Башҡортостан Хөкүмәте йортонда Премьер-министр урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Ленара Иванова менән “Бөтә Рәсәй мәктәп спорты федерацияһы” президенты Ирина Роднина төбәктең белем биреү учреждениеларында физик культураны үҫтереү тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйҙы.
Ирина Роднина белдереүенсә, Башҡортостан – мәктәп спорт клубтарын үҫтерә башлаған тәүге төбәктәрҙең береһе.
Ленара Иванова әйтеүенсә, республика, һис шикһеҙ, спорттың төрлө төрҙәре буйынса мәктәп спорт лигаларын булдырыу проектына әүҙем ҡушыласаҡ. “Беҙҙең төп маҡсат – балаларҙан гаджеттарҙы “тартып алыу” һәм спортҡа йәлеп итеү. Ирина Роднина тәҡдим иткән проект сәләмәтлек өсөн файҙалы, балаларҙа командалыҡ рухы тыуҙырасаҡ”, – тине ул.
Килешеү биш йыл ғәмәлдә була, яҡтар уны өҙөргә теләмәһә, автоматик рәүештә оҙайтыласаҡ.