Баймаҡ районының Темәс дөйөм белем биреү мәктәбенең башланғыс кластар уҡытыусыһы Рәғиҙә Асаинова балаларға белем биреүҙә яңыса алымдар ҡуллана.
Уҡытыусы әйтеүенсә, хәҙерге көндә уҡыусыларҙа традицион алымдар менән генә дәрескә ҡыҙыҡһыныу уятыуы ҡыйын. Шунлыҡтан был йүнәлештә ул ныҡ эҙләнә, төрлө методикаға мөрәжәғәт итә.
— Сингапур методикаһының нигеҙе — уҡыусыларҙы тормошта йәшәү серенә төшөндөрөү. Уҡыусылар йәмғиәтте үҫтереүгә үҙ өлөшөн индерһен өсөн, уларҙы командала эшләү, хеҙмәттәшлек итеү, уйлай белеү, үҙ фекерен әйтә алыу, креатив уйлау серҙәренә төшөндөрөргә кәрәк. Ғәҙәттә, беҙҙең дәрестә бер-ике уҡыусы яуап бирә, ә ҡалғандары тик ултыра. Сингапур методикаһы буйынса уҡыусылар дүртәрләп төркөмгә бүленеп ултыра, йәғни балалар команда менән эшләй, һорауға яуап биргәндә барыһы ла үҙ фекерен әйтә, көслөрәк уҡыусылар ярҙам итә. Был дәрестә бер кем дә ситтә ҡалмай. Шулай уҡ был алым бер-береңә ихтирам менән ҡарау сифаттарын да тәрбиәләй. Сингапур методикаһы балаларға оҡшай: уларҙың дәрескә ҡыҙыҡһыныуы, белемдәре артты, — ти Рәғиҙә Риф ҡыҙы.
Балаларға ҡыҙыҡлы дәрестәр биреү, ата-әсәләр менән ныҡлы бәйләнеш булдырыу, мәктәп тормошонда үткәрелгән сараларҙа тотош класс менән әүҙем ҡатнашыуҙан тыш, Рәғиҙә Асаинова 2007 йылдан алып директорҙың башланғыс кластар буйынса урынбаҫары вазифаһын башҡара.
Сығышы менән таланттарға бай Сыңғыҙ ауылында донъяға килгән ҡыҙ бәләкәйҙән уҡытыусы булырға хыяллана. Ата-әсәһе лә – ғүмере буйы балаларға белем биргән хөрмәтле мәғариф ветерандары. Ә олатаһы Хөрмәт Байегетов — Таулыҡай ауылындағы иң абруйлы уҡытыусыларҙың береһе. Шуға күрәлер ҙә Рәғиҙә Асаинова, уҡытыусылар династияһына тоғро ҡалып, туғыҙынсы класты тамамлағас, документтарын Сибай педагогия училищеһына тапшырғандыр. Тап ошонда буласаҡ тормош иптәшен осрата һәм, диплом алғас та, Йылайыр егете Мансур Асаинов менән ғаилә ҡора.
Йәштәр тәүҙә хеҙмәт юлын Йылайыр районының Надеждинск мәктәбендә башлай. Ситтән тороп Магнитогорск дәүләт педагогия университетын тамамлайҙар һәм 2004 йылдан Темәс урта мәктәбендә балаларға белем бирәләр.
— Һөíәðемде бик яратам, көн дә дәрескә ашҡынып киләм, — тип һүҙен дауам итә әңгәмәсем. – Һәр бала үҙенсәлекле талантҡа эйә. Ошо һәләттәрен асыуға һәм үҫтереүгә ҙур иғтибар бүләм. Һөҙөмтәлә уҡыусыларым район, республика конкурстарында әүҙем ҡатнаша. Интернет аша ойошторолған төрлө бәйгеләрҙә һәр саҡ сығыш яһайбыҙ. Шулай уҡ улар спортта ла, йыр-бейеүҙә лә алдынғылыҡты бирмәй. Уларҙың күңелендә үҙ-үҙенә ышаныс, ихтыяр көсө тәрбиәләү айырыуса мөһим тигән фекерҙәмен.
Талапсан һәм үҙ эшен яратҡан уҡытыусы Рәғиҙә Асаинова тормош иптәше Мансур Сөләймән улы менән өс балаға ғүмер биргән. Оло улдары Илсур Өфө авиация институтының магистратураһында уҡый, Зөлфиә — туғыҙынсы класта, ә бәләкәс Ғәзизгә әле дүрт кенә йәш.