Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
2 Апрель 2019, 17:13

Төҙөүсе, механик, бухгалтер һәм электрик...

Ярты быуатлыҡ тарихы булған колледж белгестәрҙе лә, шәхестәрҙе лә тәрбиәләй.

Ярты быуатлыҡ тарихы булған колледж белгестәрҙе лә, шәхестәрҙе лә тәрбиәләй.
Ярты быуат дауамында Башҡортостандың төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ тармағына белгестәр әҙерләүсе уҡыу йортона 1968 йылда нигеҙ һалынған. Уны тамамлаған 16 меңдән ашыу техник-төҙөүселәр, газсылар, электрик һәм сантехниктар, бухгалтер-юристар, механиктар бөгөн республикала ғына түгел, Рәсәйҙә, хатта сит илдәрҙә лә уңышлы эшләп йөрөй.
Бында сифатлы белем һәм тәрбиә алыу, ижади үҫешкә өлгәшеү өсөн уңайлы шарттар булдырылған. Уҡыу йорто студенттары республика һәм ҡала күләмендә үткәрелгән мәғариф, спорт, мәҙәни олимпиада-бәйгеләрҙә, фәнни конференцияларҙа әүҙем ҡатнашып, йыш ҡына лайыҡлы урындар биләй. Һөнәри белем биреү сифатын “Йәш профессионалдар” хәрәкәтендәге юғары һөҙөмтәләр ҙә дәлилләй. Колледжды тамамлаусылар араһында республиканың, илдең күп кенә төбәктәрендә урынлашҡан ҙур предприятие-заводтарҙа етәксе булып эшләүселәр ҙә бар, ябай белгестәр ҙә бөгөн уҡыу йорто данын тирә-яҡҡа таратып, хеҙмәт өлгөһө күрһәтә.
Учреждение ҡаҙаныштарының нигеҙен, әлбиттә, юғары квалификациялы уҡытыусы­ларҙың һәм колледж етәкселегенең көндәлек даими хеҙмәте тәшкил итә. Улар һәр саҡ эҙләнеүҙә, яңырыу юлында. Октябрьский коммуналь-төҙөлөш колледжы, “Рәсәйҙең иң яҡшы колледждары” милли конкурсы лауреаты ла, ә директоры Рифмир Рәхмәтулла улы Мәрҙәмшин иһә “Рәсәйҙең урта һөнәри белем биреү лидеры” маҡтаулы билдәһенә лайыҡ булған.
2002 йылдан учреждение эшмәкәр­легенең төп йүнәлеше һаналған уҡытыу-методик эшенә директорҙың уҡыу-уҡытыу буйынса урынбаҫары Лилиә Шәйхетдинова етәкселек итә. Бөгөн колледжда “Рәсәй халҡына – арзан һәм уңайлы торлаҡ” өҫтөнлөклө милли проектына юғары квалификациялы белгестәр әҙерләүҙә инновациялы технологиялар ҡулланыу” инновациялы белем биреү программаһы уңыш­лы тормошҡа ашырыла. Ул төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ тармағы өсөн белгестәр әҙерләү сифатын үҫтереүҙе кү­ҙаллай. 2013 йылда колледж, инновациялы белем биреү программаһын индереү буйынса республика конкурсында еңеү яулап, Башҡортостан Хөкүмәтенең дәүләт ярҙамы — 11 миллион һум грант алыуға өлгәшә.
Методист Сания Ғәзиева етәкселегендә һәр педагогтың эшен күҙ уңында тотҡан мәғлүмәттәр базаһы ла ойошторолған. Йыл һайын “Иң яҡшы мөдир”, “Иң яҡшы уҡы­тыу­сы”, “Иң яҡшы класс етәксеһе” төркөм­дәре буйынса һөҙөмтәләр яһала. Уҡыусы­ларға хәрби-патриотик тәрбиә биреү өҫтөн­дә оҙаҡ йылдар яугир-интернационалист, педагог Илнур Хәләпов ҙур көс һала. Ул егеттәрҙе Рәсәй Ҡораллы Көстәрендә хеҙ­мәт итеүгә әҙерләүсе, уларға Ватан һәм ил алдындағы изге бурысты үтәү мөһим­леген төшөндөрөүсе лә була. Бөгөн хаҡ­лы ялда, әммә хөрмәтле педагог йәш уҡы­тыусы Рөстәм Әбделҡәйүмовҡа һәр ваҡыт ярҙамға килеп, кәңәштәрен биреп, уҡыусы­ларҙа хәрби хеҙмәткә һөйөү тәрбиәләй.
