Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
3 Апрель 2019, 13:59

Балалар баҡсаһы тәрбиәселәренә – 50 мең һум

Балалар баҡсаһы тәрбиәселәренән кемдәргә шунса аҡса тейеш һуң? Республиканан биш кешегә.

Балалар баҡсаһы тәрбиәселәренән кемдәргә шунса аҡса тейеш һуң? Республиканан биш кешегә.
Л. С. Выгодский исемендәге өсөнсө Бөтә Рәсәй конкурсына илдең 84 төбәгенән 4700-ҙән ашыу ғариза бирелгән була. Уның 193 еңеүсеһе 50-шәр мең һумға лайыҡ булды.
Башҡортостандан был бүләк Сибайҙың “Әкиәт” балалар баҡсаһынан Н. Горьковаға, Салауат ҡалаһының 36-сы баҡсаһынан О. Макароваға, Өфөнөң 326-сы баҡсаһынан Г. Вәлиеваға, 299-сы баҡсаһынан Э. Горбушинаға, 34-се баҡсаһынан О. Беляковаға тейеш.