Парламент ултырышында төбәк етәксеһе Радий Хәбиров хәбәр итеүенсә, быйыл Башҡортостанда 21 мәктәп, шул иҫәптән балалар баҡсаһы менән берләштерелгән 11 белем усағы төҙөү күҙаллана.
– Былтыр федераль ресурстар йәлеп итеү иҫәбенә Стәрлетамаҡта ҙур мәктәп һалынды. Тағы ла өс мәктәп асылды, шуларҙың береһендә балалар баҡсаһы ла бар. Өлкән кластар араһында “Ос” проекты тормошҡа ашырыла. Балаларҙың һәләтен үҫтереү өсөн шарттар тыуҙырыу маҡсатында мәктәптәрҙе биш көнлөк уҡыу аҙнаһына күсереү йәһәтенән эш башланды, – тине Радий Хәбиров.
Республиканың 100 йыллығына әҙерлек нигеҙендә биш мәҙәниәт йорто төҙөлдө һәм реконструкцияланды, 15-е модернизацияланды. Былтыр төбәктә биш спорт объекты сафҡа индерелде.
2020 йылда “Спорт – йәшәү нормаһы” төбәк проектына федераль ҡаҙнанан 200 миллион һум самаһы аҡса йәлеп итеү күҙаллана.