— Беҙҙә ҙур һөнәри оҫталыҡҡа һәм ижади һәләткә эйә булған берҙәм коллектив туп­ланған, улар ысын мәғәнәһендә үҙ эшенең оҫтаһы. Һәр педагог, төрлө хо­лоҡло балалар менән уртаҡ тел булдырып, уларҙың күңеленә асҡыс таба белеүе менән ҡәҙерле, — ти Рифмир Рәхмәтулла улы. — Уҡыусылар ҙа, шөкөр, киләсәккә ҙур план­дар ҡороп, яҡты уй-хыялдар менән йәшәй.
Дөйөм ятаҡ тормошон йәмләндереү һәм йәнләндереү, йәштәр араһында тыныс мөнәсәбәт булдырыу, ял ваҡыттарын күңелле һәм файҙалы итеп ойоштороуҙа тәрбиәселәр Гөлсинә Ноғоманова менән Гөлсирә Ахунованың хеҙмәте маҡтауға лайыҡ. Педагог-ойоштороусы Ринат Хәләпов та уҡыусылар араһында “Колледж активы” исемле ижад коллективы ойоштороп, төрлө байрам сараларында, кисәләрҙә әүҙемлек күрһәтә. Студенттар спорт менән дә дуҫ, әлбиттә, был үҙ сиратында уларҙы физик яҡтан ғына сыныҡтырып ҡалмай, ә рухи һәләттәрен дә нығыта. Егет һәм ҡыҙҙар әҙәп-әхлаҡи яҡтан, хеҙмәт һөйөүсәнлек кеүек сифаттарға эйә була. Физик тәрбиә биреү уҡытыусыһы Зәйтүн Хәбибуллин тәрбиәләнеүселәре республикала, ҡалала үткәрелгән спорт ярыштарынан ситтә түгел. Шуныһы мөһим: бында спорт һөйөүселәр өсөн уңайлы шарттар булдырылған, волейбол, баскетбол, футбол майҙансыҡтары эшләй, гимнастика менән шөғөлләнеүселәр өсөн иркен спорт залы ҡаралған.
2014 йылда колледжға 4-се һөнәрселек училищеһы ҡушылғандан һуң студенттар ете специальность һәм биш һөнәр буйынса белем ала башлай. Шул уҡ осорҙа уҡыу йорто Рәсәйҙең иң яҡшы 100 колледжы исемлегенә инә. Квалификациялы эшсе һәм хеҙмәткәрҙәр әҙерләү бүлегендә уҡыу­сылар белгес-төҙөүсе һөнәрен үҙләштерә. Студенттар һәм педагогтар уңышлы эшмә­кәрлек һөҙөмтәләре менән әленән-әле колледж тарихын байыта. Информатика уҡытыусыһы Ольга Торгашова, мәҫәлән, “2018 йыл уҡытыусыһы” төбәк конкурсында беренсе урын яулап, Октябрьский ҡалаһы данын лайыҡлы яҡлауға өлгәшкән. “Шөкөр, беҙҙең уҡыусылар ҙа, остаздарынан өлгө алып, төрлө ярыш-бәйгеләрҙә ҡатнашып, призлы урындар яулай, — ти колледж директоры Рифмир Рәхмәтулла улы. — Улар киләсәктә республикабыҙҙың ғына түгел, ә илебеҙҙең төрлө предприятиеларына эшкә урынлашып, яҡшы ғына хеҙмәт өлгөһө күрһәтеүгә өмөт ҙур”.
Практика — уҡыу-уҡытыу системаһының бер мөһим өлөшө. Нәҡ ғәмәли тәжрибә барышында теорияла ғына түгел, ә көндә­лек хеҙмәттә лә үҙен лайыҡлы күрһәтәсәк юғары квалификациялы белгес әҙерләнә. Колледж ҡала, республика һәм күрше төбәктәрҙәге күп предприятиелар менән йылы мөнәсәбәт булдырып, оҙаҡ йылдар инде хеҙмәттәшлек итә. Предприятиеларҙа практика үтеүсе студенттар заманса йыһазландырылған һәм матди-техник базаһы ныҡлы булған лабораторияларҙа, оҫтаханаларҙа тәүге хеҙмәт сынығыуы үтә.
— Колледждың исеме республикала ғына түгел, хатта сит төбәктәрҙә лә танылыу алған. Шуға күрә беҙ киләсәктә лә ышаныс­лы аҙымдар менән эшмәкәрлегебеҙҙе дауам итеп, яңынан-яңы бейеклектәргә ынты­ласаҡбыҙ, – ти абруйлы колледж директоры Рифмир Рәхмәтулла улы Мәрҙәмшин.
Читайте нас: