Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
12 Апрель 2019, 19:35

Һыуһынды ҡандырҙы “Илһам шишмәләре”

Бәләбәй ҡалаһында ун етенсе тапҡыр төбәк-ара шиғриәт фестивале уҙҙы.

Бәләбәй ҡалаһында ун етенсе тапҡыр төбәк-ара шиғриәт фестивале уҙҙы.
Башҡорт, татар, рус, сыуаш телдәрендәге ижадсыларҙы берләштергән был үҙенсәлекле сараның башлап шиғыр яҙыусы авторҙар, ҡәләм тирбәтеүселәр өсөн әһәмиәте һанап бөткөһөҙ ҙур.
Ойошторолғандан алып ул әллә күпме авторға илһам ҡанаттарын ҡуйҙы, ҙур шиғриәт донъяһына фатиха бирҙе. Ҡәләм тирбәтеүселәрҙең күбеһе Баш­ҡорт­остандың һәм Рәсәйҙең Яҙыусылар союздарына ағза итеп алынды, китаптарын баҫтырҙы, әҫәрҙәрен уҡыусылар хөкөмөнә сығарыуға өлгәште.
С. Аксаков, М. Цветаева, К. Ива­нов, Я. Ухсай, Ф. Кәрим, шулай уҡ ҙур әҙә­биәткә юлын бында башлаған Динис Бүләков, Таһир Таһировтар төбәкте илгә Әҙәби Бәләбәй итеп танытты. Ижадҡа ғүмерен, күңел хеҙмәтен бағыш­лаған әҙиптәргә, шағирҙарға Бәләбәй районы хакимиәте һәм Яҙыусылар союзы тарафынан булдырылған яугир-шағир Фәтих Кәрим исемендәге премия тапшырылып килә.
Башҡортостандың һәм Рәсәй­ҙең төрлө тарафтарында ижад иткәндәргә ижад ҡанаттары ҡуйған төбәк-ара “Илһам шишмә­ләре” фестиваленең ун етенсеһе Башҡортостандың бер быуатлыҡ юбилейына арналды һәм ошо күркәм байрам сиктәрендә уҙғарылды.
Быйылғы конкурста республи­каның төрлө ҡала-райондарынан, шулай уҡ Силәбе өлкәһенән, Сыуаш Республи­каһынан 162 ижадсы ҡатнашты. Абруйлы баһалама комиссияһы русса ижад иткән 57, башҡорт телендә – 38, татарса – 32, сыуаш телендә 35 шиғыр яҙыу­сының эштәрен ҡарап, улар араһынан ете лауреатты һәм номинанттарҙы һайлап алды.
Фестивалдә шулай уҡ Фәтих Кәрим исемендәге премияның лауреаттары ла билдәләнде.
Шағирҙар, хисләнеп, тамаша­сыларға йөрәк һүҙҙәрен еткерҙе. Байрам урындағы һәүәҫкәрҙәр һәм баш ҡаланан килгән артис­тарҙың сығыштары менән аралашып барҙы.
Баһалама ағзалары бер тауыштан фестиваль еңеүсеһе тип гәзитебеҙҙең үҙ хәбәрсеһе, Учалы яҙыусылар ойошмаһы етәксеһе Римма Солтанованы таныны. Гран-при яулаусыны Бәләбәй районы хакимиәте башлығы Азат Сәхәбиев бүләкләне.
Беренсе урын Бәләбәй ҡала­һы­нан рус телендә ижад иткән хаҡлы ялдағы Александр Ульрихҡа тапшырылды.
Икенсе урынды Тәтешле районынан рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Юныс Миңле­мө­хәмәтов менән Миәкә районынан сыуаш телендә яҙған Меланья Нифирова бүлеште.
Өсөнсө урынға Салауат ҡала­һының мәғлүмәт үҙәге директоры-баш мөхәр­рире Сибәғәт Рах­ман­ғолов, Октябрьский ҡалаһы­нан журналист Альберт Абдра­заҡов һәм Өфөнән төҙөүсе Рәзиф Зөбәйеров лайыҡ булды.
Өфөнән килгән шағирҙар Зө­фәр Вәлитов, Сергей Янаки, Илдус Фазлет­диновҡа, Стәрлета­маҡтан Геннадий Тимофеевҡа, Ҡырмыҫҡалы районынан Рәмил Сурағолға Фәтих Кәрим исе­мендәге премия тапшырылды.
Иң яҡшы һәүәҫкәр шағирҙар ижады яңы “Йәйғор” альманахын биҙәйәсәк.
Бәләбәй ҡалаһы
Читайте нас: