Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
12 Апрель 2019, 11:24

Бергә булһаҡ, булдырабыҙ

Беҙҙең Исмаил урта мәктәбенә бер нисә йыл Илшат Сөнәғәтов етәкселек итте. Ул эшләгән осорҙа уҡыу усағына йылы бәҙрәф эшләнеләр. Ата-әсәләрҙең дә, уҡытыусыларҙың да рәхмәте ҙур булды уға. Ямғырлы көндәрҙә түбәнән мәктәп эсенә диуарҙар буйлап һыу аға ине. Ир-егет уҡытыусылар дәрестәрҙән һуң ҡалып, директор етәкселегендә түбәләрҙе йүнәтте. Һанап китһәң, тағы ла бик күп файҙалы эштәр атҡарылды.

Беҙҙең Исмаил урта мәктәбенә бер нисә йыл Илшат Сөнәғәтов етәкселек итте. Ул эшләгән осорҙа уҡыу усағына йылы бәҙрәф эшләнеләр. Ата-әсәләрҙең дә, уҡытыусыларҙың да рәхмәте ҙур булды уға. Ямғырлы көндәрҙә түбәнән мәктәп эсенә диуарҙар буйлап һыу аға ине. Ир-егет уҡытыусылар дәрестәрҙән һуң ҡалып, директор етәкселегендә түбәләрҙе йүнәтте. Һанап китһәң, тағы ла бик күп файҙалы эштәр атҡарылды.
Ҡыҫҡаһы, Илшат Ғәлимйән улы нимәгә тотонһа ла ҡулынан килә. Ул ваҡытта башҡорт теле һәм әҙәбиәте бүлмәһенең ишеге лә бикләнмәй, ноутбугым да юҡ ине. Был минең кабинет булғас, директорға зарланырға индем. Тыңлап ултырҙы ла: “Ҡаҙнала аҡса юҡ, уйларға кәрәк”, – тине. Бер көн өйҙә телевизор ҡарап ултырам, Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Фәрит улы Хәбировтың беренсе Президентыбыҙ Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимов менән һөйләшеүе бара. Иртәгәһенә Илшат Ғәлимйән улына: “Әйҙәгеҙ, Мортаза Ғөбәйҙулла улына башҡорт теле һәм әҙәбиәте кабинетын йыһазландырыуҙа ярҙам һорап хат яҙайыҡ”, – тинем. Ул ҡаршы килмәне. Мәғариф идаралығы хеҙмәткәрҙәре лә хупланы, ә район башҡорттары ҡоролтайы етәксеһе Гөлшат Хөсәйенова: “Ятып ҡалғансы, атып ҡалырға кәрәк”, – тине. Хатҡа уҡыусыларыбыҙҙың, үҙебеҙҙең ҡаҙаныштарыбыҙҙы ла бермә-бер теҙеп яҙып, “УРАЛ” хәйриә фондына тапшырҙыҡ. Бер нисә тапҡыр барып һөйләшкәндән һуң, улар беҙгә ярҙам итергә риза булды. Кәрәкле ҡағыҙҙар тултырылғас, мәктәбебеҙҙең башҡорт теле һәм әҙәбиәте кабинетына 97 мең һум аҡса күсерелде. “Республикабыҙҙың 100 йыллығы хөрмәтенә бирелгән бүләк тип ҡабул итегеҙ”, – тине фонд хеҙмәткәрҙәре.
Бүленгән аҡсаға төҫлө телевизор, принтерҙар (өс төрлө), бүлмәгә 11 мең һумлыҡ тимер ишек, ноутбук һәм башҡа уҡыу кәрәк-ярағы алып ҡыуандыҡ. Улай ғына ла түгел, барған һайын буш ҡул менән ҡайтарманылар: әҙәби китаптар, биштәрҙәр, футболкалар ҙа биреп ебәрҙеләр. Мәктәптә үткән Туған телдәр айлығын япҡанда “Тау-тау хәбәр”ҙә әүҙем ҡатнашҡан иң алдынғы уҡыусыларға хәйриә фондының бүләктәрен тапшырҙыҡ, быға ата-әсәләр ҙә бик шат булды.
Мәктәп коллективы, уҡыусылары, уның бөгөнгө директоры Илиза Ғәбделбарый ҡыҙы Минәжева исеменән иң беренсе сиратта Илшат Ғәлимйән улына (ул әле – Иванай мәктәбе етәксеһе), мәғариф идаралығы хеҙмәткәрҙәренә, Гөлшат Хөсәйеноваға беҙҙең эште хуплап, ярҙам иткәндәре өсөн рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ. “УРАЛ” хәйриә фонды етәксеһе Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимовҡа һәм уның командаһына эштәрендә уңыштар, һәр көндәре шатлыҡтар менән килеүен, ҡаҡшамаҫ сәләмәтлек, рух ныҡлығы теләйбеҙ.
“Беҙ бергә булһаҡ, булдырабыҙ”. Радий Фәрит улының ошо һүҙҙәре беҙҙең эштең девизы булды.
Дүртөйлө районы
Читайте нас: