Сара “Торатау” конгресс-холында Башҡортостандың 100 йыллығына арнап ойоштороласаҡ. Оло йыйынға Рәсәй һәм, әлбиттә, Башҡортостан мәктәптәрендә эшләгән башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары, уҡытыу туған телдә алып барылған дөйөм белем биреү учреждениеларының директорҙары, ҡала һәм район хакимиәттәренең мәғариф идаралыҡтары белгестәре, юғары уҡыу йорттарынан вәкилдәр, йәмәғәт эшмәкәрҙәре һәм башҡа вәкилдәр ҡатнаша.