Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
12 Апрель 2019, 14:40

Рухи көс, илһам алып...

Бөтә Рәсәй башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының I съезы делегаттары Өфөлә Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика гимназия-интернатына, Мөхәмәт Исҡужин исемендәге 136-сы башҡорт лицейына, Мостай Кәрим исемендәге 158-се гимназияға сәфәр ҡылды.

– Бындай сараларҙың әһәмиәте һәр йәһәттән дә бик ҙур, – тине Фатима Мостафина исемендәге 20-се башҡорт гимназияһында саҡта Октябрьский ҡалаһы мәғариф бүлегенең туған телдәр буйынса методисы Гүзәл Латипова. – Иң беренсе рухи көс тураһында һүҙ алып барыр инем, сөнки беҙ баш ҡаланан тыуған яҡтарыбыҙға дәртләнеп ҡайтабыҙ һәм илһамланып, ең һыҙғанып эшкә тотонасаҡбыҙ.
Туған телдәргә иғтибарҙың көсәйеүе һөйөнөслө, һәр бала тәүге белемде үҙенең туған телендә алырға тейеш. Сара яҡшы ойошторолған, бихисап дуҫтар таптым, таныштарҙы осраттым. Сығышым менән Бүздәк районының Килем ауылынанмын, яҡташтарымды күреү шулай уҡ шатлыҡлы ине.
Фатима Мостафина исемендәге 20-се башҡорт гимназияһы директоры Зөлфиә Ғәлийәнова әйтеүенсә, ҡунаҡтарҙы тыңлау, улар менән аралашыу файҙалы булды.