Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт донъяһы
26 Ноябрь , 09:00

Ҡот ҡойоусы Дилара апай

Дилара Рафиҡова ҡулланған боронғо сүмес Ғабдулла Сәиди олатаһынан ҡалған.

Ҡот ҡойоусы Дилара апай
Ҡот ҡойоусы Дилара апай

Сирлеләр бөтә мөмкинлекте лә ҡулланырға әҙер. Бөгөн медицина ни тиклем көслө булһа ла, халыҡ табиптарына мөрәжәғәт итеүселәр әле лә бар. Шуларҙың береһе - Дилара Рафиҡова Сибай ҡалаһында йәшәй.

Дилара Мөхөтдин ҡыҙы Рафиҡова ла абруйлы нәҫелдән. Олатаһы (әсәһенең атаһы) әүлиә Әнүәр хәҙрәт – данлыҡлы Мөжәүир хәҙрәттең остазы Ғабдулла ишан Сәидиҙең улы. Әсәһе Зәйтүнә апай — тирә-яҡта билдәле халыҡ табибы. Ул бигерәк тә кендек әбейе булараҡ киң танылыу алған. Дилара әсәһенән ҡот ҡойоу, тәнде һылау, эсте, мейене ултыртыу, өшкөрөү кеүек имләүҙе үҙләштергән. Әйткәндәй, Зәйтүнә апайҙың был шөғөлө биш ҡыҙына күскән: өлкән ҡыҙы Мәзүнә Өфөлә Тибет медицинаһы буйынса кешеләрҙе ҡабул итә, Хәмдиәне күптәр оҫта массаж яһаусы булараҡ белә, Гөлназ да ярҙам һорап килеүсе­ләрҙе дауалай. Төпсөк һеңлеләре Гөлсирә генә әле бындай эшкә тотонорға баҙнат итмәй. Ваҡыты еткәс, уның ҡулының шифаһын күптәр татыр әле, тип йылмая Дилара апай.

Әсәләренең доғаларының тылсымы, ҡулдарының име бөгөн ҡыҙҙарына ла күскән, күптәр уларҙың шифаһын татып та өлгөргән инде.

Шуныһы иғтибарға лайыҡ: Дилара Мөхөтдин ҡыҙы ҡулланған боронғо сүмес Ғабдулла Сәиди олатаһынан ҡалған.

– Кешегә ҡот ҡойһаң, уның йөҙө нурланып, хәле еңеләйеп китә, – ти Дилара апай. – Уны төрлө ерҙә төрлөсә ҡоялар. Теләге булған һәр кем бындай имләүҙе башҡара ала, тик ул биш намаҙын ҡалдырмаҫҡа, саф, иманлы булырға тейеш, юғиһә ауырыуҙың бөтә гонаһтары үҙенә күсә.

Ҡот ҡойоу өсөн ауырыуҙы, башына яулыҡ ябындырып, ҡиблаға ҡаратып ултыртаһың. Бисмиллә­һир-рәхмәнир-рахим, тип сирленең башынан тотоп, “Фатиха”, “Кәүсәр”, “Ҡонот”, “Салауат” сүрә-доғаларын уҡыйһың. Бәләкәй сүмескә ҡурғаш киҫәген һалаһың, өҫтөнә аҙ ғына май тамыҙып, утҡа иретергә ҡуяһың. Артабан төрлө һамаҡ әйтеп, ирегән ҡурғашты ҡурҡҡан кешенең баш өҫтөндә тотоп, һалҡын һыулы сеүәтәгә ҡояһың. Ҡурғаш һыуға шыжлап төшә, кеше нимәнән ҡурҡҡан, шуның һыны ята. Ҡотто йөрәк рәүеше төшкәнсе, өс тапҡыр һалалар. Сир аҙған осраҡта күберәк тә һалаһың. Ҡурғаш йөрәк һыны булып төшкәс, уны алып, ҡот ҡойҙороусының ауыҙына ҡаптыра­лар, сеүәтәләге һыуҙы ике-өс ҡалаҡ эсерәләр ҙә артабан уның күҙ-башын йыуалар, йөрәк тапҡырына һөртәләр. Төшкән ҡотто, йәғни ҡур­ғашты, ауырыуҙың үҙенә бирәләр.

Ҡасандыр “иҫкелек ҡалдығы” тип юҡҡа сығарылыуға һәм халыҡ араһында уны ҡулланыуҙы тыйыуға ҡарамаҫтан, йәшерен рәүештә булһа ла халыҡ медицинаһының ҡайһы бер йүнәлештәре һаҡланып ҡалған, халыҡ дауаланыусылары һәм имселәр булған. Уларҙың ярҙамына һәм дауаһына мөрәжәғәт итергәме-юҡмы икәнлеген һәр кем үҙе хәл итә.

Автор фотоһы

Автор:Карима Усманова
Читайте нас: