Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
12 Апрель 2019, 17:39

Башҡорт телен яҡшы белһәң - 50 мең һум?

Башҡорт теле уҡытыусыларының I Бөтә Рәсәй съезы барышында башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара олимпиада һәм республика “Урал батыр” конкурсы еңеүселәренә төбәк Башлығының махсус премияһын булдырырға тәҡдим ителде.

Башҡорт теле уҡытыусыларының I Бөтә Рәсәй съезы барышында башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара олимпиада һәм республика “Урал батыр” конкурсы еңеүселәренә төбәк Башлығының махсус премияһын булдырырға тәҡдим ителде. Премияның күләмен 50 мең һум итеп, уны 20 уҡыусыға тапшырыу күҙаллана. Был хаҡта үҙ сығышында республиканың мәғариф министры вазифаһын башҡарыусы Айбулат Хажин белдерҙе.
Шулай уҡ башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара олимпиадала еңеү яулаған уҡыусыларға юғары уҡыу йорттарына ингәндә өҫтәмә балл булдырыу тәҡдиме лә яңғыраны. Бының өсөн башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса олимпиаданы Бөтә Рәсәй олимпиадалары исемлегенә индерергә кәрәк, тип билдәләне мәғариф министры вазифаһын башҡарыусы.