыҙ, мандолина сыңы абдуллалар өсөн һис ят түгел, әле булһа ла был ҡоралдарҙа яратып халыҡ көйҙәрен уйнайҙар. “Гөлъямал” халыҡ йыры иһә күптәрҙе хисләндерҙе. Шундай өмәләрҙә ауыл егеттәре үҙҙәре күҙ атҡан ҡыҙҙарға орсоҡ яһап бүләк итер булған. Был күренеште лә ағинәйҙәр матур атҡарҙы, орсоҡ эйәһенә төрлө теләктәрен еткерҙе.

Бына шундай иҫ киткес тамаша әҙерләгәйне абдуллалар. Килгән ҡунаҡтар зауыҡлы, нәҡ ошо төбәк башҡорттарына хас булған аллы-гөллө нағыштар менән биҙәлгән кейемдәрҙәге уңғандар менән иҫтәлеккә фото төшөп, ыңғай тәьҫораттар менән таралышты.
 –  Иҫ киткес байрам булды. Хатта күҙ алдында үҙемдең өләсәй-инәйҙәр пәйҙә булған кеүек тойолдо, шул ваҡыттар һағындырып, беҙҙе бала саҡҡа алып ҡайтты, күҙ йәштәремә мансылып сығып киләм, –  тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты депутатыбыҙ Светлана Туразянова.
Был арала урамда йыр-моң, уйын-көлкө өҙөлмәне, йәш-елкенсәк, бала-саға төрлө бәйгеләрҙә ихлас ҡатнашты. Кемдер уҡтан ата, кемдер тулы биҙрәле көйәнтәләр менән ярыша. Әйтеп үтергә кәрәк, был сараны район мәҙәниәт һарайының автоклуб бригадаһы ла йәмләп-биҙәп торҙо. Шулай итеп, бар нескәлектәрҙе, муйынсаҡтағы мәрйендәй теҙеп, ойошҡан итеп алып барыуға ирешкән Ҡараяр ауыл биләмәһе башлығы Рәйсә Солтанованың һәм уның эшлекле командаһының фиҙакәр хеҙмәте ярылып ята.

– Абдулла – тыуған ауылым. Ауылдаштарымдың сәләмәт тормош алып барыуы өсөн ғорурланам. Күмәкләшеп магазин-кибеттәрҙә спиртлы эсемлектәр һатыуҙы тыйҙыҡ, шуға ла халҡыбыҙ айыҡ, аҡыллы, иманлы, күркәм донъя көтөргә ынтыла. “Өлгөлө башҡорт ғаиләһе” төбәк конкурсында беҙҙең ауылдан Илмира һәм Илфат Шәйхинуровтар “Ғаилә кәсебе” номинацияһында 2-се урынға лайыҡ булды. Был ауылдаштарымдың уңғанлығы, бөтмөрлөгө тураһында һөйләй, – ти Рәйсә Тимерғәле ҡыҙы.

Халҡыбыҙҙың боронғо йолалары өлгөләре тураһында бай мәғлүмәт алып, тәжрибә уртаҡлашып, илһамланып, матур тойғолар менән таралышты байрамға килеүселәр", - тип яҙа Гөлнара СОЛТАНОВА.

Фотолар: Гөлнара Солтанова. 

Абдуллала - орсоҡ байрамы
Абдуллала - орсоҡ байрамы
Абдуллала - орсоҡ байрамы
Абдуллала - орсоҡ байрамы
Абдуллала - орсоҡ байрамы
Автор:Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас: