Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
3 Апрель 2019, 15:46

Меңгә яҡын уҡытыусының ҡатнашыуы көтөлә

“Башинформ” мәғлүмәт агентлығында республиканың 100 йыллығына арналған Бөтә Рәсәй башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының I съезы айҡанлы (10–12 апрель) матбуғат конференцияһы ойошторолдо.

“Башинформ” мәғлүмәт агентлығында республиканың 100 йыллығына арналған Бөтә Рәсәй башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының I съезы айҡанлы (10–12 апрель) матбуғат конференцияһы ойошторолдо.
– Бөтәһе 800 тирәһе делегатты көтәбеҙ, – тине Башҡортостандың мәғариф министры вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Айбулат Хажин. – Иң әүҙем уҡытыусыларҙы исемлеккә индерҙек. Әлбиттә, туған телдәр буйынса методистар һөйләшеүҙә мотлаҡ ҡатнашасаҡ. Бер нисә фекер алышыу майҙансығы эшләйәсәк, педагогтарҙың һәр һүҙе беҙҙең өсөн ҡиммәт. Съезда башҡорт теле һәм әҙәбиәтенә ҡағылған бөтә мәсьәләләр ҙә ҡараласаҡ.
Айбулат Вәкил улы билдәләүенсә, Бүрәт, Саха (Яҡут), Төньяҡ Кавказ республикаларынан ҡунаҡтарҙың килеүе көтөлә. Хатта сарала Ҡаҙағстан һәм Ҡырғыҙстандан да вәкилдәр ҡатнашырға теләк белдергән.
Читайте нас: