Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
12 Апрель 2019, 12:30

Нисек яҙырға?

Һаман да Хоҙайбирҙин васыятын тормошҡа ашыра алмайбыҙ.

Һаман да Хоҙайбирҙин васыятын тормошҡа ашыра алмайбыҙ.


Һәр халыҡтың иң ҡәҙерле байлығы – уның Тыуған ере, туған теле. Башҡорт халҡының төйәге – Башҡортостан. Халҡыбыҙ ошо Башҡорт иле өсөн көрәшкән, ҡан ҡойған, киләсәген ҡайғыртҡан.


Үкенерлек булмаһын


Халҡыбыҙҙың күбеһе ауыл ерендә йәшәй. Үҙегеҙ беләһегеҙ, унда эш юҡ, ир-егеттәребеҙ айҙар, йылдар буйы ҡайтмай, ғаиләләренән айырылып ситтә эшләй. Ошо сәбәптән күп кенә ғәиләләрҙә балалар атайһыҙ үҫә. Республикабыҙ ҡалаларында шөғөл табыуы бик ауыр.


Һуңғы тиҫтә йылда ҡайһы бер етәкселәр эргә-тирәһен туған-тыумасаһы, ҡоҙа-ҡоҙағыйҙары менән уратып алды. Шуға ла яңы төбәк Башлығы Радий Хәбиров­тың “район һәм ҡала етәкселәре ике мөҙҙәттән ашыу эшләргә тейеш түгел” тигән фекерен хуплайбыҙ.


Республикала дәүләт статусына эйә булыуға ҡарамаҫтан, башҡорт телен мәктәптәрҙә уҡытыуҙың ҡыҫҡартылыуы ла беҙҙе борсоуға һала. Алдыбыҙҙа ниндәй генә ауырлыҡтар булыуға ҡарамаҫтан, эшләргә лә эшләр­гә кәрәк беҙгә. Мөмкинлектәр бар, тик беҙгә берҙәм булыу мөһим. Аҙаҡ үкенерлек булмаһын. Бөтәһе лә үҙебеҙҙең ҡулда.


Башҡортостан Республика­һының автономия яулауына – 100 йыл. Ошо осорҙа халҡыбыҙ ниндәй генә үҙгәрештәр, ауыр­лыҡтар, шатлыҡтар, борсолоуҙар, тетрәнеүҙәр кисермәгән. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, башҡорттар башҡа халыҡтар менән тиң һәм татыу йәшәүен дауам итә.


Әле беҙҙе милләтебеҙҙең һан яғынан кәмеү ихтималы борсой. Ҡатнаш никахтар арта, һәм улар­ҙа бик һирәктәр балаларын баш­ҡорт тип яҙҙырта, егеттәребеҙ ауылда буйҙаҡ йөрөй, халҡыбыҙ көслө ассимиляцияға дусар.


Төньяҡ-көнсығыш, көнбайыш райондарҙа элек башҡорттар йәшәгән ауылдарҙағы халыҡ яҙмышы борсой, уларҙа йәшәгән башҡорттар бүтән милләткә күсеп бөтөп бара. Ысынбарлыҡта был яҡтарҙа башҡорттар күп йәшәгән, быны тарих биттәре лә иҫбатлай.


Беҙгә һәр ваҡыт “республи­кабыҙҙың төньяҡ-көнбайышында йәшәгән халыҡтың аралашыу теле – башҡорт теленең бер диалекты” тип әйтеп килделәр. Шулай булғас, ни өсөн ундағы башҡорттар диалектында гәзит-журналдар сығарылмай, мәктәп­тәрҙә туған тел уҡытылмай?


Был яҡтарҙа үҙҙәренең баш­ҡорт­лоғонан баш тартмағандар күп. Шәжәрәләр төҙөп, күп кенә милләттәштәребеҙ үҙ тамыр­ҙарын асыҡланы һәм тарихи асылына кире ҡайтты.


Республикабыҙҙың төньяҡ райондарындағы башҡорт тамырлы милләттәштәребеҙҙең оранын ишетмәйбеҙ йә ишетһәк тә, күрмәмешкә һалышабыҙ.


Әҙәби тел мәсьәләһе


1920 йылдың 28 мартында Башҡортостан Ревкомы пленумы башҡорт һәм рус телдәрен дәүләт телдәре тип иғлан итә. 1921 йылдың 9 апрелендә Башҡорт әҙәби теленең нигеҙе итеп Ҡыуаҡан диалектын алалар. Башҡортостан автономияһы ойошторолған биләмәләрҙә, әлбиттә, ул һөйләштә аралашҡан башҡорттар күпсе­лекте тәшкил итә, шуның өсөн дә был диалект башҡорт халҡының әҙәби теле итеп билдәләнә. Юрматы диалекты үҫешә алмай.


Оло Башҡортостан төҙөлгән­дән һуң, Ҡыуаҡан диалекты аҙсылыҡта ҡала. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, беҙҙең республика етәкселәре, интеллигенцияһы, ғалимдары әҙәби дәүләт телен яңынан ҡарау мәсьәләһенә иғтибар итмәй.


1950 йылда Башҡортостанда әҙәби тел мәсьәләһен йәнә күтәреп сығалар, тик был эш аҙағынаса еткерелмәй. 1925, 1937, 1978, 1993 йылдарҙа Башҡорт­остан Республикаһының Төп законы яңынан ҡарала һәм үҙгәрештәр индерелә. Тел мәсьә­ләһенә килгәндә, Башҡорт­останда рус һәм башҡорт телдәре дәүләт телдәре булып һаҡлана. Тик әҙәби тел үҙгәрешһеҙ ҡала.


Ҡыуаҡан диалекты Оло Баш­ҡорт­останда башҡа диалектта һөйләшкән башҡорттарға үтеп инмәне, башҡорт диалекттарын берләштереү теленә әүерелә алманы. Тик эргә-тирәләге ауыл, райондарға ғына тәьҫир итә алды.


Диалект мәсьәләһе, халҡы­быҙҙы берләштерә алма­ғанын белә тороп, ниңә ошо көндәргә тиклем һуҙылды, ошо сәбәпле меңәрләгән милләт­тәшебеҙҙе юғалттыҡ...


Элекке Ҡыуаҡан диалекты ла бик күп үҙгәреш кисерә. Заманында, татар теленән алыҫыраҡ булһын тип, нисек теләнеләр – шулай үҙгәрттеләр. Күп һүҙҙәрҙе боҙоп, “башҡорт” телен барлыҡҡа килтерҙеләр. Сөләймән – Һөләй­мән, солдат – һалдат һәм башҡа һүҙҙәр. Күп кенә башҡорттарҙың телмәренә иғтибар иткәндә лә, уларҙың “-лар” менән һөй­ләшеүен ишетәбеҙ.


Төньяҡ-көнсығыш, көнбайыш башҡорттары, шулай уҡ Барҙа, Силәбе төбәктәрендә йәшәгән милләттәштәребеҙҙең күбеһе элекке ата-бабаларыбыҙҙың боронғо диалектында һөйләшә. Ни өсөн боронғо башҡорт теле тимен, сөнки архив документтарын асып ҡараһаң, унда Барҙа башҡорттары диалектына оҡшаш телдә яҙылған. Граждандар һуғышы осоронда сит илдәргә сығып ғүмер иткән милләт­тәш­тәребеҙ телмәренә иғтибар ит­кәндә лә, уларҙа төньяҡ башҡорт­тары диалектында һөйләшеү сағыла.


Яңыраҡ Башҡортостан юлдаш телевидениеһында Япониянан килгән яҡташтарыбыҙҙың осрашыуы күрһәтелде. Уларҙың аралашыу теленә иғтибар иткән­һегеҙҙер. Сит илдәрҙә йәшәгән милләттәштәребеҙҙә ысын башҡорт теле һаҡланып ҡалған. Уларҙың, сит тарафтарҙа йәшәп тә, ата-әсә телен һаҡлап ҡалыуы хайран ҡалдыра.


Берҙәмлек кәрәк


Әгәр ҙә һин башҡорт икәнһең, ниндәй генә диалектта һөйләш­һәң дә, башҡорт булып ҡалырға тейешһең. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тормошта улай түгел шул. “С”, “ч” өндәре һөйләштә йыш осраһа, ул башҡорт түгел тип иҫәпләйбеҙ.


Башҡортостандың төньяғында йәшәгән башҡорттарға иғтибар етмәй. Бындай мөнәсәбәт күршеләр өсөн ҡулай булды. Тиҙ арала татар дәреслектәрен мәктәптәргә таратып, үҙҙәренең телен уҡыта башланылар. Әгәр ҙә ул яҡтарҙа үҙенсәлекле, татарсаға тартым башҡорт теле бар икән, ни өсөн башҡорт телен өйрәнмәҫкә?


Тел бер урында тормай, ул да төрлө үҙгәреш кисерә. Әҙәби телебеҙ үҙгәрҙе, күп һүҙҙәребеҙ юғалды. Бындай күренеш башҡорт теленә генә түгел, ә рус теленә лә хас. Был турала рус ғалимдарынан да ишетергә була.


Башҡорт телендәге элекке тарихи һүҙҙәрҙе кире ҡайтарырға һәм заман талаптарына тура кил­терергә тейешбеҙ. Уны яңыртыу эшендә төньяҡ-көнбайыш, төньяҡ-көн­сығыш, Ҡурған, Си­ләбе, Һарытау, Барҙа, Пермь башҡорттары белгестәре менән берлектә эшләү ыңғай һөҙөмтә бирер ине. Уртаҡ әҙәби башҡорт теле булдырыу туған телебеҙҙе байытасаҡ, халҡы­быҙҙы берләш­терәсәк.
Шәһит Хоҙайбирҙиндың 1924 йылда донъя күргән ”Нисек яҙырға?” тигән мәҡәләһен күҙ уңында тоторға кәрәк. Ул, Оло Башҡортостан барлыҡҡа килгәс, әҙәби телде ҡайтанан ҡарау тураһында фекер йөрөткән: “Беҙ үҙебеҙгә шундай телде алырға тейешбеҙ, беҙҙең тормошҡа яҡыныраҡ булғанын. Минеңсә, беҙҙең тормошҡа Ҡыпсаҡ, Юрматы, Ялан, Үҫәргән, Һаҡмар, Пермь башҡорттарының телдәре яҡын. Бына ошо телдәрҙе тиҙерәк дәүләт теле итеп алырға кәрәк”, – тип яҙа. Ул ошо телдәр генә халҡыбыҙҙы берләштерәсәген алдан күрә белгән.


100 йыл ваҡыт үтеп китте, һаман да ошо васыятты тор­мош­ҡа ашыра алмайбыҙ. Башҡорт­остандың киләһе юбилейҙарын халҡыбыҙҙы бергә туплауҙан, яңы әҙәби тел менән ҡаршы­лаһаҡ, бик яҡшы булыр ине.


Беҙ төньяҡ-көнбайышта йәшә­гән халыҡтың диалектын башҡорт теленең бер төрө тип һанайбыҙ икән, бындағы ҡәрҙәштәребеҙҙең теле (урындағы һөйләшеү диалекты) дәүләт теле рәтендә файҙаланырға тейеш.


Республикала ошо мәсьәләгә нығыраҡ иғтибар итһәләр ине. Театр эшмәкәрҙәре, яҙыусылар ул яҡтарға һирәк йөрөй, йырсылар ҙа йыш булмай. Радио тыңлағанда ла, артистарҙың реклама роликтарында ла тик Баймаҡ, Ейәнсура, Әбйәлил, Бөрйән райондарына йышыраҡ сыҡҡандарын ишетәһең. Ниңә Саҡмағош, Дүртөйлө, Асҡын, Туймазы, Дыуан, Мишкә, Асҡын һәм башҡа райондарға гастролдәргә һирәк баралар? Был яҡтарға барыр өсөн дәүләт сиген үтергә кәрәкмәй бит.


Башҡорттар – көслө, сыҙамлы халыҡ. Тыуған төйәгебеҙҙе һаҡ­лап ҡалайыҡ тиһәк, халҡыбыҙға берҙәм булырға кәрәк. Рәсәй киңлегендә беренсе булып автономия яулаған ата-бабала­рыбыҙ эшләп өлгөрмәгән ғәмәл­дәрҙе урынына еткереп башҡа­рып ҡуяйыҡ, милли нигеҙгә һәм заман талаптарына яраҡлаш­тырайыҡ.
Читайте нас: